+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
11 Август 2021, 14:20

Диңгеҙ тоҙо

Әмир ГӘРӘЕВ

 

Хикәйә

Ҡасан яманлашып китеүебеҙҙе өҙөп кенә әйтә алмайым, әммә ара бер боҙол­һа, яңынан көйләүе ауыр икән.

Ғилман ағай үҙе лә уғата уҫал шул. Сабынлыҡты тапайһығыҙ тип, еләк йый­ҙырмай ҡыуа. Ике һүҙҙең береһендә «салагалар»* тип әрләй.
Беҙҙә лә ғәйеп юҡ түгел: муйыл ағас­тарының иң тәлгәшле ботаҡтарын ботарлайбыҙ. Ҡурай еләге йыйғанда, ҡуян балаһы ҡыуып, ағайҙың үҙ ҡулы менән үҫтергән шыршыларын тапап бөтөрҙөк. Алма баҡсаһына ла төштөк бер тапҡыр. (Усмандың елкәһенә ана шунда кәкре таяҡ эләкте лә инде.)
Көндәрҙән бер көндө, ҡышҡы каникулға туҡтарҙан алда, Усман беҙгә башында ғәжәп һәйбәт бер фекер тыу­ғанлығын әйтте.
– Әйҙәгеҙ, түбән ос малайҙарының танауҙарына сиртәйек, – тине ул, серле итеп. – Яңы йылға урамға шыршы ултыртырбыҙ.
Беҙгә оҡшаны был уй. Икенсе сменала уҡый инек. Мәктәптән сыҡҡас та Ғилман ағайҙың урманына юлланырға булдыҡ. Шыршы ҡырҡып алып ҡайтырға инде иҫәп.
Әмәлгә тарығандай, мәктәпкә етеп кенә барғанда Ғилман ағай үҙе осраны. Ғәҙәтенсә, арҡаһына мул ғына йөк артмаҡлаған. Күренеп тора, кибеттән килә. Үҙе йәшәгән утарға ҡайтып бара ине. Усман уны абайлап та өлгөрҙө, таҡмағын әйтә лә башланы:
Һыңар ҡулың, һыңар күҙең,
Иллә матурһың үҙең.
Ҡарҡылдаған ҡарға кеүек
Һинең һөйләгән һүҙең…
Ул хәтлем үк әтәсләнергә дәртебеҙ булмаһа ла, беҙ ҙә ҡушылдыҡ (аҙаҡ Усман «ҡурҡаҡ ҡуяндар» тимәһен).
Ғилман ағай таяғы менән киҙәнеп:
– Һай, салагалар, – тип тиргәнде…
Мәктәптә беҙ, өс малай, тәнәфес һайын башҡаларҙан айырылып, шыршы урлау планы менән мауыҡтыҡ.
Бына дәрес бөттө. Хәбетдин бабайҙар тыҡрығында осрашырға һүҙ ҡуйышып, өйҙәребеҙгә таралыштыҡ.
Бер сәғәт тә үтмәгәндер, өсөбөҙ ҙә һөйләшкән урында инек. Саңғылар шәп, биш-алты саҡрым ара күпме ни! Елдәй елдерәбеҙ…
Гонаһ шомлоғона ҡаршы, урман ауыҙына етер-етмәҫтән, ҡаты дауыл сыҡты. Күҙ асҡыһыҙ буран ҡоторорға тотонмаһынмы! Эргәләге ҙур тирәк бына-бына ҡолар һымаҡ эйелә лә бөгөлә. Уның шаулауы күңелгә шом һала. Ҡарлы-боҙло ырашҡы битте яндыра. Ары һуғылдыҡ, бире һуғылдыҡ, хәлдән тайып, бер кәбән төбөнә ышыҡландыҡ. Шыршы ҡайғыһы китте. Бар уйыбыҙ – нисек тә кире әйләнеп ҡайтыу. Ә атларлыҡ рәт юҡ. Өҫтәүенә, ҡараңғы төштө, ҡурҡыныс. Өшөүҙән хатта һөйләшеп тә булмай. Баштараҡ һыр бирергә теләмәһә лә, Усман да телдән яҙҙы. Күшеккән тауыҡтар һымаҡ, бөршәйеп ҡаттыҡ. Илағы килә, илап булмай.
Күпме ваҡыт үткәндер, бер мәл, ни күҙебеҙ менән күрәйек, алдыбыҙҙа Ғилман ағай баҫып тора. Ҡулында әлеге кәкре таяҡ.
– Палундра! Туңып үләһегеҙ бит! Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк якорҙарығыҙҙы күтәрегеҙ, салагалар!
Беҙ ҡаушаныҡ. Эләктек бит ағайҙың ҡармағына. Ауыл урамында булһа, торор ҙа йүгерер инек. Ә был буранда ҡайҙа бараһың? Өҫтәүенә, ел тағы ла нығыраҡ ҡоторонорға тотондо. Ике-өс аҙымдан бер нәмә лә күренмәй.
Ағайға эйәреүҙән башҡа әмәл юҡ. Бына таныш йорт янына еттек.
– Бөгөнгә беҙҙә якорь һалығыҙ, салагалар, иртән иртүк ауылға шылыр­һығыҙ. Уғаса, бәлки, шторм да баҫылыр әле, – тип ағайыбыҙ өйгә индерҙе.
– Гөлбаныу, ҡунаҡтар килеп төштө бит әле. Камбузыңдағы** тәм-томдарың менән һыйлап, юғары каютаға мендереп төнәт әле шул салагаларҙы. Мин – вахтала, – тип сығып юғалды үҙе.
– Есть, иптәш командир! – тине Гөлбаныу апай.
Апайҙың йылы һүҙҙәре, эҫе картуф ашатып, ҡайнар сәй эсереүҙәре, ҡыҙыу мейес тапҡырындағы һәндерәгә йомшаҡ түшәк йәйеп ятҡырыуҙары хаҡында һөйләп тормаһам да ярар. Шул хәтлем ҡаты йоҡлағанбыҙ, ҡайтып ятҡанын да тоймағанбыҙ ағайҙың. (Аҙаҡ белдек, саңғыла ауылға барып, беҙҙең хаҡта хәбәр итеп йөрөгән.)
Иртән иртүк уяндыҡ. Быш-быш ҡына һөйләшеп ятабыҙ. Төшөргә баҙнат итмәйбеҙ әле һәндерәнән. Усман бигерәк тә ныҡ шөрләй. Шулай булмай ни, ағай­ҙы, эт һымаҡ, иң тәүҙә ул абалап ҡаршы ала ине бит.
Ишек асылып ябылды. Һәндерәнән үрелеп ҡараһаҡ, Гөлбаныу апай һыуҙан ҡайтҡан икән. Усаҡҡа ут яғып ебәргән. Шыбырлағаныбыҙҙы ишетте булһа кәрәк.
– Уяндығыҙмы, балаҡайҙар! Төшөгөҙ инде, төш. Күп йоҡлаған кеше бәхетен йоҡлай ул. Бына самауыр ҙа ҡайнай. Йыуынығыҙ, оҙаҡламай Ғилман ағайығыҙ ҙа ҡайтыр, – тине.
Ағайҙың өйҙә юҡлығын белгәс, эсебеҙгә йылы керҙе. Һәндерәнән төштөк тә кейемдәребеҙгә йәбештек. Ағайҙың ҡулына эләкмәҫ борон тиҙерәк тайыу инде уйыбыҙ. Мейес эргәһендә салбар-ойоҡтар ҡыптырлашып кипкән.
– Сәй ҡайғыһы юҡ, әйҙәгеҙ, саңғыларҙы алайыҡ та һыпыртайыҡ, – тине Усман.
– Ҡайҙа ул сәй эсермәй ҡайтарыу, ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ, – тип ҡуҙғалырға ирек бирмәне Гөлбаныу апай.
Шул саҡта стеналағы ҙур портрет күҙемә салынды. Башында ҡәҙимге бескозырка, өҫтөндә киң яғалы матрос­тар күлдәге. Ҡалын мыйығын бөтөрөп ебәргән. Түше туп-тулы орден да миҙал.
– Бәрәкәт, малайҙар, – тинем мин, ғәжәпләнеп, – ҡарағыҙ әле, Ғилман ағай түгелме һуң был?
– Китсәле, юҡты һөйләмә, Ғилман ағайҙың бер ҡулы ла бер күҙе, ә бының… – тип Ғәләү бәхәс асҡайны, Гөлбаныу апай:
– Бәй, әстәғәфирулла тәүбә, Ғилман ағайығыҙ булмай, кем булһын? Әллә һеҙ уны тыумыштан уҡ шулай икән тип беләһегеҙме? – тип теҙеп алып китте.
Гөлбаныу апай ире тураһында күп белә, һөйләргә ярата икән. Ғилман ағай­ҙың донъяны әллә нисәмә тапҡыр әйләнеп сығыуын әйтеп һалды. Балтик диңгеҙен, Кронштадт, Мурманск, Архангельск ҡалаларында йәшәгәнлектәрен телгә алды.
– Бына ниндәй кеше икән ул Ғилман ағай! – тине Ғәләү. – Их, мин дә моряк булһамсы! Ҡарағыҙ, ул Кронштадты күргән, Балтик диңгеҙендә йөҙгән, тип көнләшер инегеҙ.
– Иллә мәгәр танауыңды күтәрер инең, әй, – тинем мин. – Ә Ғилман ағай һис тә эреләнмәй, әйтерһең, ғүмер буйы ошонда урман ҡарауылсыһы булып ятҡан.
Усман Гөлбаныу апайға ҡараны ла:
– Ә ни өсөн һуң ул?.. – тип, кәрәкле һүҙ тапмайынса, тотлоҡто.
– Сөнки, – тине Гөлбаныу апай, – Ғилман ағайығыҙ үтә баҫалҡы кеше, һис маҡтанмай, кеше йәберләмәй.
Беҙ портретҡа текәлгәнбеҙ, ә Гөлбаныу апай дауам итте:
– Гитлерҙы, һуғыш афәтен ҡәһәр һуҡһын. Ә Ғилман ағайығыҙ ошондай хәлдә лә бирешерлек түгел әле, шөкөр.
Ул арала булмай, ағайыбыҙ ҡайтып инде. Бурандың баҫылғанлығын, үҙенсә, шторм туҡтаны, тип аңғартты. Якор­ҙарығыҙҙы күтәрһәгеҙ ҙә ярай, тине.
Табынға ултырҙыҡ. Сәй эсәбеҙ. Апай­ҙың алсаҡлығы, ағайҙың яҡты йөҙ менән һөйләшеүе беҙҙе тамам иретте. Нисек уларға ылығып, эйәләшкәнебеҙҙе үҙебеҙ ҙә һиҙмәнек. Гүйә, борон-борондан дуҫбыҙ. Шыршы урларға түгел, ә ҡунаҡҡа килгәнбеҙ.
Гөлбаныу апай беҙгә аҡ икмәк менән баллап-майлап сәй эсерҙе. Шунан йорт хужалары:
– Йәгеҙ, балалар, ҡуҙғалһағыҙ ҙа ярар, атай-әсәйҙәрегеҙ көтәлер, – тип оҙата сыҡты.
…Яңы йылды урамда шыршыһыҙ ғына байрам итергә тура килде. Шунан бирле Ғилман ағай магазиндан әйбер күтәреп ташығаны юҡ. Үҙебеҙ илтеп торабыҙ. Бик ҡәнәғәт ул.
– Миңә хәҙер, кибет тип, ауылға йөрөмәһәм дә була. Корештар*** кәрәк нәмәне күҙ асып йомғансы килтереп ҡуя. Күгәрсен һөтө һорайым икән, уны ла табып бирерҙәр, – ти, йылмайып. Шулай ҙа ауылды ташламайҙар, йыш ҡына килеп торалар.
– Беҙҙең дуҫлыҡ диңгеҙ һыуындағы тоҙ кеүек ул. Күҙгә күренеп тормаһа ла, бөтмәй ҙә, кәмемәй ҙә, – ти Ғилман ағай.

Читайте нас: