Уның маҡсаты һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм дәртләндереү ине.
Конкурста 13 коррекция мәктәбенән 18 уҡыусы ҡатнашты. Йомғаҡтар буйынса, иң күп мәрәй йыйып III – IV синыф уҡыусылары араһында “Йыл уҡыусыһы – 2024” титулын Тимур У. (Бәләбәй коррекция мәктәбе) яуланы. Ә VIII – IX синыфтарҙан Стәрлетамаҡтан Виолетта К. еңеп сыҡты. “Портфолио”, “Визитка”, “Эрудит”, “Тиҙерәк! Юғарыраҡ! Көслөрәк!”, “Үҙ мәҙәниәтең менән уртаҡлаш” номинацияларында ла еңеүселәр билдәләнде.
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, ә еңеүселәр лагерҙа ял итәсәк.