Ислам Ҡаһармановҡа – 16 йәш, Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Уны тәүҙә гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, редакция үткәргән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусы тип белә инек. Былтыр бүләктәрен тапшырған саҡта үҙе менән яҡындан таныштыҡ һәм уның тормош һынауҙарына бирешмәгән көслө рухлы үҫмер булыуын күреп һоҡландыҡ.
Алты йәштә бәләгә тарый
Ислам һау-сәләмәт бала булып донъяға килә. Ғаиләлә – иң кесеһе, тағы ла өс ағаһы була (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ағаһы арабыҙҙан иртә киткән).
– Күмәкләп бәхетле генә йәшәп ятҡанда, йортобоҙҙа янғын сыҡты. Ул ваҡытта Исламға алты йәш ине. Тиҙҙән мәктәпкә барам, тип ашҡынып ҡына йөрөгән сағы. Көслө уттан имен ҡалыуыбыҙ мөғжизәгә тиң. Тик Исламыбыҙ, ҡурҡыу һәм тетрәнеү кисереү арҡаһында, ҡапыл һөйләшеүҙән туҡтаны, – тип ауыр иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Фәнүзә Динислам ҡыҙы.
Табиптар: «Улығыҙҙың теле асылмаясаҡ», – тиһә лә, әсәй кешенең өмөтө өҙөлмәй. Ҡасан да булһа балам менән ҡабаттан рәхәтләнеп һөйләшә алырбыҙ, тел асҡысын табырбыҙ, тип ышана ул.
Тырышлыҡ бушҡа китмәй
Телмәр яғынан ҡыйынлыҡ кисергән балаға ябай мәктәптә уҡыуы ауыр була. Шулай ҙа Ҡаһармановтар зарланып, ситтән ярҙам көтөп ултырмай. Улдарын шифаханаларға, Күмертау ҡалаһындағы реабилитация үҙәгенә алып йөрөй башлайҙар.
– Кеше араһына сыҡһаң, өйҙә проблемаларың менән бикләнеп ултырмаһаң, барыбер файҙалы мәғлүмәттәр ишетәһең, үҙ-үҙеңә ышанысың арта, – тип һығымта яһай көслө рухлы әсә.
Шулай итеп, Ҡаһармановтар Республика мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәге барлығы тураһында ишетә. Исламды эргәләге Сибай ҡалаһындағы филиалға урынлаштырырға ҡарар итәләр.
Был үҙәктә Ислам өйҙән белем ала. Баймаҡта йәшәгән педагог Рәзимә Рәфҡәт ҡыҙы Илбулова үҙе килеп уҡыта, ә ҡалған уҡытыусылар дәрестәрҙе компьютер аша үткәрә. Үҙенсәлекле балалар менән эшләүсе педагогтар һәр кем күңеленә юл табырға тырыша, йыш ҡына уҡыусыларҙы һәм атай-әсәйҙәрҙе йыйып, төрлө сара ойоштора. Каникул ваҡытында Ислам синыфташтарын һәм уҡытыусыларын һағынып бөтә икән.
Әсәһе улын тормошта әүҙем булырға, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашырға, күберәк кеше араһына сығырға өйрәтә. Ислам үҙе лә һәр яҡлап үҫешергә ынтылып тора, һүрәт төшөрөүгә, ҡул эшенә оҫта.
– Атай-әсәйҙәргә әйтер һүҙем бар: балағыҙҙы экскурсияларға, бәләкәй генә булһа ла сәйәхәттәргә йөрөтөгөҙ, конкурстарҙа ҡатнаштырығыҙ. Бала өсөн ҡыуаныс бит ул. Ошо сағыу мәлдәрҙе ҙурайғас та йылы итеп иҫкә аласаҡ, – ти Фәнүзә Динислам ҡыҙы.
Телефон тотоп ултырырға яратмай
Ата-әсәһе Исламды ағалары кеүек эшһөйәр, намыҫлы итеп тәрбиәләргә ынтыла. Үҫмер эш ҡушҡанды көтөп ултырмай, үҙе күреп, йәһәт кенә башҡарып та ҡуя. Беҙ өйҙәренә грамота һәм бүләк тапшырырға барғанда ла ҡапҡа алдында ҡар көрәп, атаһы Шәфҡәт Абрал улына ярҙамлашып йөрөй ине.
– Өлкән улдарыбыҙ иманлы, эшһөйәр булып үҫте, киләсәктә, Аллаһ насип итһә, Ислам да дин юлынан барыр, тип өмөтләнәм. Әлегә донъя көткәндә кәрәкле барлыҡ эштәрҙе өйрәтәбеҙ. Шәхси йортта йәшәгәс, эш етерлек. Ҡыш һарайҙа торған һарыҡтарҙы, ҡош-ҡортто ашата, аҫтарын таҙарта. Яҙ һәм йәй себештәрҙе үҙе ҡарай тиерлек. Баҡсала күпләп йәшелсә сәсәбеҙ, улым һыу ҡойоша, түтәлдәрҙе уташа. Көҙ уңышты йыйып алғас, ҡышҡылыҡҡа компоттар, турамалар эшләгәндә гел янымда ярҙамлашып йөрөй. Шуныһы ҡыуандыра: бик күп тиҫтерҙәре һымаҡ телефон тотоп ултырырға, ваҡытын бушҡа уҙғарырға яратмай, – тип улы хаҡында ғорурланып һөйләй Фәнүзә Динислам ҡыҙы.
Күңел сафлығы
Яҡындарының, педагогтарының һәм үҙенең тырышлығы менән Исламдың теле яйлап асыла бара. Хәҙер ул, ауырлыҡ менән булһа ла, һөйләмдәрҙе аңлайышлы итеп әйтә ала. Шулай ҙа ҡайһы берҙә тотлоғоуы ҡамасаулай. «Ислам йәмәғәт урындарында, ҡәҙимге тиҫтерҙәре араһында үҙен нисек тоя? Ниндәй ҡыйынлыҡтар һиҙелә?» – тип һорайбыҙ әсәһенән.
– Кеше хәленә инә белгәндәр күп, шулай ҙа әсе һүҙ әйтеүселәр ҙә осрай. Сәләмәтлеге буйынса ауырлыҡ кисергән кешеләр беҙгә рухи көс өлгөһө булып тора, тормошобоҙ менән ҡәнәғәт булырға, һәр көндө матур итеп йәшәргә өйрәтә. Кемдер күңелен яралаһа, Ислам үҙ-үҙен тынысландыра белә – тышта ихлас эш башҡара, эте менән уйнай. Эсендә тамсы ла яуыз уй, үпкә тотмай ул, рәнйетеүселәрҙе шунда уҡ ғәфү итә, – ти әсә.
Исламдың күңел сафлығы беҙҙе лә һоҡландырҙы: бәләкәй генә бүләктәребеҙҙе ихлас шатланып ҡабул итте.
Киләсәккә маҡсаттар
Быйыл Ислам IX синыфты тамамлай. Артабан ашнаҡсыға уҡырға бармаҡсы. Бынан тыш, бер туған ағаһы кеүек, өйҙәргә ремонт яһарға өйрәнергә теләй. Эшләп тапҡан аҡсаһына ноутбук һатып алғыһы килә. Ислам был маҡсаттарына мотлаҡ өлгәшер, тип ышанабыҙ, сөнки ауыр һынауҙар үткән егеттең ихтыяр көсө ныҡлы.