+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

"Күңел нурым ғаләм яҡтырта"

Үҙе йырсы, үҙе композитор Азат Исҡужинға һоҡланмау мөмкин түгел.Уның сығыштары алҡыштарға күмелә.

"Күңел нурым ғаләм яҡтырта"
"Күңел нурым ғаләм яҡтырта"

21 ноябрҙә Өфөлә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә Азат Исҡужиндың «Күңел нурым ғаләм яҡтырта» тигән ижад кисәһе үтә. Унда үҙе генә йырламай, композиторҙың мөхәббәт, Тыуған илгә һөйөү, ватансылыҡ тойғоһо, йәшлек дәрте менән һуғарылған «Бала саҡ», «Күңел күҙе», «Йәнтешем», «Йондоҙҙар атылғанда», «Йылмайыу», «Яратам һине, донъя!» һәм башҡа популяр йырҙарын сәхнәләш дуҫтары Айгөл Әсәҙуллина, Ғаяз Ғәйетбаев, Зәриә Рыҫмөхәмәтова, Алина Вәхитова, Йәғәфәр Нәҙершин, Азамат Әхмәтханов, Сөмбөл Моратова, Өфөнән Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Фәйрүзә һәм Илнур  Сәлимгәрәевтәр кеүек артистар башҡара. Шулай уҡ  Раушан Ниязғолов, Айнур Әминев Азат Исҡужиндың музыкаль әҫәрҙәрен - ҡурайҙа, Анастасия Илһамова скрипкала уйнаясаҡ.

Концертҡа рәхим итегеҙ!

Ә Азат Исҡужиндың үҙе тураһында гәзитебеҙҙең йома һанында  уҡырһығыҙ.

 

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас: