Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы – «Салауат батыр – ил күрке», «Өләсәйем һандығы», «Маһирлыҡта юҡтыр тиңдәре» тигән методик ҡулланмалар, «Интернатта нығый пар ҡанат», «Быуындарҙан быуындарға ҡалыр мираҫ», «Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө», «Гөлләмә» китаптары авторы.
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында беренсе булып башҡорт йәкшәмбе мәктәбе һәм «Юлдаш» (хәҙер «Шоңҡар») ойошмаһына нигеҙ һалыусы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2002» республика конкурсы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең «Иң яҡшы уҡытыусылары» грантына эйә, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, Салауат Галин исемендәге беренсе премия лауреаты.
55 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан һеҙҙең иғтибарға тәжрибәле уҡытыусының «Дуҫлыҡ уғы» хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.