

Ул — Өфөләге 25-се белем биреү үҙәгенең V «А» cиныфы уҡыусыһы, бик күп миҙал менән бүләкләнгән, «Уралдың изге эштәре» Бөтә Рәсәй премияһы лауреаты, Мәскәүҙә уҙған «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» фестивалендә Гран-при яулаусы, махсус хәрби операция башланғас, өләсәһе Тамара Леньшина менән азат ителгән ерҙәрҙә яугирҙарға шиғыр һөйләп, йырлап, уларға рухи көс, күңел дауаһы биргән позывнойлы 11 йәшлек илһөйәр үҫмер килде. Ул алғы һыҙыҡта һәм хәрби госпиталдәрҙә дауаланған миллиондарса һалдат өсөн позывнойлы «Коса» хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Бөгөн ирекмән Полина Дудко гәзитебеҙҙәге барған «Өскөл хаттар» акцияһына ҡушылып, яугирҙарыбыҙға хат яҙҙы. Һуңғы сәфәрҙәре хаҡында ла һөйләне, тағы ла Мәскәүҙән бер миҙал менән ҡайтҡан ҡыйыу ирекмән. Афарин!