-10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
14 Июнь 2019, 12:11

Ай, Ватаным, вай, Ватаным

Хикәйә

Алтынай өләсәһенең:

– Тор инде, ҡолонсағым, тор. Һәйбәт итеп битеңде йыу ҙа, әйҙә, сәй эсәйек, – тигән наҙлы тауышына уянып, күҙҙәрен асты. Аяҡтарын һәлендереп бер аҙ ултырғас, ул йыуыныу бүлмәһенә йүнәлде.

– Мә, битеңде ошоға һөртөрһөң, – тип өләсәһе уға таҙа таҫтамал тотторҙо.

Олатаһы, өләсәһе менән бергәләп көңгөр-ҡаңғыр сәй эскәс, Алтынай кейенеп ишек алдына сыҡты. Көн матур, йылы. Сентябрь аҙағының алсаҡ ҡояшы, донъяны йылы нурҙары менән туйындырып ҡалырға ашыҡҡандай, бар ихласлығын һалып, ер өҫтөнә баҡҡан. Ана, ике быҙау арҡаларын ҡояшҡа ҡуйып, рәхәтләнеп көйшәп тора. Ояһының алдына сығып һуҙылып ятҡан Муйнаҡ та йылыға йоҡомһорап, күҙҙәрен йомған. Ошо һиллектә бер аҙ торғас, ҡыҙҙың күҙе ем һалынған һауытҡа төштө. Үҙенең кескәй биҙрәләрен эләктерә һалып алды Алтынай. Уларға ем тултырып алғас, һарай яғына йүнәлде. Шунан өләсәһенә оҡшатырға тырышып:
– Тип-тип, тип-тип, – тип тауыҡтарҙы саҡыра башланы, үҙе йүгереп йөрөп емен ергә һибәләне.
– Ана, ҡалай уңған минең ҡыҙым, – тип маҡтаны уны тупһаға сығып баҫҡан олатаһы.
– Олатай, мин Муйнаҡты ла ашатырмын, йәме, – тип Алтынай уға килеп һыйынды.
– Ярай, ярай, ашатырһың, – тине олатаһы ла.
Бына дүртенсе аҙна инде бәләкәй Алтынай Әбйәлилдәге олатаһы менән өләсәһе эргәһендә йәшәп ята. Ошоға оҡшашыраҡ үтә уның башҡа көндәре лә. Олатаһы менән өләсәһе күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалдырмай. Ҡайҙа барһалар ҙа, гел үҙҙәре менән бергә йөрөтәләр. Хатта Магнитогорск ҡалаһына циркка ла алып барҙылар. Самаһын белеп кенә төрлө тәм-том, емеш-еләк, туңдыр­ма менән һыйлайҙар.
– Үҙебеҙҙең ауылға, атайым менән әсә­йем эргәһенә ҡайтҡым килә. Ағайым­ды, ҡартәсәйемде һағындым, – тип мыжыр ине лә ҡыҙыҡай, әлегә тыйылып то­ра. Әсәһенең уҡыуҙа икәнлеген белә бит, аңлай. Ул уҡыуын тамамлаһа, Алты­най ҙа үҙ ауылына ҡайтып китер. Их, алыҫ шул тыуған яҡтары. Бынан күренмәй.
Ейәнсәренең йөҙөндәге уйсанлыҡ билдәләрен күрмәй буламы һуң инде өләсәһе.
– Уй-й! Күк йөҙөн болот ҡаплай башлаған бит. Хәҙер ямғыр яуа. Әйҙә, ҡыҙым, ҡаҙ бәпкәләрен алып ҡайта һалайыҡ, – тип ейәнсәренә йәтеш кенә сыбыҡ тотторҙо. Ә Алтынайҙың уйы башҡасараҡ. «Эй, ҡыҙыҡ та инде ошо өләсәһе. Хәҙер инде инәләрендәй бул­ғандар, уларҙы бәпкә ти ҙә торасы».
– Һеҙҙең йылғағыҙ һай ғына булғас, бәпкәләрегеҙ тиҙ ҙураймай инде, ибет, өләсәй? Ә беҙҙеке тәрән. Ҡартатайым менән ҡартәсәйем ҡаҙҙарының йөнөн әллә ҡасан йолҡто инде. Шунан тағы өйрәк бәпкәһе алдылар. Улары ла ҙурайып килә.
Әле йәше 4 менән 5 араһында ғына барған ейәнсәренән бындай хәбәрҙе ишеткәс, ололар бер-береһенә ҡарап, бот сапты. Өйгә ингәс, тағы бер ҡыҙыҡ булды. Эшләмәй ултырған сәғәттең минутлыҡ телен 7-гә тиклем күсерҙе лә Алтынай:
– Ә атайым эштән ошо ваҡытта ҡайта, – тимәһенме.
– Һиҙеп кенә йөрөйөм, балаҡайым, ҡайтҡың килгәнен, – тине өләсәһе ситкә ҡарап шым ғына тауыш менән.
– Бына мунса төшөрөп, өҫтөңә өр-яңы күлдәгеңде кейҙерәйек, башҡа нәмәләреңде рәтләп һалып алайыҡ та шуна-а-ан ҡуҙғалырбыҙ. Әсәйеңдең дә ҡайтыр ваҡыты етте. Әлегә ипләп кенә уйнап йөрөп тор, йәме, ҡолонсағым.
Ул көндө Алтынай йоҡларға ятыр ваҡытты еткерә алмай йонсоно. Тәмле ҡоймаҡ менән сәй эсеп, йомшаҡ урынға барып ятҡас та һүҙе бөтмәгәйне әле уның.
– Мин йоҡлап китеп, күҙемде асһам, теге көн була, ибет, олатай. Шунан һеҙ мине үҙемдең ауылыма алып бараһығыҙ, шулай бит.
– Эйе-эйе, балам, шулай итербеҙ, – тип әйттермәйенсә туҡтамай.

* * *
Иртәгеһенә, хәйерле сәғәттә, тип юлға сыҡтылар. Ара алыҫ ҡына – 250 саҡрым. Юл буйында осраған, үҙенә ҡыҙыҡ тойолған нәмәләр тураһында һорашып барҙы Алтынай.
– Бынау оҙон ағас был тиклем алтын тәңкәләрҙе ҡайҙан тапты икән?
Бер ерҙә ял итергә туҡтағанда уның уттай янып, ҡыҙарып ултырған уҫаҡ ағасына иҫе китте.
– Ниңә беҙҙең яҡта ошондай ут-ағас­тар үҫмәй икән? – тине ул ахырҙа.
– Был – уҫаҡ ағасы, балам. Көҙ етһә, уның япраҡтары шулай ут-ҡыҙыл төҫкә инә. Ана, ҡара әле, урман ҡалай матур!
Шулай бара торғас, ейәнсәре йоҡлап китте. Өләсәһе башы аҫтына мендәр ҡыҫтыра һалды.
Бына Таналыҡ йылғаһына ла яҡынлаштылар. Уны аша сыҡһаң, ауылға ла күп ҡалмай. Шул ваҡыт Алтынай ҡапыл тороп ултырҙы һәм машина тәҙрәһенән тирә-яҡты бик иғтибарлап ҡарарға тотондо. Шунан «уф» тигән кеүек өн сығарҙы ла башын тағы мендәргә терәне.
– Ят, ят, бәпкәм, барып етмәйбеҙ әле, – тип уның өҫтөн рәтләп япты өләсәһе. Бүребай яғына боролоп байтаҡ барғас, әллә машина һелкенеүҙән, әллә бер нәмә һиҙеп, ул тағы һикереп тороп ултырҙы. Машинаның ике яҡ тәҙрәһенән дә ҡарағас, уның күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары һикереште.
– О!!! Олатай, өләсәй! Был – беҙҙең яҡ! Был юлдан ҡартатайым менән атайым эшкә йөрөй! Белдегеҙме?!
Олатаһы менән өләсәһе яуап биреп тә өлгөрә алмай, ейәнсәрҙәре хәбәрҙәрен теҙҙе генә:
– Хәҙер инде әсәйемдең эшләгән еренә етәбеҙ. Олатай, хәҙер анау яҡҡа борол. Яңылыш Таналыҡҡа төшөп китмә.
– Ярай, ярай, ҡыҙым, һине тыңлайбыҙ инде.
Ауылдарының осона килеп ингәс, тағы ла нығыраҡ шаҡ ҡатырғыс хәбәрҙәре башланды.
– Күрҙегеҙме, беҙҙең ауылдың өйҙәре нисек бейек, ҡапҡалары ҡалай матур. Беҙҙең ауылдың баҡсалары ла күркәм, сәскәләре лә ҡойолмаған.
Ҡасан буялғаны ла онотолған, бер нисә урында һынып торған баҡса рәшәткәләре лә үҙенеке, ҡәҙерле ине ҡыҙға.
– Бына әсәйемдең һыуға йөрөгән юлы.
– Ана, беҙҙең балалар баҡсаһы. Һеҙҙә ундай юҡтыр ҙа әле.
Ейәнсәрҙең өйөнә етергә күп тә ҡалмағайны инде, йәнә уның шат ауазы яңғыраны:
– Өләсәй, асфальттан генә килеүе рәхәт булды, ибет?
Өләсәй уйға ҡалды. Хандың алтын ситлегендә:
– Ай, Ватаным, вай, Ватаным,
Ай, Ватаным, вай, Ватаным,
– тип аҙналар буйы бер нәмә лә ашамай-эсмәй, суҡышын һалындырып ултырған турғайҙы иҫенә төшөрҙө уға Алтынай.
Хан да бит:
– Йә, сығарып ебәрегеҙ ҙә шул мәхлүкте, артынан эйәреп барығыҙ. Күрегеҙ, тикшерегеҙ – минең батшалығымдан да байыраҡ ниндәй батшалыҡ икән ул?! – тип аҡырған вәзирҙәренә.
Ситлек асылып китеүгә турғай «пыр-р-р» итеп кенә ҡалған да ҡала ситендәге урманға ҡарай осҡан. Батша вәзирҙәре саҡ өлгөргәндәр, ти, уның артынан эйәреп.

Бына турғай һаҙ ситендәге сытыр-мытыр өйөмөнә барып ҡунған, ти. Өнөммө-төшөммө, тигәндәй, уның өҫтөндә эре генә баҫып атлап йөрөгән, шатлығынан һикергеләп алған. Шунан турғай ҡанаттарын йәйеп, башын юғары күтәреп:
Һай, Ватаным, вай, Ватаным,
Һай, Ватаным, вай, Ватаным!
– тип яңғыратып һайрап ебәргән. Бер көн, бер төн үткән, ти. Бөтә тирә-яҡ турғайҙың саф, шат һайрауын тыңлап кинәнгән. Иреккә сыҡҡанына, тыуған урманына ҡайтҡанына сикһеҙ ҡыуанған, ти.

Ана шул турғайҙы хәтерләтте ейәнсәре өләсәһенә.
Йорттарының алдына барып туҡтап та өлгөрмәнеләр, елбер-елбер итеп йүгереп килгән ҡартәсәһе лә күренде.
Ул арала Алтынай:
– Ҡартәсәй, һағындым! – тип уның ҡосағына атылды. Һәм... ҡасып китмәһен, тигәндәй, ҡартәсәһен кескәй ҡулдары менән ҡымтып тотоп, уның күкрәгенә башын терәп, тынып ҡалды.

Фәрзәнә ХАММАТОВА, педагогик хеҙмәт ветераны.

Әбйәлил районы, Ишкилде ауылы.
Читайте нас