+22 °С
Ясно
VKOKTelegram

Изгелек эстафетаһы

“Байрам” сауҙа селтәре баш ҡалала дүртенсе тапҡыр үткәргән байрам тап ошолай аталды. Унда балалар ҙа, ҙурҙар ҙа ҡатнашты.

Изгелек эстафетаһыИзгелек эстафетаһы
Изгелек эстафетаһы

Ике көн барған эстафета 23 этаптан торҙо. Дөйөм маршрут 222 саҡрым тәшкил итте. Ҡатнашыусылар “Өфө муйынсағы” тип аталған матур биләмә буйлап үҙенең көсөн, сыҙамлылығын һынап ҡараны. Кемдер бер этапты һайлаһа, икенселәр бер нисәһенә ҡушылды.

Был матур байрамды ойоштороусыларҙың береһе, идея авторы булып Руслан Аритҡолов тора. Ҡасандыр “Байрам”да бергә эшләгән хеҙмәттәштәре менән йүгереү буйынса марафондар үткәргән ул, һуңынан үҙе “Б” йүгереү клубын асҡан. Хәҙер инде уның миҫалына бәләкәстәр ҙә, ололар ҙа эйәрә. Эстафетаға килгән халыҡтың күплеге – быға дәлил. Унда 200-ләп кеше ҡатнашты.

Әйткәндәй, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн дә йүгереү ҡаралғайны. Балалар үҙҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә лә әҙерләгәйне. Байрам аҙағында һәр бәләкәй ҡатнашыусы миҙал, бүләк һәм грамота алып ҡыуанды. Улар өсөн концерт ойошторолдо, туңдырма таратылды. Ә сарала йыйылған аҡса “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” фонды иҫәбенә күсерелде.

 

Фотолар сауҙа селтәре сайтынан алынды.

Изгелек эстафетаһы
Изгелек эстафетаһы
Изгелек эстафетаһы
Изгелек эстафетаһы
Изгелек эстафетаһы
Изгелек эстафетаһы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас