Социаль такси хеҙмәте бушлай һәм Өфө эсендә күрһәтелә. Хеҙмәт менән айына дүрт тапҡыр файҙаланырға мөмкин, йөрөү оҙайлығы ике сәғәттән артырға тейеш түгел. Хеҙмәт автопаркын барлығы һигеҙ машина тулыландырасаҡ, уларҙың береһе терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған пассажирҙарҙы ташыу өсөн йыһазландырыла.
– Беҙ республика Хөкүмәтенә тейешле норматив хоҡуҡи акттар проекттарын әҙерләнек һәм тәҡдим иттек. Уларҙы ҡабул иткәндән һуң, шунда уҡ социаль такси хеҙмәтен башлап ебәрәбеҙ, – тип билдәләне Ленара Иванова. – Ете автомобиль һатып алдыҡ та инде. Йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 5 мең самаһы кешене ошо хеҙмәт менән тәьмин итергә планлаштырабыҙ.
Хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн шәхсән йәки электрон почта аша шәхесте һәм инвалидлыҡты раҫлаусы документтарҙы, шулай уҡ шәхси иҫәптең страховка номерын тапшырырға кәрәк.
Яҙылыу диспетчер аша ике көн алдан алып барыла. Дауаханаға, дарыуханаға, дәүләт һәм социаль учреждениеларға, Күп функциялы үҙәккә, вокзалдарға һәм аэропортҡа, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү ойошмаларына, элемтә бүлексәләренә барып етергә мөмкин буласаҡ. Водителдәр пассажирҙарға машинаға ултырырға һәм төшөргә, оҙатыусы булмаған осраҡта учреждениеға инеү урынына барып етергә, пандус йәки баҫҡыс буйлап күтәрелергә ярҙам итә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылында был проектты башлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Социаль такси хеҙмәтен ойоштороу мәсьәләһен һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа күтәрҙеләр. Ҙур булмаған, әммә бик «һиҙгер» тема. Был йүнәлештә эште башланыҡ та инде, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru.