-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
12 Июль 2019, 12:30

Әсәйем бул!

Лира ӘХМӘТ-ЯҠШЫБАЕВА

  Хикәйә

Бишенселәр «Һүҙ төркөмдәре» тигән теманы өйрәнә. Морфологияны артабан үҙләштереү ошо дәресте белеүгә бәйле, шуға Розалия Вәли ҡыҙы тырыша, яңы алымдар, терәк сигнал схемалар ҡуллана.


Дәрес ҡыҙған ғына мәлдә Әҙилә исемле уҡыусы ҡапыл урынынан торҙо ла өҫтәлгә яҙыулы ҡағыҙ бите килтереп һалды. Ҡыҙ баланың берәй мөһим йомошо барҙыр, тип уйланы уҡытыусы һәм уны тиҙерәк алып уҡырға ашыҡты. Аҡ ҡағыҙ битенә: «Мин саҡырһам, беҙгә ҡунаҡҡа килерһегеҙме?» – тип яҙылғайны. Йыуаш ҡына ҡыҙҙан бындай тәртипһеҙлекте көтмәгәйне уҡытыусы, мәктәптә нимәләр генә булмай, балалар нисек кенә шаярмай, әммә был тиклем әҙәпһеҙлекте, саманан сығыуҙы күргәне булманы. Дәрес ваҡытында уҡытыусы өҫтәленә ҡунаҡҡа саҡырып яҙыу яҙып һалғанды берәйһенең ишеткәне, күргәне бармы икән? Әммә нисек кенә йәне көймәһен, тойғоларын һиҙҙермәҫкә өйрәнгән ул, шунда уҡ үҙен ҡулға алды, ҡағыҙ битен бөкләп кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ла Әҙилә яғына бер генә ҡараш ташлап, эшен дауам итте. Бына дәрес тамамланыуҙы иҫкәртеп, ҡыңғырау шылтыраны. Эргәһенә килеп, саҡырыуының сәбәбен аңлатыр, тип Розалия Вәли ҡыҙы көтөңкөрәп ҡарағайны ла, әммә ҡыҙыҡай өнһөҙ-һүҙһеҙ сығып китте. Дәрестәр тамамланып, мәктәп бинаһынан сыҡҡайны ғына артынан теге Әҙилә ҡыуып етте.

– Йә, саҡырыусы, ни булды, әллә әйтер һүҙең бар инеме? – тип һораны Розалия Вәли ҡыҙы.

– Эйе.

– Әйт һуң.

– Әле булмай. Беҙгә килегеҙ, шунда әйтәм.

Уҡытыусы уҡыусыһын сәйер ҡыланышы өсөн шелтәләргә лә, көлөргә лә белмәне. Бала уға хәйләһеҙ, ялбарып, ихлас ҡарай. Юҡ, бара алмайым, тиһә, үтенес менән мөлдөрәп ҡараған ҡыҙҙың күҙҙәренән йәш атылып сығыр төҫлө.

– Йә, ярай, улай булғас, әйҙә, киттек.

– Юҡ, әле түгел. Үҙем әйтермен.

– Бына нисек? Ниндәй серле саҡырыу һуң был?

– Шулай кәрәк, зинһар, үпкәләмәгеҙ.

Розалия Вәли ҡыҙы уҡыусыһының буталсыҡ хәбәренән, сәйер ҡыланышынан бер ни ҙә аңлай алманы. «Кәрәк икән – кәрәк», – тине лә ҡайтыу яғына атланы.

Бер аҙналай ваҡыт үтеп китте. Бер көндө эргәһенә йөҙө ҡояштай балҡыған Әҙилә килеп баҫты ла:

– Киттек беҙгә, – тине.

– Йомошоңдо былай ғына әйтеп булмаймы, Әҙилә? Ниңә әллә нимәләр уйлап сығараһың?

– Юҡ.

Тиҫтерҙәренән кәүҙәгә байтаҡҡа ҡайтыш, ҡаҡса ғына кәүҙәле, бойоҡ күҙле ҡыҙ баланың үҙ һүҙендә ныҡ тороуы мәҙәк тойолдо уҡытыусыға, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡунаҡҡа барырға риза булды. Машинаһы янына килеп:

– Улайһа, әйҙә, ултыр, киттек, – тине. – Адресыңды әйт.

Әҙиләләрҙең йорто Розалия Вәли ҡыҙы йәшәгән йорттан әллә ни алыҫ түгел икән, улар үҙәк урамдарҙың береһендәге туғыҙ ҡатлы йорт янына килеп туҡтаны. Ишек төбөндә ҡырҡ–ҡырҡ биш йәштәрҙәге ир ҡаршы алды:

– Мин Әҙиләнең атаһы Әнүәр булам. Ә һеҙ Розалия Вәли ҡыҙымы? Таныш булайыҡ. Үҙегеҙҙе өйөгөҙҙәге кеүек хис итегеҙ. Мин ике көн элек кенә Сорғоттан ҡайттым, вахта методы менән эшләйем. Ҡыҙым өйгә инде лә, уҡытыусы апайҙы ҡунаҡҡа саҡырҙым, ул беҙгә килергә риза булды, тине. Бөтә һөйләгәне – һеҙ. Минең үҙһүҙле, еңмеш ҡыҙымды нисек улай әсир итә алдығыҙ? Һеҙҙе шул тиклем ярата, һәр әйткән һүҙегеҙ уның иҫендә.

Төҫкә-башҡа күрмәлекле генә ирҙең күҙҙәрендә һыҙланыу сатҡылары күреп, был кешенең берәй ҡайғыһы бармы, әллә ауырыймы, тип уйланы ҡунаҡ. Ул арала табынға саҡырҙылар. Ниңәлер йортта хужабикә күренмәне. Ҡунаҡтың уйын һиҙгәндәй, Әҙилә күрше бүлмәнән фотоһүрәт алып килде.

– Был – минең әсәйем. Ҡарағыҙ әле, ул һеҙгә оҡшап тора. Ул юҡ инде, китте. Һеҙ минең әсәйем булығыҙ!

– Әҙилә! – Ҡыҙының көтөлмәгән хәбәренән оялған Әнүәр, йомош тапҡан булып, аш-һыу бүлмәһенә сығып китте.

Ҡапыл Розалияға Әҙиләнең саҡырыуының сере аңлашылғандай булды. Атаһы менән таныштырырға тип алып ҡайттымы икән ни был бала уны? Табында уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Нимә-нимә, әммә Розалия быны көтмәгәйне. Ә Әҙилә уҡытыусыһының эргәһенә үк килеп ултырҙы:

– Минең атайым һәйбәт ул, тик гел ҡай­ғылы, уның күңелен һеҙ генә йыуата алыр­һығыҙ.

– Ни һөйләйһең һин, Әҙилә?

– Һеҙ ҙә бит яңғыҙ.

Ун ике йәшлек ҡыҙ баланың әсәйле бул­ғыһы килеүе тәбиғи. Ул быны сабыйҙарса самими бер ҡатлылыҡ менән йәшерен-батырынһыҙ әйтте лә ҡуйҙы. Ә атаһына яңғыҙ ҡыйын икәнлеген аңлап, уға кәләш күҙләүе уҡытыусыны ғәжәпләндерҙе. Һиҙгер күңелле. Ниңә был бала гел күңелһеҙ, тип уйлай торғайны, баҡһаң, әсәһе юҡ, ә атаһы ситтә эшләй. Хәҙер ул барыһын да аңланы.

– Кил әле, ултыр яныма. – Розалия ҡыҙыҡайҙы эргәһенә ултыртты ла сәстәренән һыйпап, арҡаһынан һөйҙө, ҡосаҡлап үҙенә яҡыныраҡ һыйындырҙы.

– Ысын әйтәм, мин һеҙҙе яратам. Минең әсәйем булығыҙ. Атайыма яңғыҙ ҡыйын.

– Эй, Әҙиләкәйем, был һин уйлағанса еңел мәсьәлә түгел. Ололарҙың тормошо бик ҡатмарлы.

Ҡыҙының һүҙҙәрен ишек аша ишетеп торған атай кешегә бик уңайһыҙ ине. Бына ниңә, уҡытыусыны саҡырайыҡ, тип ҡайтҡандан алып быуынына төшкән икән ҡыҙы. Тағы әллә нәмәләр һөйләп ташламаһын тип, Әнүәр ҡыҙына йомош ҡушҡан булып, аш-һыу бүлмәһенә сығарып ебәр­ҙе.

– Зинһар, уны ғәфү итегеҙ. Ысынлап та, ҡыҙ балаға әсәй кәрәк. Әҙиләнең уйында ни, телендә – шул.

Күмертау әллә ни ҙур ҡала түгел. Үҙ-ара һөйләшеп йөрөмәгән кешеләр ҙә бер-береһен йөҙгә танып белә. Ә Әнүәрҙе Розалия Вәли ҡыҙының ҡалала осратҡаны булманы.

– Һеҙҙе бер ҙә күргәнем юҡ, ҡайҙа эшләйһегеҙ?

– Күмертауға беҙ былтыр ҡатыным үлгәндән һуң күсеп килдек. Быға тиклем Сорғотта йәшәнек. Ҡыҙым әсәһенең туғандары менән аралашып йәшәһен, тип был яҡҡа ҡайттым. Мин – инженер-нефт­се, нефть промыслаһында эшләйем.

– Бына нисек. Ҡыҙығыҙ миңә оҡшай, шундай асыҡ күңелле.

– Уҡытыусы апайҙы саҡырайыҡ, тип өҙмәне лә ҡуйманы. Килмәҫһегеҙ, тигәйнем, Әҙиләнең һүҙен йыҡмауығыҙ өсөн рәхмәт.

Розалия Вәли ҡыҙы көлә-көлә уның нисек үҙен саҡырғанын һөйләп бирҙе:

– Ун йылдан ашыу уҡытам, бындай хәл менән тәүләп осрашыуым. Балалар ҡыҙыҡ, мин уларҙың үтенестәренә иғтибарлы булырға тырышам.

Әҙилә өҫтәлгә сынаяҡтар ултыртты ла тағы уҡытыусыһының эргәһенә килде:

– Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә үҙемдең бүлмәмде, аквариумымды, ташбаҡамды күрһәтәм.

– Һин йәнлектәр яратаһыңмы?

– Эйе. Мин уларҙы үҙем тәрбиәләйем.

Ҡыҙыҡай шкафтан фотоальбом алды, бында әсәһенең, яҡын туғандарының фотолары теҙелгән икән.

– Әсәйемдең кейәүгә сыҡмай ултырған бер һеңлеһе бар, атайыма күҙе төшкән. Тик мин уның әсәй булыуын теләмәйем.

– Ниңә?

– Яратмайым.

– Ә һин әсәйлеккә ниңә мине һайланың?

– Һеҙ – яҡшы уҡытыусы. Икенсе берәү булһа, записка өсөн әрләп ташлар, минең үтенесемә ҡолаҡ та һалмаған булыр ине.

– Ах, һин шуҡ ҡыҙыҡай, белмәгәйнем ниңә саҡырғаныңды.

Ҡыҙы өсөн ныҡ уңайһыҙланған Әнүәр ни эшләргә, нимә әйтергә белмәй яфаланды. Сат йәбеште ләһә ҡунаҡҡа. Хәҙер бүлмәһенә алып инеп китте. Унда тағы әллә ниҙәр һөйләйҙер әле.

Аптырағас, Әнүәр ҡыҙының бүлмәһенә туҡылдатты.

– Ғәфү итегеҙ, Әҙилә һеҙҙе арытты, буғай.

– Эргәһендә күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ.Ҡыҙығыҙ зирәк, аҡыллы, ҡыйыу. Миңә шундай балалар оҡшай, әммә хәҙер ҡайтырға, иртәгәге дәрестәргә әҙерләнергә, план төҙөргә, дәфтәр тикшерергә кәрәк.

– Беҙгә тағы ҡасан киләһегеҙ? – Уҡытыусыны янынан ебәргеһе килмәгән ҡыҙ осрашырға сәбәп эҙләне. – Әйҙәгеҙ иртәгә өсәүләп концертҡа барайыҡ.

– Иртәгә булмай, беҙҙең педсовет.

– Иртәгәнән һуңға нисек?

– Ҡарармын.

Әнүәргә тыныс холоҡло, ипле һүҙле, үҙен ябай тотҡан ҡатын оҡшаны. Розалия Вәли ҡыҙын ул машинаһына тиклем оҙата сыҡты ла:

– Беҙгә шулай килеп йөрөгөҙ, – тине.

– Рәхмәт.

Өйгә ингәс, атай кеше ҡыҙын орошто:

– Оят түгелме һиңә, миңә әсәй бул, тип уҡытыусыға бәйләнергә, етмәһә, ҡунаҡҡа саҡырырға? Ниндәй тәрбиәһеҙ ҡыҙыҡай, тип уйлағандыр әле.

– Мин бит үҙемде генә түгел, һине лә уйлайым, атай. Розалия апай һиңә яҡшы кәләш булыр. Һөмһөҙ Гүзәлең һымаҡ эскесе түгел, борхотоп тәмәке тартып ултырмай. Ҡурҡам мин унан.

Булдыҡлы, уңған кейәүебеҙ ситтәргә китмәһен, тип туғандары уны мәрхүмә ҡатынының бер туған һеңлеһенә, йәғни балдыҙына, димләйҙәр, һуңғы ваҡыттарҙа осрашҡылап та йөрөнөләр. Эйе, Гүзәл асыҡ күңелле түгел, ихласлығы ла һиҙелмәй. Әҙиләне ул күҙгә лә элмәй. Мөнәсәбәте тик шәхси мәнфәғәттәргә генә ҡоролған һымаҡ. Йәнәһе, апаһының йый­ған донъяһына сит кеше кинәнмәһен. Һиҙгер күңелле Әҙилә бер ҡасан да уға: «Әсәй», – тип әйтә алмаясаҡ. Ана, уҡытыусыһына нисек һырыға, хатта эргәһенән китмәй, ә Гүзәл килһә, бүлмәһенә инеп бикләнә. Әнүәр ошоларҙы уйлап, ни эшләргә, тигән һорау менән стенала торған ҡатынының портретына төбәлде. Тиҙҙән яҡты донъя менән хушлашырын һиҙенгән ҡатыны Аллаһҡа ялбарғандай : «Әҙиләмде генә йәтим итә күрмә! Әсә наҙынан мәхрүм булғанға күрә, һин ғәзизкәйемә мәрхәмәтле бул!» – тип үтенде. Уның был һуңғы һүҙҙәрен Әнүәр һис ҡасан онотмай. Белә, үҙенә ҡатын табылыр ҙа ине, тик балаға әсә булырлыҡты ҡайҙан алырға? Ә Розалия Вәли ҡыҙы бында уҡыусыһының күңелен уйлап ҡына килде. Тик баланы йәлләү генә ғаилә ҡорорға нигеҙ була алмаҫ шул. Йәнә йәштәр айырмаһы ла байтаҡ булып сыҡты, шундай матур йәш ҡатын үҙенән ун йәшкә өлкән кешене һанламаҫ. Ошондай күңелһеҙ уйҙарға батып ята торғас, Әнүәр мендәрен ҡосаҡлап йоҡлап китте. Уның хәҙер берҙән-бер шатлығы – Әҙиләһе. Бая ҡыҙына асыуланып, шелтәле һүҙҙәр әйтһә лә, уның аҡыллы, саф күңелле бала икәнен белә ул.

Розалия Вәли ҡыҙы: «Их, минең ошондай ҡыҙым булһын ине!» – тип уйланы. Яратты ул алсаҡ Әҙиләне. «Миңә әсәй кәрәк!» Бала кеше ауыҙынан сыҡҡан бындай һүҙҙәр йөрәгендә йәне булған һәр кемде тетрәндерер. Уның был әйткәндәре батып барған кешенең һаламға йәбешеүе кеүек тойолдо уҡытыусыға. Шулай ҙа бала кешенең саҡырыуына ҡарап ҡунаҡҡа китеп барыуына үҙен шелтәләп алды. Атаһы нимә уйлағандыр, уның яңғыҙ икәнен белеп, танышырға килгән, тинеме икән? Былай булырын алдан белһә, әлбиттә, бармаҫ ине. Уй-ниәтен һиҙҙермәй эшләне бит ҡыҙыҡай.

Төн урталары ине, Розалияның ишегендә ҡыңғырау шылтыраны.

– Асығыҙ әле... – Иламһыраған тауыш Әҙиләнеке ине. Ни күҙҙәре менән күрһен, коридорҙа бер ҡат күлдәктән генә, өшөүҙән дер-дер ҡалтыранған, илауҙан буҫлыҡҡан уҡыусыһы тора.

– Ни булды? – Розалия аяғында саҡ баҫып торған ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды ла өйгә индерҙе.

– Атайым мине Гүзәл апай менән ҡалдырғайны. Ул әллә ниндәй ағайҙарҙы алып килә, көн дә эсәләр. Бөгөн бер иҫереге миңә бәйләнде, ишекте эстән бикләп ҡуйғайным, бүлмәмә емереп инде лә мине ҡосаҡларға итә. Атайым һаҡлыҡҡа газ баллоны биреп ҡалдырғайны, битенә һиптерҙем, шул ҡотҡарҙы. Сыҡтым да ҡастым. Ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә Әҙилә иҫһеҙ булып ҡоланы.

Розалия ҡыҙыҡайҙың аяҡ-ҡулын спирт менән ыуғылап, ҡурай еләге менән йылы сәй эсерҙе. Бер аҙҙан баланың температураһы күтәрелде, ҡып-ҡыҙыл булып тәне янды, йүткерә башланы. Ни эшләргә? «Тиҙ ярҙам» саҡырмай булмаҫ.

– Баланы үҙебеҙ менән алып китәбеҙ, теләһәгеҙ, беҙҙең менән барығыҙ, – тине табип ҡыҙ. – Милицияға әйтеп, хәҙер үк тикшереү ебәрәбеҙ. Адрестары нисек?

Әҙилә төндә бик ныҡ һаташты, атаһын, әсәһен саҡырҙы.

Тамам аптыраған Розалия ҡыҙыҡайҙы ҡосаҡлап, эргәһенә һалды, сәстәренән һый­паны.

«Ҡыҙым», – тип ҡуйынына алғайны, ни ғәләмәттер, һыйынып ҡына йоҡлап киткән баланы үҙенеке итеп хис итте лә ҡуйҙы. Бер аҙҙан Әҙилә тирләй башланы, тибенеп, өҫтөн асып ташланы. Розалия тағы йомшаҡ ҡына итеп: «Йоҡла, ҡыҙым, йоҡла, тирләү файҙалы, ауырыуың сыға», – тип өҫтөн ҡымтып япты. Бала тағы иҙерәп йоҡлап китте. Таң алдынан Розалия үҙе лә йоҡоға талды. Палатаға дарыу таратырға ингән шәфҡәт туташы уятты уларҙы. Розалияның ҡосағында уянған Әҙилә:

– Мин һеҙҙе әсәйем тип уйлап, шул тиклем рәхәт йоҡлағанмын. Ә беҙ ни эшләп бында һуң?

– Иҫеңдәме, кисә беҙгә килгәндә ныҡ өшөгәйнең, һине «Тиҙ ярҙам» машинаһы менән дауаханаға алып килдек.

– Эйе, иҫемә төштө: кисә Гүзәл апай тағы эске ойошторҙо. Атайыма әйттем, мине уның менән ҡалдырма, тинем, тыңламаны. Бер иҫереге ишекте емереп ингәс, өҫтөмә лә кеймәй саҡ сығып ҡастым. Ҡайҙа барырға белмәй, һеҙгә килдем. – Шунда Әҙилә үҙен ҡармаған иҫерек ирҙең ҡулынан көс-хәл менән ысҡынып сығып ҡасыуын, ике урам аша йәшәгән уҡытыу­сыһына барыуын иҫләне.

Розалияның күңелендә аҡыллы, сая ҡыҙ балаға ҡарата наҙлы хис уянды. Әҙиләне үҙ балаһындай яратып, ҡосаҡлап алды, иркәләп сәстәренән һыйпаны:

– Аҡыллым минең, дөрөҫ эшләгәнһең, атайың ҡайтҡансы миндә торорһоң.

– Ә ул ҡайтҡас, нисек?

– Нисек, нисек? Үҙегеҙгә ҡайтаһың.

– Ә минең һеҙҙе лә үҙебеҙгә алып ҡайт­ҡым килә.

Ҡапылда ни әйтергә белмәгән Розалия Вәли ҡыҙы:

– Ах, донъямды онотҡанмын даһа, тиҙҙән дәрес башлана, миңә йүгерергә кәрәк, – тип тиҙ-тиҙ кейенде лә, кис­кә килермен, тип палатанан сығып йүгер­ҙе.

Дауахананан һауығып сыҡҡан Әҙиләне уҡытыусы тура үҙенә алып ҡайтты. Был турала коллегаларына ла әйтте. Бер нисә көн үткәс, айнытҡыстан сыҡҡан Гүзәл мәктәпкә килеп, Розалия Вәли ҡыҙын ғәйепләп, ҡыҙыҡайҙы ҡайтарып алырға булып йөрөгән икән, уҡытыусылар уны тиҙ урынына ултыртҡан.

– Һинең арҡала бала туңып үлә яҙҙы, иҫерек әшнәңә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һиңә тағы ни кәрәк? Оялмайынса бында килеп, баланы ҡотҡарыусыға дәғүәңде белдереп йөрөйһөңмө? – тигәндәр.

Сорғоттан ҡайтҡан Әнүәр үҙе юҡта ҡыҙы менән ниҙәр булғанын белеп, балдыҙын өҙгөсләп ташларҙай ине. Хәшәрәт, боҙоҡ ҡыҙҙарын димләп, башын ҡатырған элекке ҡайны-ҡәйнәһенә асыуы ҡабарҙы. Фатир асҡысын килтергән булып, бер нәмә булмағандай, юхаланған Гүзәлде һуғып йығыр­ҙай булған Әнүәр:

– Бынан башҡа тупһама аяғыңды баҫма! Һиңә ҡалдырып, ҡыҙымды харап итә яҙҙым, – тип уны өйөнән ҡыуып сығарҙы.

Әнүәр Әҙиләһе тураһында хәстәрлек күргән уҡытыусыны саҡырып, бөгөн рәхмәт әйтергә йыйынғайны.

– Мин бара алмайым, ғәфү итегеҙ, – тип Розалия ҡаршы булды. – Балдыҙығыҙ килеп, мәктәптә дау ҡуптарҙы. Һеҙгә кәңәшем шул: Әҙиләне Стәрлетамаҡтағы лицейға бирегеҙ. Унда яҡшы уҡыталар, тәрбиәселәр һәйбәт. Ә мин яратҡан уҡыусым өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрмен.

Бер ай ял тиҙ үтеп китте. Апрель баштарында Әнүәргә тағы эшкә китергә ваҡыт етте. Әҙиләне ҡайҙа ҡалдырырға, тип тор­ғанда, ҡыҙыҡай үҙе Розалия Вәли ҡыҙы менән һөйләшеп, уның менән ҡалырға булды.

– Ҡарап тороғоҙ инде, беҙҙең башҡа кешебеҙ юҡ, – тип ялбарҙы Әнүәр. – Үҙенең дә һеҙҙән айырылғыһы килмәй. Был бала менән ни эшләргә инде миңә?

– Борсолмағыҙ, иң мөһиме, Әҙилә – бик аҡыллы бала. Уның миңә бер мәшәҡәте лә теймәҫ.

– Рәхмәт.

Бер ай эшләй ҙә бер ай ял итә Әнүәр. Вахтаның эше шулай. Бер ай буйы гел бергә булып, уҡыусы менән уҡытыусы бер-береһенә тамам эҫенделәр, әсәле-ҡыҙлы кеүек булып киттеләр. Ҡыҙыҡайҙы хәҙер уҡытыусыһы эргәһенән алып ҡайтып булмай. Тик Әнүәр балдыҙы менән булған хәлдәрҙән һуң уңайһыҙланып, һөйләшергә баҙнат итә алмай. Ҡыҙы саҡырғанға килеүенә ҡарап, Розалияны тәүҙә ябай ғына ҡатындыр, уның менән һөйләшеү, килешеү еңел булыр, тип уйлап, Әнүәр ныҡ яңылышҡан икән. Осрашҡанда бер нисә рәт өйләнеү тураһында ситләтеп һүҙ ҡуҙғатып ҡарағайны, йәш ҡатын был турала ишетергә лә теләмәне. Уҡыу йылы тамамланғас, лицейға урынлаштырыр өсөн Әнүәр ҡыҙының документтарын алырға мәктәпкә килде, быны белеп ҡал­ған Әҙилә:

– Мин Роза Вәли ҡыҙы янында ҡалам, лицейға бармайым, – тип мәктәп директорына инде. – Бында уҡыу оҡшай, иптәштәремә лә өйрәндем.

Әнүәрҙең тағы Сорғотҡа китергә ваҡыты етте. Тағы ҡыҙын ҡайҙа ҡалдырырға белмәй баш ватты. Олатаһы, өләсәһе янына алып барыр ине, Гүзәл менән борсаҡтары бешмәй. Әшнәһен ун биш тәүлеккә ултыртып ҡуйғас, кенәсел балдыҙы Әҙиләне дошман күрә.

Розалия Вәли ҡыҙы уҡыусыһын алып ҡалырға риза ине. Ул был көндәрҙә ныҡ ҡына уйланды. Үҙ әсәһендәй күреп, гел эргәһендә йөрөгән ҡыҙ баланы ни хәл ситкә типһен? Үҙе лә бит ҡыҙыҡайҙы яҡын күрә. Күңелендә уянған әсәлек хисе йәненә тынғылыҡ бирмәй. Хәленән килһә, бөгөн үк үҙенә алып ҡайтыр ҙа бер ваҡытта ла эргәһенән ебәрмәҫ ине. Тик тормошҡа сығыу ғына уның планына инмәй. Былтыр ирен түшәктә сит ҡатын менән тотҡандан бирле күңелендә ир-атҡа ышанмау барлыҡҡа килде һәм бындай хыянатты бер ваҡытта ла кисерә алмаясағын аңланы. Әле килеп Әҙиләнең уны, әсәйем, тип атауы туңған йөрәгендәге боҙҙо иретте. Юлға сығырға бер нисә көн ҡалғас, Розалия Әнүәрҙе сәйгә саҡырҙы:

– Әҙиләне ҡайҙа ҡалдырырға, тип ҡаң­ғырма, беҙ күптән әсәле-ҡыҙлы һымаҡбыҙ, – тине.

– Һин ризамы?

– Ул турала аҙаҡ.

...Күмертау урамынан мәҙәниәт йортона табан бер матур пар атлай. Кемдәр, тиһегеҙме? Розалия менән Әнүәр улар. Ә бит үҙ бәхеттәрен тапҡан был икәүҙе Әҙилә ҡауыштырҙы.

Йылдар үткәс тә Розалия Вәли ҡыҙы Әҙиләнең: «Мин саҡырһам, беҙгә ҡунаҡҡа килерһегеҙме?» – тигән яҙыуын хәтерләй ҙә уҡыусыһының ҡыйыулығына хайран ҡала. Үҙен, атаһын һәм Розалияны бергә туплап, бәхетле ғаилә төҙөгәне өсөн рәхмәт әйтә.
Читайте нас: