Ул һәр эшкә яуаплы ҡарай. Матур итеп һүрәт төшөрә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Баймаҡ ҡалаһының Йәш натуралистар станцияһы үткәргән һәр бәйгелә призлы урындар яулай. Күптән түгел «Ватан менән ғорурланабыҙ» республика конкурсында беренсе урын алды.
Йәнә оҫта итеп аппликациялар, пластилиндан матур-матур һындар эшләй Ансар. Үҙенең эштәрен өлкәндәргә лә, балаларға ла ихлас бүләк итә.
Балалар баҡсаһында малайға математика менән шөғөлләнеү оҡшай: ул төрлө мәсьәләләр сисергә ярата. Быйыл мәктәпкә уҡырға бара. Киләсәктә лә Ансарҙың яңы һәләттәре асылыр әле!
Азалиә НУРДӘҮЛӘТОВА, Гөлфиә ФӘЙЕЗОВА, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы педагогтары.
Баймаҡ ҡалаһы.