+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Хикәйәләр
15 Июня 2021, 08:21

Ямғырҙан һуң

Хикәйә

Салт аяҙ күк йөҙөндә ҡапыл ғына бер өйкөм күкһел болот пәйҙә булды.

Ул теткән йөн өйөмө кеүек ҡабар­ҙы-ҡабарҙы ла, эре-эре ямғыр тамсыларына әйләнеп, яуа ла башланы. Биҙрәләп ҡоямы ни?! Әле яңы ғына саң борҡотоп ятҡан ер өҫтө бер аҙға булһа ла һыуға туйынды. Соҡорораҡ урындарҙа хасил булған күләүектәрҙә әрһеҙ өйрәк бәпкәләре кинәнеп супырҙаша, турғайҙар ҙа ҡойоноп мәж килә.

Күк йөҙөнөң ялтлап асылып китеүенә эреле-ваҡлы балалар урамға атылды. Барыһын да тәҙрәнән күҙәтеп торған Гөлбикә лә тышҡа ашыҡты. Ололарҙан берәү ҙә күренмәй. Ярай, атаһы таң һарыһынан эштәлер инде. Өләсәһе, әсәһе, ағаһы ҡайҙа икән? Их, бынау өлкән ҡапҡаны берәү асып бирһә, ул да урамға сығыр ине. Әсәһе кисә генә ҡаланан һатып алып ҡайтҡан өр-яңы күлдәген ҡыҙҙарға күрһәтеп булмаҫмы икән ни? Аяғында булмаһа ла, яланаяҡ баҫып тороуы бигерәк рәхәт, йылы.
Аҡлы-күкле күбәләктәр төшөрөлгән матур күлдәгенә һоҡланып, күпме торор ине Гөлбикә. Шул ваҡыт ҡай­ҙандыр ата ҡаҙ ҡаңҡылдап килеп сыҡты. Ул да ҡыҙыҡайҙың яңы кейеменә иғтибар итмәй ҡала алманы. Башын әле уңға, әле һулға бороп, бер аҙ ҡарап торҙо. Йә әсәһе, йә өләсәһе килеп сығып, уҫал ҡаҙҙы ҡыуып ебәрһә икән, ни ҡулында сыбығы юҡ. Бына ата ҡаҙ тәүҙә оҙон муйынын һуҙҙы, ҡанаттарын йыя бирҙе. Шунан:
– Һин бында яңы күлдәгеңә маҡтанып тораһыңмы әле! – тигән кеүек ҡаты ыҫылдап, ҡыҙға ташланды.
Әле генә урамға нисек сығырға белмәй аптырап торған бәләкәй Гөлбикә ҡапҡа аҫтынан һыйып, шыуышып сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Төрлө-төрлө күбәләктәр төшөрөлгән яңы күлдәге ямғырҙан йыйылған күләүектең мәтеле һыуына буялды, тотош бысраны. Ләкин уның ҡайғыһымы ни?! Ата ҡаҙ уйлаған уйын тормошҡа ашырмайынса һис туҡтарҙай түгел. Бына Гөлбикә һул яҡ күршеләре Һәҙиә инәләре яғына елдерә генә. Һәр хәлдә, үҙенә шулай тойола. Ҡыҙып алған ата ҡаҙ ҙа унан ҡалышмай. Ҡойма эргәһендәге йыуан бүрәнә өҫтөндә йә йөн иләп, йә ойоҡ, бейәләй ямап ултыра торған инәһе лә күренмәй, гел шар асыҡ торған урам ҡапҡаһы ла был юлы ябыҡ. Үҙҙәренекенән тарыраҡ булған ҡапҡа аҫтынан нисек үтеп ингәндер ҡыҙыҡай, иллә мәгәр ата ҡаҙ һыйманы. Шулай ҙа уның йомшаҡ балтырҙарын бер нисә урындан суҡып өлгөрҙө. Шул ваҡыт өләсәһенең:
– Ҡайҙа булған тиһәм, бында икәнһең. Ҡайт үҙебеҙгә, – тип ҡаҙҙы ҡыуған тауышы ишетелде. Быларҙы ишетеп торған Гөлбикә ҡысҡырып иларға ла өлгөрә алмай ҡалды, өләсәһе үҙе килеп инде.
– Уй-й-й, ҡолонсағымды, нимә эшләткән ҡәһәр төшкөрө ҡаҙ, – тип ейәнсәрен ҡосағына һыйындырҙы, иркәләп арҡаһынан һөйҙө. – Ярай, ярай, күлдәгең бысранһа ни, әсәйең хәҙер йыуыр ҙа элер. Бер нәмә лә булмаҫ, – тип әүрәтә-әүрәтә үҙҙәренә ҡарай етәкләп алып китте.
Ул арала нәҙек кенә асалы тал ботағына унлап селбәрә эләктергән ағаһының да һыҙғыра-һыҙғыра тыҡрыҡтан ҡайтып килгәне күренде.
Ә яңы ғына һауған һөт өҫтөндәге күбек кеүек ап-аҡ болот аҫтынан килеп сыҡҡан ҡояш донъяны тағы ла нығыраҡ балҡытып ебәрҙе.

Фәрзәнә ХАММАТОВА.


Читайте нас