+12 °С
Облачно
VKOKМакс
Хикәйәләр
21 Мая 2021, 10:04

Иҫкәртмә

Әлнисә АЛДРЫРХАНОВА

 

Хикәйә

Искәндәр синыф бүлмәһенә килеп инеүгә дуҫы Вәхит ҡабаланып хәбәрен һүтә башланы:

– Ҡара әле, һине тиҙ генә директор саҡырта, йүгер, атыу эләгер!

Искәндәр «директор» һүҙен ишетеүгә ҡойолдо ла төштө.
– Нимә аңшайып тораһың, һыпырт!
Малай аңына килгәндәй, сумкаһын партаһы янына терәне лә коридорға ың­ғайланы.
Йөрәге атылып сығыр­ҙай дөпөлдәп тибә, ә мейеһен бер һорау быраулай: «Нимәгә саҡыра икән? Әллә минең берәй алама ҡылығымды шәйләп ҡалдымы? Ҡырын эштәр өсөн бер ваҡытта ла яза­һыҙ ҡалдырмай торған. Ҡайһы бер тәртип боҙоу­сыларҙы интернаттан ҡыу­ған осраҡтар ҙа булғыланы, юғиһә.
Иптәштәрҙе уйлап, ни эшләп кенә ул юлға баҫтым икән? Гимназиянан ҡыуылһам, ояты ни тора?! Үткән аҙнала ғына йыйылышта яҡшы уҡыуым, тәртибемдең һәйбәт булыуын телгә алып, атай-әсәйемә Маҡтау ҡағыҙы биргәйнеләр. Өйҙәгеләрҙең күҙенә нисек күренермен? Синыфташтарым да бот сабып көлөрҙәр инде үҙемдән. Их, бигерәк бер ҡатлымын шул. Көндөҙ йөрөһәң, кеше күрә, төндә йөрөһәң, эт өрә тигәндәй, әллә малайҙарҙың береһе һатлыҡ йән булып сыҡтымы?
Ышанған булдым тағы, үәт, ыштанһыҙ. Улай ти­һәң, ант бирештек тәһә!» Искәндәр директор бүлмәһенә еткәнсе булған ваҡиғаларҙы йәшен тиҙлегендә күҙ алдынан үткәрҙе.
...Уны мәктәп үҙидаралығына һайланылар. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Сания Рәшит ҡыҙы – бик уҫал ҡатын. Искәндәр иһә уның һәр бер үтенес-һорауҙарына баш тартмай, эшен ваҡытында үтәп, саба тор­ғас, нисектер етәксенең ышанысын яуланы ла ҡуй­ҙы. Иртәгә урыҫ әҙәбиәтенән – асыҡ дәрес, ә бүлмәләше Айратҡа презентация эшләргә ҡуштылар. Берәүҙә лә ноутбук юҡ, бул­ғандары ла төрлө һылтау табып, бик биреп бармайҙар.
Искәндәр Сания Рәшит ҡыҙынан шөрләңкерәһә лә, дуҫы хаҡына үтенес менән мөрәжәғәт итеүҙе тә­үәккәлләп ҡарамаҡсы булды. Уның бүлмәһендә кискә табан бер-ике сәғәт эш башҡарырға рөхсәт һорағайны, тегеһе асҡысын ҡалдырҙы, тик оҙаҡ ултырмаҫҡа ҡушты. Искәндәр­ҙең аяғы ергә теймәй бүлмәләге малайҙарға яңылыҡты еткерергә ашыҡты, тегеләр был хәлгә шаҡ ҡатты. Аҡыллы баш Марат күҙҙәрен осҡонландырып, хәйләкәр генә йылмайыу аша:
– Әйҙә, ҡалаға сығып, асҡыс­ты үҙебеҙгә эшләтеп алайыҡ, гел һиңә тоттороп ҡуймаҫ бит! – тиеүгә баш­ҡалар ҙа ҡушылды.
Иртәгеһен асыҡ дәрестә Айрат күмәкләп эшләгән презентация менән ситтән килгән уҡытыусыларҙан, директорҙарҙан маҡтау һүҙҙәренә күмелде, уҡы­тыу­сы шатлығынан уға ике «бишле»һен йәлләмәне. Ошондай изгелектән һуң дуҫының ошаҡлашыуына ышанманы егет. Етмәһә, атаһы – ауылда мәктәп директоры, әсәһе – уҡытыу­сы... Ә Ғәҙелбай? Ул да видеороликтар конкурсына фотокамера кәрәк, тигәс, кискә табан алып ҡулландыҡ та иртүк индереп урынына ҡуйҙыҡ, бер кем дә күрмәне, буғай. Уның өсөн са­ҡыртһа, ҡалала Ғә­ҙелбайҙың эше беренсе урын алыуын иҫәпкә алып, бәлки, ҡыу­маҫ. Ул да өндәшмәҫ, сөнки йәтим ба­ла, өләсәһенең аҫыл тәрбиәһен алып, Аллаға ғына табынып йөрөгән диндар малай миңә тел тейҙермәҫ. Туҡта, Вәхит түгелме икән? Үткән аҙнала ул да иншалар конкурсына олатаһы тураһында яҙғайны, һуғыш иҫтәлектәре бул­ған боронғо фотоларын төҫлө принтерҙан сы­ғарырға Сания Рәшит ҡыҙынан рөхсәт һораны.
– Юҡ, буяуы бөткән. Нишләп гел мәктәп нәмәһенә ымһынаһығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙән алдыртығыҙ! – тине ул тупаҫ ҡына.
– Мәктәп өсөн урынға тырышам да һуң!
Тура һүҙле Вәхиткә Сания Рәшит ҡыҙы тишерҙәй итеп ҡараны ла дорфа ғына яуапланы:
– Урын алһаң ни, башҡа берәүҙе түгел, һине маҡтайҙар бит!
Ошо хәлгә шаһит булған Искәндәр, кис йәнә теге бүлмәгә инеп, Вәхиткә фотоларҙы төҫлө ҡағыҙға сығарып бирҙе. Буяуы юҡ, барыбер бына тигән төҫлө фотолар сыҡты.
Вәхит ошаҡлашмаҫ, ул бит синыфта алдаҡсылар­ҙы аҡылға ултыртып йөрөгән намыҫлы уҡыусы. Бының өсөн дә ҡыу­маҫ, сөнки был инша республикала шулай уҡ беренселек яуланы.
Береһендә лә ғәйеп тапмаған Искәндәр кинәт кенә өләсәһенең өйрәткәндәрен ҡылт итеп иҫенә төшөрҙө: «Эш башы – ниәт. Ниҙер ҡылыр өсөн изге һүҙҙәр әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, хужа бүлмәһенә инергә булһаң: «Ауыҙың – гәүһәр, телең – таш», – тип ҡабатла. Йылы һүҙ ише­тер­һең. Өс тапҡыр ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап, ул йөрәген усына йомоп, ишек шаҡыны ла директор бүлмәһенә инде.
– Һаумыһығыҙ! Ғәфү итегеҙ... мин...ней... – тип тотлоға-тотлоға хаталарын беренсе үҙе асып һалмаҡсы булғайны, директор:
– Искәндәр, һаумы, мин һине саҡырманым, әлегә кәңәшмәгә ашығам, һөйләр һүҙең булһа, төштән һуң инерһең. Онотоп торам, һин үҙидаралыҡта бит әле, ана Сания Рәшит ҡыҙы бүлмәһенең ишеген аса алмай, ярҙам итеп ебәр әле, – тине лә ашыҡ-бошоҡ сумкаһына ҡағыҙ­ҙарын тултыра башланы.
Аңын-тоңон төшөнмәгән Искәндәр уҡтай атылып сыҡты ла утҡа баҫҡан бесәйҙәй өтәләнеп, уҡыу бүлмәһенә килеп инде.
– Алдаҡсыларҙы яратмайым, тип көрәшкән булаһың. Директор саҡыртмаған да инде, нишләп алдашаһың? – тип Вәхиткә зәһәр асыуын сәсергә уйлағайны, дуҫы ихлас йылмайып:
– Бөгөн – беренсе ап­рель, эй, Искәндәр, алданма, берәүгә лә ышанма!– тине лә дуҫтарса ҡосаҡлап алды.
Ә ул бит белмәйенсә директорға барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләй башлағайны. Ярай ҙа кәңәшмәгә ҡабаланам, тип уны тыңламаны. Әгәр бөтә дөрөҫлөктө яңылыш ысҡын­дыр­ған булһа, ни менән бөтөр ине икән?
Искәндәр барыһының да көлөүенә ҡушылып ауыҙ йырған булды ла сумка төбөнә йәшергән асҡысты алып башлаған эшенең осона сығыу өсөн Сания Рәшит ҡыҙының бүлмәһенә ашыҡты. Бәхетенә, уҡытыусы уға үҙ асҡысын ҡалдырҙы ла психологтар бүлмәһенә инеп китте. Ысынлап та, уныҡы менән ишек асылманы, Искәндәр үҙенекен алып тотонғайны, ни ғәжәптер, яраны ла ҡуй­ҙы. Сания Рәшит ҡыҙына үҙенең асҡысын ҡалдыр­ҙы, ә боҙолғанын ҡағыҙға ҡат-ҡат урап, сүп-сар һауытына ташланы. «Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Ҡара эштәр тәрәнгә китмәҫ элек мәлендә туҡтатыр кәрәк. Был бит беренсе апрель шаяртыуы ғына түгел, миңә һабаҡ, Хоҙай иҫкәртеүе лә ке­үек тойолдо. Бо­ҙоҡ асҡыс менән боҙоҡлоҡтар сүп-сарға күмелеп ҡалһын», – тип тыныс кү­ңел менән дәрескә йүгер­ҙе Искәндәр.
Читайте нас