-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар

 Полина Дудко — Өфөләге 25-се белем биреү үҙәгенең V cи­ныф уҡыусыһы, бик күп миҙал менән бүләкләнгән ул. «Уралдың изге эштәре» Бөтә Рәсәй премияһы лауреаты, Мәскәүҙә уҙған «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» фестивалендә Гран-при яулаусы, махсус хәрби операция башланғас, өләсәһе Тамара Леньшина менән азат ителгән ерҙәрҙә яугирҙарға шиғыр һөйләп, йырлап, уларға рухи көс, күңел дауаһы биргән «Коса» позывнойлы 11 йәшлек илһөйәр үҫмер хаҡында гәзитебеҙҙә ҡыҫҡаса яҙғайныҡ инде. Бына әле ҡыйыу йөрәкле ҡыҙ менән яҡындан танышырға булдыҡ.

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
– Полина, һинең турала күберәк белге килә. Әйҙә, һөйләп үт әле.
– Дүрт йәшемдән шиғыр уҡып үҫтем, бәләкәйҙән китап менән дуҫ булдым. Мәктәптә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшәм. Миңә урыҫ теле һәм әҙәбиәте, тарих дәрестәре оҡшай. Шуға был фәндәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнәм. Белем усағыбыҙҙа уҡытыусылар тырышып төплө белем бирә. Синыф етәксем – Галина Шәмғон ҡыҙы Ғилуанова. Ул урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Дәрестәре бик үҙенсәлекле, бер-береһенә оҡшамаған. Көн дә унан ниндәйҙер фай­ҙалы мәғлүмәт алам. Уҡытыусымды ныҡ хөрмәт итәм, ул мине һәр ваҡыт тыңлап, матур кәңәштәрен бирә.
Йырларға ла яратҡас, музыка дәресен дә көтөп алам. Уҡытыусым – Римма Мансур ҡыҙы Ғәсимова. Мәктәп директорыбыҙ Илдар Альфред улы Сәйәповҡа миңә төрлө ерҙәрҙә сығыш яһарға рөхсәт биргәне өсөн рәхмәтлемен. Дәрестәрҙе ҡалдырһам да, аҙаҡ үҙ алдыма өйрәнеп, синыфташтарымды ҡыуып етәм. Тырышып уҡыйым, сөнки миңә бар яҡтан да өлгөлө булырға кәрәк.
Беҙҙең ғаилә 2013 йылда Хабаровск ҡалаһынан күсеп килгән. Мин Өфөлә тыуғанмын. Ҡаланы ныҡ яратам. Ғаиләлә беҙ – өс ҡыҙ. Апайым Аннаға – 16, һеңлем Миланаға 4 йәш тулды. Бөтәбеҙ ҙә китап уҡырға яратабыҙ, әҙәбиәткә, сән­ғәткә ғашиҡбыҙ. Атайым менән әсәйем был өлкә кешеләре булмаһа ла, өйҙә ижади мөхиткә ыңғай ҡараш йәшәй. Үҙем күберәк ваҡытымды өләсәйем менән үткәрергә тырышам. Әле яуҙағылар янына барғанда ла гел уның менән йөрөйөм. Унан күп нәмәгә өйрәнәм. Өләсәйем – минең дуҫ та, серҙәш тә.
– Һин шиғыр һөйләргә әүәҫһең. Оҫтарып та алғанһың, сығыштарыңды йотлоғоп тыңлайҙар. Бының менән нисек мауығып киттең?
— Надежда Надеждинаның «Партизанка Лара» китабын 7 йәшемдә үк уҡып сыҡҡайным. Шул мәлдән хәрбиҙәр, һалдат, һуғыш хаҡында төрлө шиғырҙар, хикәйәләр менән ҡыҙыҡһына башланым. Уҡығандарымдың барыһын да бөгөн тулыһынса хәтерләйем һәм уларҙан цитаталарҙы әйтеп бирә алам.
– Әле яратып һөйләгән шиғырҙарыңды нисек һайлайһың?
– Бик күп уҡыйым. Үҙемә оҡшағандарын һайлайым. Улар араһында Баш­ҡортостанға арналғандары ла бар. Мостай Кәримдең ижадына һоҡланам. Хатта шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән яҡындан танышмын.
Яугирҙарға шиғырҙарҙы һайлағанда уларға көс-дәрт, еңеүгә ышаныс биргәндәрен алам. Һалдаттар үҙҙәре яҙған, ҡәҙерле улдарын юғалтҡан әсәйҙәр ижад иткән шиғырҙарҙы ла уҡыйым. Сығыштарымды яраталар.
– Хәҙер һинең үҙеңә арналған шиғыр­ҙар бар икән…
– Эйе, миңә һалдат ағайҙар 70-тән артыҡ шиғыр яҙып ебәрҙе. Тағы ла бик күп йырҙар бар. Көндән-көн дуҫтарым арта. Бына яугир Александр Малашенков шиғырына көй яҙып, матур йырын ебәргән. Ныҡ оҡшаны, миңә дәрт өҫтәне. Әле берәүһен генә телгә алдым. Бар һалдаттарға ла оло рәхмәтемде белдерәм.
– Һиңә был изгелек эшеңдә кемдәр ярҙам итә?
– Уҡыған мәктәбемә, туғандарыма рәхмәтлемен, уларҙан бик күп ярҙам алам. Шулай уҡ ЛДПР партияһының «Ҡулдан ҡулға» хәйриә фонды ҙур ярҙам күрһәтә. Быға сикһеҙ шатмын.
– Һинең ирекмәнлек үҙәге асыуыңды ла беләбеҙ.
– Эйе. МХО башланғас та ирекмәнлек эше менән мауығып киттем. Бер мәл күп урындарҙа ирекмәнлек үҙәктәре асыла башланы. Шул ваҡыт өләсәйемдән: «Беҙ ҙә Ленин районында асһаҡ, нисек була?» – тип һораным. Ул мине дәртләндереп ебәрҙе. Күп тә үтмәй, 2024 йылдың 30 авгусында үҙебеҙҙең үҙәкте астыҡ. Әүҙем эш башланып китте, һаҡселтәрҙәр үрәбеҙ, аҡса йыйып, яугирҙарға кәрәк-яраҡ һатып алабыҙ.
– Ҡалай маладисһығыҙ, һин тағы ла «Полинаның балаларға хас булмаған шиғыр­ҙары» проекты өҫтөндә лә эшләй­һең? Ваҡытың етәме?
– Был бик ҙур проект булып китте. Фронттағы һалдаттар, яуҙа һәләк булған батырҙарҙың әсәйҙәре һәм илебеҙҙәге ваҡиғаларға битараф булмағандарҙың ебәргән шиғырҙарын уҡып, видео яҙҙырам һәм монтажлайым. Проектта 2000-дән ашыу эшем тупланған. Уларҙың яҡынса 500-ө – махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләре тураһында. Был проект «Хеҙмәт итеү» III Бөтә Рәсәй муниципаль премияһының топ-110 исемлегенә инде.
Аралашыуға һәр ваҡыт ихласмын. Һалдаттар «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөмә бик күп яҙа. Фронттағы һалдаттарҙың видеолары, уларҙың рәхмәте, ҡыҙым, тип өндәшеүҙәре күңелде күтәреп ебәрә.
Әле яңы йыр сығарыу менән булышам. Уның һүҙ­ҙәрен «Опер» 
позывнойлы һалдат миңә арнап яҙған.
Ваҡытты тигеҙ бүл­һәң, барыһына ла өлгөрөп була, тип уйлайым. Әгәр ҙә бар эшеңде яратып баш­ҡарһаң, уның бер ни ауырлығы юҡ.
Полина, һин хәрби госпиталдә бул­ған саҡта Вәсилә Фәттәхованың «Тыуған яҡ» йырын башҡортса баш­ҡарған­һың? Һалдаттар нисек ҡабул итте?
– Яуҙа бер кем дә милләткә ҡарамай. Бар һалдаттар йырҙы яратып тыңлап, оҙаҡ ҡул сапты, бик ныҡ тул­ҡынланып тыңланылар…
Беҙҙең Баш­ҡортос­тандан да яуҙа егеттәр күп ҡатнаша бит. Шуға башҡорт телен дә өйрәнеп, ошо йырҙы йырларға булдым. Артабан да телде ныҡлап өйрәнергә теләгем бар.
Сығыш яһағанда яугирҙарға күҙ йәшемде күрһәтеп бармайым. Сөнки аңлап торам, уларға икеләтә ауыр һәм ҡыйын. Шуға үҙемде ҡулға алып, тынысыраҡ булырға тырышам.
Миңең өсөн иң иҫтә ҡалған сығыш «БАРС-11» казак батальонында булды. «Ямаха» позывнойлы легендар командир, полковник беҙҙе ҡаршы алып, һалдаттар менән осрашыу ойошторғайны. Концерт ныҡ тулҡынландырғыс булды. Әйткәндәй, был командир Работино ауылы эргәһендә барған алыштарҙа ун ай эсендә бер генә һалдатын да юғалтмаған. Тап уның ҡулынан «Батырлыҡ өсөн» миҙалын да алдым. Бөгөн шул наградам — иң ҡәҙерлеһе.
– Һинең «Бәйләнештә» социаль селтәреңдәге төркөмөңдә бик күп йылы һүҙҙәр яҙылған, рәхмәт әйтәләр, эшеңде дауам итеүеңде теләйҙәр һәм яраталар үҙеңде…
– Бының өсөн барыһына ла рәхмәт әйтәм. Минең ихласлығымды ла, бар нәмәне йөрәк ҡушыуы буйынса башҡар­ғанды ла белеп, аңлап тораларҙыр, тип уйлайым. Эшемде, әлбиттә, дауам итәсәкмен.
Әлеге көндә иң мөһим һәм иң ныҡ теләгән изге уйыбыҙ: яуҙағылар тиҙерәк еңеү яулап, тыуған яҡтарына һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһындар.
– Тиҫтерҙәреңә ниндәй теләктәр әйтерһең?
– Атай-әсәйегеҙҙе, ту­ғандарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, яратығыҙ. Шулай уҡ Тыуған илебеҙҙе лә һөйөгөҙ! Яҡшы уҡып, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Тарихыбыҙҙы ла өйрәнегеҙ. Үткәнен белмәгәндең киләсәге ышанысһыҙ.
Илебеҙ өсөн кәрәкле ул һәм ҡыҙҙар булып үҫәйек, дуҫтар!
– Ҙур рәхмәт һиңә, Полина! Уңыштар теләйбеҙ, гел шулай оло йөрәкле, батыр ҡыҙ бул, йәме!
Әйткәндәй, 8 Март алдынан Рәсәй Президенты янындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин уға Тулы хоҡуҡлы Вәкиллектең Почёт грамотаһын тапшырҙы. Беҙ ҙә ҡотлайбыҙ!
 
Фото: Полина Дудконың "Бәйләнештә" социаль селтәренән алынды.


Зөһрә ХӘКИМОВА.
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас