Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды һәм Ғаилә йылы менән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылына арналды.
«Аҙашҡан уйҙарымда" спектакле нигеҙендә баланың ғаиләлә һәм йәмғиәттә йәшәүе тураһындағы тарих ҡына түгел, ә мөхәббәт, аңлау һәм донъяны тәрән ҡабул итеү төшөнсәһенең асылы ята. Шулай уҡ спектакль балаларҙың тормошон, уларҙың өлкәндәр, тиҫтерҙәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һәм үҙҙәрен, үҙ тормошон нисек аңлауын күрһәтә.
Актёрҙарҙың уйнауы шул тиклем тәрән, һәр тамашасы шул хистәр эсендә йәшәне. Тамашаны ҡарарға балалар килеүе – үҙе бер шатлыҡлы күренеш, улар һәр сығышты иғтибар менән ҡараны. Спектакль тамамланғас та оҙаҡ ҡына көслө алҡыштар тынманы.
Коллектив етәксеһе һәм режиссёр, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Лоҡмановтың был спектакле һәр мәктәптә күрһәтелһә, бик яҡшы булыр ине. Уны Культура.РФ https://www.culture.ru/live/broadcast/111325/spektakl...төркөмөндә лә ҡарай алаһығыҙ.
Балалар инклюзив студияһы ике йыл элек кенә ойошторолған. Уларҙың үҫеүен, артист булып китеүен һәм сәхнәлә ижади йәшәүен һәр тамашасы күреп ҡайтты.
Фотолар – "Республика халыҡ ижады үҙәге" төркөмөнән.