+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
4 Май 2018, 17:02

Көлсә

Кисә бер туҡтамай ямғыр яуҙы. Бөгөн һуғышсылар рухы аяҙ көн теләнеме, ҡояш күк йөҙөнән йомарт йылмайҙы. Әйтерһең, ил буйлап ятып ҡалған атай-олатай­ҙар йәне 9 Майҙа ауылдаштары менән осрашып, үҙҙәре рухына аят ба­ғышлата. Тыныслыҡтың хаҡы үтә ҡиммәт булған. Ул утыҙ миллионлап һуғышсыларҙың ҡаны менән яуланған. Ата-бабаларыбыҙ фа­шис­тарҙы ҡыйратып, «Ура!» ҡыс­ҡырғанда ла йылы булған, тиҙәр.

Кисә бер туҡтамай ямғыр яуҙы. Бөгөн һуғышсылар рухы аяҙ көн теләнеме, ҡояш күк йөҙөнән йомарт йылмайҙы. Әйтерһең, ил буйлап ятып ҡалған атай-олатай­ҙар йәне 9 Майҙа ауылдаштары менән осрашып, үҙҙәре рухына аят ба­ғышлата. Тыныслыҡтың хаҡы үтә ҡиммәт булған. Ул утыҙ миллионлап һуғышсыларҙың ҡаны менән яуланған. Ата-бабаларыбыҙ фа­шис­тарҙы ҡыйратып, «Ура!» ҡыс­ҡырғанда ла йылы булған, тиҙәр.
Бала-саға улай-былай сабауыллай. Йылы талғын ел тәмлекәстәр, ҡоймаҡ, йыуаса еҫен тарата. Клуб, мәктәп, магазин ҡыйыҡтарының иң башына ҡыҙыл әләм ҡағылған. Мәҙәниәт йорто эргәһендә таш һәйкәл кәртәләнгән. Уның тирәләй бәләкәй флагтар эленгән. Түңәрәк клумбаларҙа күп йыллыҡ сәскәләр морон төрткән. Яу ерендә ятып ҡалғандар исемлеге мәрмәр хәрефтәр менән нарыҡланған. Бөгөн – һеҙҙең байрам, мәңгелек һалдаттар! Еңеүегеҙ менән! Мең рәхмәт һеҙгә! Рәсәй тарихында һеҙҙең ҡанығыҙ менән яҙыл­ған, етем-ябағаның, тол ҡатындарҙың күҙ йәштәренә мансыл­ған бөйөктәрҙән-бөйөк Еңеү көнө! Утыҙ өйлө Теләш ауылы ла уларға рәхмәтен әйтергә бурыслы… Егерме һуғышсынан ун өсөнөң исеме мәрмәр плитәлә яҙылған.
Ҡояш нурҙары тәҙрәләрҙә уйнағансы уҡ Фәриҙә еңгә май ҡушып баҫҡан ононан йыуасаһын бешереп алды. «Ҡупшы Фәриҙә» исеме йәбешкән ҡатындың үҙе бесеп-теккән кейемдәре күптән шкафында элеүле. Биш балитәкле күлдәге, уҡалар менән ҡайырып тегелгән ҡаптырмалы камзулы, өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы селтәре, француз яулығы, Әбей батша заманындағы тәңкәләр менән биҙәлгән сулпыһы, ысын мәрйендән тегелгән ҡашмауы уны күптән көтә. Әсәһенә оҡшап оҫта шул! Кейеп, көҙгө алдында борғолан­ғайны, тфү-тфү, алтмыштан ашһа ла, нәҙек төҙ кәүҙәһе ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ­ҙар­ҙыҡынан кәм түгел. Үҙенең баһаһын белә Бикҡол ауылынан Теләшкә төшкән килен. Мөфти ағай ташыған бесәнде өҫкә ырғыт­ҡанда ла осло туфлийын ташламай бит ул. Урамда ла мода күрһәтәме ни, иң матур кейемдәрен кейеп, тәңкә-мәрйендәргә күмелеп кенә йөрөй.
Тышта бала-сағаларҙың тыпырлаған аяҡ тауыштары ишетелде. Әбей һәр береһенә һары майҙа ғына бешергән йыуасаһын тоттор­ҙо. Арттарынан сыҡты. Ҡапҡа ябыл­ғайны, кемеһенеңдер:
– Маһ-маһ, Аҡтырнак! Бының һымағын әсәйем көн дә бешерә, ашамайым, – тип эткә ырғыт­ҡанын аңғарҙы.
– Мә, мә, мә… – тип икенселәренең дә урам берәгәйен саҡыр­ғаны ишетелде.
Ах, ах… Нимә булды был? Фәриҙә еңгә урындығына ултыра төштө. Ошо балалар кеүек ете-ун йәшлек бала сағы кино таҫмаларылай күҙ алдында кәүҙәләнде. Күҙ йәштәренә быуылды. Баяғы малайҙың ризыҡты һанламауына асыуы ҡабарҙы.
Ҡупшы кейемендә бәрәңге баҡсаһына сыҡты ла услап алабута йолҡто. Әтлекте эҙләп йөрөргә ваҡыты юҡ. Йыйған үләненә йылы һыу бөрктө. Ваҡлап тураны. Унан элеккесә, һуғыш осорондағы кеүек, бер стакан онға үләнде ҡушып оҙаҡ ҡына тасҡаны. Көлсәне баҫҡан һайын күҙ алдына әсәһенең плитә ҡыҙыуына һалып бешергән ошо бәләкәй генә тәғәменең тәме теле осонда һиҙелгәндәй булды. Үтә тәмле ине…
«Тәмһеҙ, имеш? Хәҙер күрһәтәйем әле мин һеҙгә нәмәнең тәмле икәнен? Әйҙә, беҙҙе зар-интизар иткән, йәнебеҙгә йән өргән ошо көлсәне ашап ҡарағыҙ әле», – тип йыуасаһын ҡалдырып, бешергән күстәнәсен кескәй генә сепрәккә төрөп, клубҡа йүнәлде.
– Үәт, әй, икмәкте эшкә һанамайҙар, – тип килеп инде ул. Байрам башланған ине, уға әллә ни иғтибар итеүсе булманы. Ауыл идараһынан килгән кешегә эйәреп, таш һәйкәл янына сыҡтылар. Яуҙан әйләнеп ҡайтмағандарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар.
Эскә үттеләр. Сәхнәлә балалар һуғыш, тыныслыҡ тураһында ши­ғыр һөйләне, йырҙар йырланы. Себен осҡан тауыш та ишетелмәй. Һәр кем яуҙа юғалған атаһын, туғандарын хәтеренә төшөргәндер был ваҡытта… Һәр береһе үҙенең күстәнәсен өҫтәлгә теҙҙе. Ауыл советы вәкиле һуңғы һүҙен әйтеп, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлгә саҡырҙы. Бөтәһе лә урынлашҡас, Фәриҙә еңгә өҫтәл эргәһенә килде. Төргәген һаҡ ҡына асты. Тәүҙә аңламанылар. Был нимә икән? Үлән төҫө сыҡҡан йомро көлсә. «Һуғыш осоронда беҙ ошондай икмәк ашап үҫтек…» – тип баяғы малай­ҙарға һондо. Улар ҡулдарына тот­ҡан ризыҡты ни эшләтергә белмәй аптыранды. Еңгә ипләп кенә мөйөшөнән бүлгеләп, ауыҙҙарына ҡаптырҙы. Ҡал­ған өлөшөн ҡулдан-ҡулға йөрөтөп тәмләнеләр.
– Ниңә ашамайһығыҙ? – тине ул йыйылғандарға.
– Нимә ул? – тип һораны балалар.
– Һуғыш ваҡытында ашағаныбыҙ ошо булды, – тип сепрәген тәҙрә төбөнә һалды. – Икмәк, тип әйтеп тә булмай. Йомро көлсә. Һеҙҙең бәхетегеҙ күккә ашҡан. Оялмайһығыҙ ҙа. Йыуасаны эткә бырғаттығыҙ…
Өҫтәл артынан урын алғас та һүҙ һуғыш осоро михнәттәренә барып төртөлдө. Ул ваҡытта туғыҙ йәшлек кенә ҡыҙ ауыр бала сағын иҫенә төшөрөп: «Хәлебеҙҙән килгәнсә эшләнек. Эргәлә генә баҫыу. МТС-тан урыҫ Калашков ер һөрә. Ун һигеҙ йәшлек Факиһа апай – прицеп тағыусы. Бер заман ялға туҡтайҙар. Бахырҡай һөрөнтө ерҙең ситендә йоҡоға талған. Тракторсы аңғармай ҡала. Йәш кенә көйө эш урынында мәрхүм булды.
Иген утаныҡ, башаҡ сүпләнек. Көҙөн урып алған бойҙайыбыҙҙы тулыһынса тип әйтерлек фронтҡа оҙаттылар. Күптәребеҙ аслыҡтан шешендек. «Бөтә нәмә – фронт­ҡа, бөтә нәмә еңеү өсөн…» Үҙеңә булмаһа, булмаһын, бөтә уңыш – һуғышсыларға. Ул осорҙоң талабы шулай ине».
Һуғыш осоро икмәген мин дә ауыҙ иттем. Тик уны икмәк тип атап була инеме? Уның бер нисә миллиграмм ғына аҡһымы, бала-сағаны аяҡтан йыҡмағандыр. Ул саҡта бөртөк бойҙай ҙа ҡәҙерле бул­ған, алтын хаҡы торған. Астың асыуы яман, тигәндәй, иген һаҡланған келәткә төшкәндәр. Ҡарауылсы ҡатынды урланған аҙыҡ өсөн төрмәгә ултыртҡандар. Уның өс балаһы етем ҡалған. Берәүһе аслыҡтан үлгән. Икәүһен балалар йортона биргәндәр. Ундай осраҡтар күп булған. Ҡарауылсыһын атҡан осраҡтар ҙа билдәле. «Ҡала баҙарында бер буханка икмәк – ике йөҙ һум. Һуғышсының алған айлыҡ аҡсаһы бер-ике буханка икмәк, бер нисә ҡап папиросҡа етә ине», – тип яҙҙы фронтовик яҙыу­сы Талха Ғиниәтуллин.
Фәриҙә еңгәнең бер туған апаһы Әминә Барый ҡыҙының тылда күр­һәткән хеҙмәттәре биш миҙал менән баһаланды. «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы иң ҡәҙерлеһе. Уларҙың исем-шәрифтәре «Тыл геройҙары» исемле китапта урын алды. Дәүләтебеҙ үҙенең батырҙарын шулай данланы.
Ҡасандыр ошо көлсәгә тилмергән геройыбыҙ ҙа бар ғүмерен колхоз эшенә арнаны. Колхозсылар араһында иң күп стажлы һауынсы булды ул. Хеҙмәте самауыр, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды.
Иң мөһиме – икмәгенең урыны өҫтәл түрендә булды. Фәриҙә еңгә уны, сабый балалай, саң ҡундырмай, сигеүле ябыуҙар менән төрөп кенә тотто.
Унынсы май көндө һыуыны. Ҡояш­тың әҫәре лә юҡ. Рашҡылап, ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы. Аллаһы Тәғәлә кешелек донъяһына үҙенең ҡөҙрәтен күрһәтте.

Зөһрә БӘШӘРОВА.


Әбйәлил районы, Теләш ауылы.
Читайте нас: