Һәр малайҙың матай, тип янған бер осоро булалыр, моғайын. Үткән йәйҙә Айгизгә лә атаһы мотоцикл алып бирә. Тик уға 16 йәше тулмайынса руль артына ултырмаҫҡа, әлегә фәҡәт өлкәндәрҙең оҙатыуында ғына йөрөргә рөхсәт итеүҙәре тураһында иҫкәртә өйҙәгеләр. Шуға күрә эргәләге һаҙ буйында һирәк-һаяҡ ҡына донъя күреп ҡайтҡан «тимер ат» башлыса гараждан сыҡмай. 13 йәшлек үҫмерҙең бына шул ҡиммәтле бүләген йәлләмәй махсус хәрби операциялағы батырҙарға бирергә ҡарар итеүе – ысын егетлек, илһөйәрлек өлгөһө, еңеүҙе яҡынайтыуға индергән йомарт өлөшө.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәрби операция беҙҙең ғаиләбеҙгә лә ҙур ҡайғы килтерҙе. Бер туған һеңлемдең иптәшенән марттан бирле хәбәр булманы. Һуңыраҡ һәләк булыуы асыҡланды. Һаман да кәүҙәһен таба алмайбыҙ. Ошо аяныслы хәл Айгизгә ныҡ тәьҫир итте. Малай булһа ла, йомшаҡ күңелле, хисле бала ул. Оҙаҡ уйлап йөрөүе, өлкәндәрсә фекер йөрөтөүе менән аптырата. Бер көн: «Әсәй, әйҙә, мотоциклымды МХО-ға ебәрәйек. Унда ул нығыраҡ кәрәк, бәлки, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыр», – тине. Аҙаҡ та һөйләшеүҙе бер нисә тапҡыр ошо юҫыҡҡа борғас, улымдың изге ниәтенә ҡаршы торманым. Атаһы ла хуплағас, «Талисман» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Шөһрәт Әшировҡа хәбәр иттек, – ти әсәһе Зилиә Рәшит ҡыҙы.
