Хикәйә
Һалдатҡа йыш ҡына өйөнән алыҫта һуғышырға тура килә. Өйө – Кавказ тауҙарында, ә ул Украина далаларында алышта йөрөй. Өйө – далала, ә ул тундрала, һалҡын диңгеҙҙә йөҙә. Ҡайҙа һуғышырға икәнен бер кем дә үҙе һайлап ала алмай. Шулай ҙа һалдаттың тыуған ҡалаһын, тыуған ауылын дошмандан һаҡлаған йәки ҡыуып сығарған сағы ла була. Василий Плотников та тыуған яҡтарында һуғышты. Яу тамамланып, фашистар сигенгәс, һалдат командирҙан Алмалыҡ ауылына барып килергә рөхсәт һораны. Өйө шунда. Унда бәләкәй ҡыҙы менән ҡатыны, ҡартайған әсәһе йәшәй. Алмалыҡ ни бары ун саҡрымда ғына.
– Яҡшы, – тине командир. – Һеҙгә, рядовой Плотников, дүрт сәғәтлек ял бирәм. Һуңламай килеп етегеҙ. Әле ун бер, ә ун биш сәғәттә йөк машиналары киләсәк, беҙҙе фашистар артынан ҡыуырға алып китәсәк.
Плотниковтың иптәштәре аҙыҡ-түлек запастарын – консервалар, сохарый, шәкәр килтерҙе. Барыһын да биштәргә тултырҙылар. Әйҙә, ғаиләһен һыйлаһын. Бүләк әллә ни күп түгел, ә шулай ҙа ысын күңелдән! Иптәштәре Плотниковтан бер аҙ көнләште. Уйынмы ни – яҡындарын ике йыл буйы күрмәгән, ғаиләһе хаҡында бер нәмә лә белмәй, ә тиҙҙән күрешәсәктәр. Дөрөҫ, һалдаттар, Плотниковтың ҡатыны, бәләкәй ҡыҙы, ҡартайған әсәһе дошмандар әсирлегендә һәләк булыуы ла ихтимал, тип тә уйланы. Әммә ҡайғылы уйҙарын телдән әйтмәнеләр.
Василий Плотников был хаҡта үҙе лә шомланды. Шунлыҡтан шатлығы хафалы ине. Иптәштәренә бер генә һүҙ әйтте: «Рәхмәт!» Биштәрен артмаҡланы, муйынына автоматын аҫты ла баҫыу, урман аша туп-тура Алмалыҡҡа атланы.
Был ауыл ҙур түгел, әммә бик матур. Ул һалдат Плотниковтың төшөнә йыш инде. Бейек ҡарт өйәңкеләрҙең еләҫ күләгәһендә, йәшел сатыр аҫтындағы һымаҡ, семәрле күтәрмәләре, тәҙрә алдында таҙа эскәмйәләре булған ныҡлы йорттар тора. Өйҙәр артында – йәшелсә баҡсалары. Уларҙа барыһы ла: һары шалҡан, ҡыҙыл кишер, күн туп һымаҡ ҡабаҡтар, ҡайнатма ҡайнатылған ялтырап торған еҙ тастарға оҡшаған көнбағыштар үҫә. Ә аръяҡта – емеш баҡсалары. Уларында алмалар бешә – йәнең теләгәне бар! Татлы-әскелтем грушовка, балдай татлы терентьевкалар, донъялағы иң яҡшы антоновка алмалары. Көҙ көнө антоновкаларҙы мискәләрҙә ебеткәндә, арыш һаламы түшәлгән йәшниктәргә ҡышҡы һаҡлауға тултырғанда Алмалыҡтан алма еҫе аңҡый. Ел ауыл өҫтөнән иҫкәндә ошо еҫте һеңдереп, уны алыҫ-алыҫтарға тарата. Кешеләр – үткенселәр ҙә, Алмалыҡтан ситтә ятҡан юлдан уҙыусылар ҙа – ауылға боролоп инеп, туйғансы алма ашай, үҙҙәре менән алып китә. Йомарт ине ауыл. Хәҙер нисек икән?
Василий Плотников ҡабаланды. Ауылға тиҙерәк барып етһә, яҡындары менән күрешергә ваҡыты күберәк буласаҡ. Бөтә һуҡмаҡтар, бөтә юлдар, бөтә йырындар һәм түмәләстәр уға бала саҡтан таныш. Бер сәғәттән ул бейек ерҙән Алмалыҡты күрҙе. Туҡтаны. Ҡаранды.
Алмалыҡ өҫтөндә йәшел сатыр юҡ ине. Уның урынына күктә йыртыҡ ҡара ау тартылған: бейек өйәңкеләрҙәге япраҡтар ҙа, ботаҡтар ҙа янған, ә ваҡтары күмерләнгән, улар күктә ҡара ау һыҙған да инде.
Һалдат Василий Плотниковтың йөрәге ҡыҫылды, ауыртты. Ул бар көсөнә ауылға йүгерҙе. Нимә менәндер Алмалыҡҡа ярҙам итергә теләне. Тик нисек? Алмалыҡ үртәлгән. Бик ныҡ ҡыҙған ер юл туҙаны һымаҡ көл менән ҡапланған, торонбаштар менән тулған. Көл араһында бейек торбалы ҡоромланған мейестәр тора. Бындай бейеклектән кирбес торбаларҙы күреү ғәҙәти түгел һәм ҡурҡыныс ине. Элек торбалар ҡыйыҡ аҫтында ине, бер кем дә уларҙы бындай хәлдә күрмәне. Мейестәр – тере заттар, оҙон муйындарын буш күккә һонған ниндәйҙер оло ҡара ҡоштар булып күренде. Ҡоштар ҡурҡыныс минутта осорға теләгән, ләкин өлгөрмәгән, ерҙә ҡатып ҡалған.
Василий Плотниковтың өйө ауыл уртаһында тора ине. Һалдат үҙҙәренең мейесен еңел эҙләп тапты. Ҡором аша бур ағарып күренә. Һуғышҡа китер алдынан мейесте үҙе аҡлағайны. Ул саҡта ҡатыны, әсәһе һәм ҡыҙы еңелерәк йәшәһен өсөн өй тирәһендә күп эш атҡарҙы. Әле ғаиләһе ҡайҙа икән? Уларға ни булған?
«Ауыл утта һәләк булған, – тип уйланы Василий Плотников. – Бомбаға тотһалар йәки атһалар, мейестәр мотлаҡ емерелер, торбалар ауыр ине...» Алмалыҡта йәшәүселәр ҡотолған, янғынға ҡәҙәр урманға киткән, тигән өмөт уянды күңелендә.
Ул үртән буйлап йөрөнө, өйҙән ҡалған тимер ҡалдыҡтарын – ишек тотҡаларын, келәләрҙе, ҙур ҡаҙаҡтарҙы эҙләп тапты. Уларҙың барыһын да һоро көйөк ҡаплағайны, ҡулына алып ҡараны – әйтерһең, хужаларҙың яҙмышын белеште. Яуап юҡ ине.
Плотников Алмалыҡҡа фашистарҙың махсус командаһы ябырылыуын күҙ алдына килтерҙе. Улар йөк машиналарынан канистрҙар тотоп һикереп төшкән. Стеналарға бензин һипкәндәр. Шунан сыраҡ тотҡан фашист уҙған. Бер-бер артлы өйҙәрҙе үртәгән. Тотош ауылды яндырған. Шул уҡ ваҡытта, бәлки, саҡ ҡына иртәрәк йәки саҡ ҡына һуңыраҡ дошман танкыһы емеш баҡсаһы буйлап үткән, алмағастарҙы һындырып, ергә ҡуша иҙгән... Фашистар сигенгәндә ошолайтып меңдәрсә ауылды юҡҡа сығара.
Һалдат кирбестәр йыйып өйҙө лә, көлөн өрөп төшөргәс, ситкәрәк барып ултырҙы. Биштәрен һәм автоматын һалмай, әсе уйҙарға бирелде. Ул итек ҡунысына кемдеңдер ҡағылыуын шунда уҡ һиҙмәне. Дөрөҫөрәге, еңелсә ҡағылыуҙы тойҙо, әммә иғтибар итмәне, сөнки яҡын-тирәлә тере йән эйәһе юҡ ине. Итегенә ҡарағас, үҙҙәренең аҡ күкрәкле һоро бесәйен күрҙе.
– Дунюшка! Бында ҡайҙан килеп сыҡтың, Дунюшка?
Ул бесәйҙе етеҙ генә баш бармағы менән ҡорһаҡ аҫтынан күтәреп алды ла, тубығына ултыртып, һыйпарға кереште.
Дунюшка хужаһына нығыраҡ йылышты, күҙҙәрен йомоп иркәләнде. Әкрен генә, тыныс ҡына мырауланы. Тын алғанда һәм тынын сығарғанда бер үк төрлө ауаздарҙы ашыҡмай ҡабатланы, гүйә, борсаҡ тәгәрәтә. Плотниковҡа бесәйе кешеләргә һуғышта нисек ауыр булыуын аңлай кеүек тойолдо. Ул һалдаттың ҡатыны, ҡыҙы һәм әсәһе ҡайҙа икәнен дә белә. Улар иҫән-һау, фашистарҙан урманға ҡасҡан, ә төп хәсрәттәре янған өй түгел, ул. Һалдат Василий Плотников иҫәнме? Иҫән булһа, ғаиләһе лә йәшәйәсәк. Фашистарҙың юҡлығын, уларҙы Совет Армияһы ҡыуыуын белгәс, урмандан ауылға ҡайтасаҡтар. Ҡышҡа землянка ҡаҙыясаҡтар. Һуғыштың бөтөүен, һалдаттарҙың ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәсәктәр. Яугирҙар ҡайтып, бөтәһен дә яңынан төҙөйәсәк. Баҡса ла ултыртасаҡтар.
– Алмалыҡ янғанда һин ҡайҙа булдың, Дунюшка? Янғас та китмәгәс, өйөңдө ныҡ яратаһыңмы ни?
Бесәй кеше тауышын тыңланы, үҙ йырын йырланы ла йырланы – көслө лә, шым да, тиҙ ҙә, әкрен дә түгел, әйтерһең, һалдатты самаһыҙ хәсрәтләмәҫкә тырышты.
...Ваҡыт уҙҙы. Часҡа ҡайтырға кәрәк. Һалдат бесәйгә балсыҡ туҫтаҡҡа икмәк ваҡлап һалды. Аҙыҡ-түлекле биштәрҙе мейес эсенә тығып, ҡапҡас менән япты. Шунан янған ҡаҙаҡ менән мейескә яҙҙы:
«Мин иҫән-һау. Һеҙҙе өйҙә тап итә алманым.
Яҙығыҙ. 35769-сы ялан почтаһы. В. Плотников».
Бесәй икмәкте ашап бөттө. Һуңғы валсығына ҡәҙәр. Ашап алғас, балсыҡ ярсығына ултырып, йыуынырға тотондо – ал теле менән тәпәйҙәрен яланы, тәпәйе менән танауын ышҡыны. «Һәйбәт ырым, – тип уйланы һалдат. – Был – ҡунаҡтар килеүгә. Бесәй уларҙы саҡыра. Ә ҡунаҡтар кемдәр һуң? Әлбиттә, ҡатыны, ҡыҙы һәм әсәһе – янған өй хужабикәләре». Бындай уйҙан һалдатҡа еңел булып китте. Бүтән төрлө уйҙар ҙа килде: иптәштәре менән машинаға ултырасаҡ, фашистарҙы ҡыуып етеп, яңы һуғыш асасаҡтар. Автоматтан атасаҡ, граната ырғытасаҡ, боеприпасы бөтһә, фашистарҙы ҡулдары менән үлтерәсәк...
– Йә, хуш, Дунюшка! Миңә ваҡыт. Ҡалдырып китә күрмәһендәр.
Бесәй хужаның күҙенә ҡараны. Торҙо. Ул үртән буйлап атлағанда эргәһенән йүгерҙе. Байтаҡ шулай барҙы. Янған өйәңке артында, йәшел түмәләстә туҡтаны. Шунан ҡарашы менән оҙатты. Һалдат артына боролоп ҡараны, унда ҡараған һайын йәшел түмәләстә аҡ таплы һоро йомарлаҡты күрҙе.
...Василий Плотниковтың батальоны һөжүмгә ташланды. Фашистарҙы ҡыуҙылар ҙа ҡыуҙылар. Алмалыҡ ауылынан биш йөҙ саҡрым киткәс, ул өйөнән хат алды.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.