+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
30 Апрель 2020, 11:23

Татлы төштәр күрһен бәләкәс!

Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА

ХикәйәАп-аҡ ҡорғанлы, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә бәүелеп торған сәңгелдәктә иҙрәп бәпес йоҡлай. Тирә-йүндә, өй эсендә иртәнге йоҡоло һиллек, әйтерһең дә, барыһы ла уның тыныслығын һаҡлап, шымып ҡалған.

Ҡапыл ниндәйҙер эске тауыштан бөтә торошо менән тертләп киткән бала ҡысҡырып ебәрҙе лә ярһып илай башланы. Уның яр һалыуынан баҡса алдындағы тәҙрә төбө күтәрмәһендә ултырған, ишетелер-ишетелмәҫ кенә бер-береһенә наҙлы гөрләшкән пар күгәрсен һиҫкәнеп, ҡанаттары менән күгелйем быялаға ҡаға-ҡаға, ашығып, ҡур­ҡып, елпенеп осоп китте.

Уларҙың хәүефләнеүе лапаҫ аҫтында оя ҡорған йылғыр өй ҡарлуғастарына ла күсте. Баштарын күтәреп, ауыҙҙарын асып, сырҡылдай башлаған ҡошсоҡтарын һаҡлау йәһәтенән кәйелә-кәйелә, яҡын-тирә­нән шом эҙләп, тирә-яҡҡа атлыҡҡан төркөмдәр күренде.
Был көсөргәнешле тулҡын яҡындағы йылға тирәктәрен үҙ иткән ҡарға өйкөмдәренә лә һуғылды. Ҡапыл улар ҙа яңы осорға өйрәнгән балалары менән ҡысҡырышып, күк йөҙөн ҡапланы, һауаға таралды.
Аңғармаҫтан ҡалҡҡан шау-шыуға йәшел бәрхәт туғай­ҙа утлап, иркендә йөрөгән йәш бейә өркөп, ҡолонсағын ҡурсалап, әле төнгөлөктән ҡайтмаған үҙ өйөрөнә ҡарай сапты. Ярһыу ат тояғы аҫтынан сыҡҡан үләнле мәте атлығып, яр ситенән һыуға тәгәрәне.
Ҡояштың тәүге нурҙарына иркәләнергә сыҡҡан, эреле-ваҡлы балыҡтар төркөмө кинәт эркелеп, тәрән урынға ашығып, шунда уҡ күҙҙән юғалды.
Йылҡы өйөрө лә тынысһыҙланды. Айғырҙың сая, көслө кешнәүенән урман ҡоштарының иртәнге һайрар моңо өҙөлдө, сихри көй тарҡалды. Төрлө-төрлө яҡҡа ынтылып, ҡоштар тауҙар яғына осто.
Таң һарыһынан бейектә, сик­һеҙ офоҡтарҙы байҡап, зәңгәр күкте иңләгән, үткер күҙ­ҙәре менән тауҙарҙағы хәлде күргән бөркөттөң йөрәгенә билдәһеҙ шом уралды. Көслө ҡанаттарының остары менән тарлауыҡ ҡаяларына һаҡһыҙ бәрелә-бәрелә, ул да ояһына, инә бөркөт эргәһенә ашыҡты.
Уның артынан аҫҡа, бына-бына өҙөлөп, ҡолап төшөргә әҙер торған йомро таштар ишелде.
– Нимә булды? – тип аптырап ҡысҡырҙы ата бөркөт, килеп етер-етмәҫтән. – Аҫта ниндәй ғауға ҡупҡан?
– Тыныслан, – тине инә бөркөт йомшаҡ ҡына тауыш менән. – Бәләкәстәрҙе уята­һың... Тағы әҙерәк йоҡлаһындар әле...
– Шулай ҙа... Һиҙмәнеңме һуң урман ҡоштарының ғау­ғаланыуын?
– Мин дә тәүҙә аңламаным... Тиҙерәк һинең ҡайтыуынды көттөм, – тине инә бөркөт янында ултырған ата бөркөттөң тынысһыҙланып күтәрелгән яурындарына башын терәп. – Бөтә нәмәне күргән елкәй миңә барыһын да түкмәй-сәсмәй алып килеп еткерҙе...
Инә бөркөттөң һөйләгәнен тыңлаған ата бөркөт тыныс­ланғандан-тыныслана барҙы, аҙаҡ еңел көрһөндө лә хәстәрлекле тауыш менән:
– Ярай әле ауыл бәләкәсенең ҡурҡҡан нәмәһе төшөндә генә булған, – тине. Үҙе – бер ҡошсоҡтарына, бер – аҫҡа, тыныс ҡына таңды ҡаршы алған матур, бейек йорттарға ҡараны. – Ярай әле... төшөндә генә булған...
Инә бөркөт уға һыйынды.
– Эйе... Ана, бөтәһе лә тыныс­ланды. Тимәк, әсәһе бәпесен ҡулына алды, яратып үпте, наҙлап күкрәгенә ҡыҫты...
Һәр саҡ татлы төштәр күр­һен бәләкәстәр!..
Тыныс булһын тыуған Уралыбыҙ!..
Читайте нас: