+8 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
12 Апрель 2019, 12:55

Фәнис нимә ярата?

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

Хикәйә

Бер көндө Фәнис менән йыр дәрестәре үтә торған бүлмәгә индек. Уҡытыусыбыҙ Илһам ағай баянда уйнай ине. Уға ҡамасауламаҫ өсөн шым ғына тәҙрә төбөнә ултырҙыҡ. Ағайыбыҙ беҙҙе күрмәне, үҙ алдына уйнаны ла уйнаны.

Моң баяндан түгел, ә Илһам ағайҙың етеҙ бармаҡтарынан һирпелә кеүек ине. Йөҙө йә етдиләнеп, йә балҡып китә. Уның уйнауы миңә бик оҡшай, сәғәттәр буйы тыңлап ултыра алам. Бер аҙҙан Илһам ағай шып туҡтаны ла беҙҙең яҡҡа боролоп:

– О, ниндәй кешеләр! Ағас ботағындағы турғайҙар кеүек сутылдашып ултыраһығыҙ! Йә, нимә тип әйтерһегеҙ? – тине ул күңелле тауыш менән.
Мин:
– Һеҙ нимә уйнанығыҙ ул?
– Был – Шопен. Уны бик яратам!
– Һеҙ йыр дәресе уҡытыусыһы булғас, шулай төрлө йырҙарҙы яратаһығыҙ инде, – тигән булам.
– Был йыр түгел, улар ҙа бик оҡшай. Мин уйнаған нәмә ябай йырҙан ҙурыраҡ һүҙ менән атала.
– Ниндәй һүҙ менән? – тинем ҡыҙыҡһыныуымды баҫа алмай.
Ул етди тауыш менән:
– Му-зы-ка! Шопен – бөйөк композитор. Ул иҫ киткес матур көй яҙған. Мин Ер йөҙөндә бөтә нәмәнән дә нығыраҡ музыканы яратам, – тине асыҡ итеп. Шул ваҡыт ул миңә иғтибар менән ҡараны ла:
– Ә һин, Марат, бөтә нәмәнән дә нығыраҡ нимә яратаһың? – тип һораны.
– Күп нәмәләрҙе, – тип һөйләп алып киттем. – Эт, фил, ҡыҙыл кавалеристар, боронғо һалдаттар, йыраҡ йондоҙҙар, аттар – бөтәһен-бөтәһен…
Ағай мине иғтибар менән тыңланы ла:
– Ҡара һин уны! Үпкәләмә, дөрөҫөн генә әйткәндә, һин бик бәләкәйһең бит әле, ә шулай ҙа күпте яратаһың! Бөтә донъяны тиерлек! – тине.
Шул ваҡыт эргәлә ултырған Фәнис тә һүҙгә ҡушылды:
– Таптығыҙ аптырар нәмә, мин Мараттан да күберәк яратам бөтәһен-бөтәһен...
Илһам ағай көлөп үк ебәрҙе:
– Бик ҡыҙыҡ! Йә әле, эс серҙәреңде беҙҙең менән дә ур­таҡлаш, нимәләр яратаһың?
Фәнис танауын йыйырып, тамағын ҡырҙы ла:
– Мин аҡ ҡалас, батон, торт, кекс, перәниктәр, – тип һүҙ башланы. – Тағы ла икмәк яратам, аҡ ҡалас, батон, торт, кекс, – тип ҡабатланы ул. – Перәниктең төрлөһө оҡшай. Керәндил, ит, алма, эремсек бәлештәре лә тәмле. Бишбармаҡ, билмән яратам. Балыҡ, ҡыҙҙырылған картуф, ә колбасаны хатта бер килограмм ашап бөтә алам, вәт.
Фәнистең һанай-һанай теле талып китте, шикелле, бер аҙға туҡталып, тәрән һулағас, беҙгә ҡарап алды ла йәнә дауам итергә уйлаған ине. Ярай әле Илһам ағай телгә килде:
– Эйе, Фәнис, һин бик кү-ү-үп нәмә яратаһың. Бөтә аҙыҡ-түлек магазинын… Ә тере йән эйәләренән кем оҡшай һуң, тәмлетамаҡ? – тине көлөп.
Фәнистең йөҙө ҡыҙарып китте:
– Уф, онота яҙғанмын, тағы ла бесәйемде һәм өләсәйемде яратам, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Читайте нас: