Ул элекке "Салют" балалар шифаханаһы биләмәһендә төҙөлдө. Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев белдереүенсә, өс учреждение эшләйәсәк: коррекцион мәктәп, Республика клиник балалар дауаханаһы бүлеге һәм реабилитация үҙәге.
Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар бында дауаланасаҡ, белем аласаҡ һәм реабилитация курсы ла үтәсәк. Был республикала түгел ил буйынса уникаль объект, Волга буйы федераль округында иң ҙуры. Йыл һайын 7 мең бала һаулығын нығыта аласаҡ. "Йондоҙ" мәғариф үҙәгендә 192 ҡыҙ һәм малай уҡыясаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".