+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Хикәйәләр
27 Сентября 2021, 11:19

Сауап

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА

 

Хикәйә

 

Гөлназ ҡапҡаны шар асып, быҙауҙарҙы ҡыуып индерҙе.
– Әсәй, безәүкәйҙәрҙе алып ҡайттым.
– Балам, теүәлдәрме? – тип Әлифә апай сыбығын тотоп, быҙауҙарға ҡаршы сыҡты.
– Ыһы-ы-ы. Йондоҙ ҙа, Алаҡай ҙа бар.
– Төнә Алаҡай һыйырға ҡушылып, байрам яһағайны. Аллаға шөкөр, бөгөн өлгөрҙөң. И-и-и, бәпәйемде, ауыҙы менән ҡош тота бит ул!
– Әсәй, ауыҙым менән ҡош тот­ҡаным юҡ таһа!
– Өләсәйем мәрхүмә миңә гел шулай ти торғайны, бар яҡтан да килгән, етеҙҙәргә әйтелә торған һүҙ ул.
– Ә-ә-ә, ҡыҙыҡ икән.
– Һүҙ бутҡаһы бешерәбеҙ, көтөү килеп етмәһен!
– Бая ауыл осонда күренә ине.
– Ярай әләйһә, мин быҙауҙар­ҙы кәртәгә бикләй һалайым, ҡыҙым, һин һарыҡтарҙы, һыйыр­ҙарҙы ҡайырып индер, анауы мәскәй Зойка һаҙға ҡаса торған.
Әлифәнең ата-әсәһе ғүмер буйы ҡаланан Зоя һәм Михаил урыҫ таныштары менән ҡатышып йәшәне. Ҡала күстәнәстәрен тултырып килгән мул ҡуллы Зояға һөт-майын биреп ебәрәләр. Һыйыр быҙаулағас, улар ҡыҙыҡ күреп, үҙҙәренең исемен биреүҙе үтенә, орғасы булғас, берәүһенә әсәһе «Зоя-Зойка» тип ҡуша. Шунан бирле улар тоҡомо дауам итә. Ҡайырып алмаһаң, ауыл осонан Асамайға төшөп ала ла, арлы-бирле үлән йолҡҡослай-йолҡҡослай, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китә. Әйтерһең, уға ҡай­ҙалыр һутлы үлән әҙерләп ҡуй­ғандар. Аҙаҡ эҙләп табырмын тимә. Таңға елене ташып: «Һауаһығыҙмы, юҡмы?» – тип үпкәләгәндәй, йәмһеҙ итеп баҡырып ҡайтып инә. «Мәрйә» тоҡомон бөтөрөп, икенсе һыйыр алырға Әлифә күптән хыяллана ла ул, тик баяғы бик һөтлө Зойканың ағынан күпме ризыҡ әҙерләүен уйлап туҡтап ҡала. Әле лә хәтерендә, әсәһе тоҡҡа һарҡытырға ҡуйған ҡороттоң эркет һыуын сәс сайҡатырға йәки ҡашығаяҡ таҙартырға, башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонорға тип ситкә алып ҡуя тор­ғайны. Сепараттан һөт айырта ла бер ҡаҙанда күк һөт ҡайната. Өләсәһе лә усаҡҡа сытыр-мытыр өҫтәп, ҡаҙан ташмаһын өсөн һапырып, болғаштырып тора. Үҙе, ҡыҙы ла, ейәнсәре лә ишетһен тигәндәй, төрлө кәңәштәрен өйрәтә ине. Өләсәһенең күп әйтемдәре Әлифәнең иҫендә. «Һыйлы көнөң һөтлө һыйырҙа» тигәнен күҙ уңында тотоп, һөтлө Зойкаһын һатмайыраҡ тора.
– Бар, балам, көтөүҙе ҡара! Тик мал араһына инеп китә күрмә, Хәҙисә инәйеңдең ҡара үгеҙе һөҙә, абай бул!
– Ыһы-ы-ы! – Гөлназ әсәһенән сыбығын алып урамға йүгерә.
Ул арала бәләкәй генә ауыл урамында саң борҡотоп малдар ҙа күренде. Гөлназ был юлы ыңғай ғына мал теүәлләне. Шунан һуң инде, йәнәһе лә, ҙур эш ҡырғандай, әсәһенә барып һырынды. Әлифә апай наҙлыҡай ҡыҙының холоҡ-фиғелен ятлап алып бөткән инде. Ҡосаҡлап арҡаһынан тупылдатып һөйөп, маҡтап-һупалап ебәргәс, тегеһе шатлығы эсенә һыймай, тубын тотоп урамға сыҡты. Ҡапҡа алдында дуҫтарының берәйһе күренмәҫме, тип көтә биреп, ауыл урамына күҙ һалды. Күрше өй янында ғына үҙәк өҙгөс тауыш­ҡа һиҫкәнеп, боролоп ҡараны. Бер бесәй ҡарлыҡҡан тауыш менән мыяулап маташа. Дер-дер ҡалтыраған һайын йөндәре тырпайып, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, меҫкен хәлдә ултыра ине. Ҡыҙ бесәйҙе йәлләп ҡосағына алды ла өйгә ҡарай йүгерҙе.
Кәртә янында һыйыр һауып ултырған әсәһе янына килеп:
– Әсәй, ҡара әле, бесәй өшөп, илап ултыра ине, мин күреп ҡалдым, – тине иламһырап.
Әсәһе ҡыҙына боролоп ҡараны ла:
– Йә, Раббым, был бит Сәлимә инәйеңдеке, – тине.
Өс төҫө булған бесәй бәхет килтерә, тип ошо бесәй балаһын үрге ос Хәмдиә әбейҙән ай-вайына ҡуймай хәйләләшеп алып ҡайтыу тарихын бер һөйләп көлдөргәйне: «Бесәйенең күп балалары араһында һороһо ла, ап-ағы ла, ҡараһы ла бар ине. Әсәйемдең өс төҫө булған бесәйҙең ҡото-ырыҫы бар, тигәнен иҫемдә тотоп, әлеге лә баяғы бесәй балаһына шунда уҡ күҙем төштө. Хәмдиә әхирәткә: «Үҙең дә ап-аҡ ҡынаһың, балаларың да үҙеңә оҡшап аҡ йөҙлөләр, күп уйлап торма, аҡтарын бәхеткә ырымлап, балаларыңа бир. Ҡал­ған­дарын тарат та ҡуй, ә миңә инде мынау сыбары ла ярар», – тип алған да ҡайтҡан. Шул бесәйе әллә ҡайҙан таныулы һәм хәтирәһе лә иҫтән сыҡмай.
– Ҡыҙым, Сәлимә инәйең бесәйен өйгә индерергә онотҡандыр. Әллә ауырып-фәлән киттеме икән? Һуңғы арала балалары ла килеп урамай, ай-һай, хәле мөшкөлдөр.
Ул ыуаланып өйгә инде лә яңы һауған һөтөн сүмескә ауҙарҙы. Артынса ингән Гөлназ бесәйҙе әсәһенең иҫке мамыҡ шәленә урағайны.
– Ҡолонсағым, ошо һөттө йылы килеш кенә инәйеңә индереп бирсе, һаулыҡ һорашырға онотма, бер ыңғайҙан хәлен дә бел. Мин һөттө айыртып алайым да һуңынан инеп сығырмын. Бар, балам, инәйеңде ҡыуандырып, сауап алып ҡайт.
– Ярай, әсәй, мин хәҙер...
Гөлназ бер ҡулына бесәйҙе ҡосаҡлап, икенсеһенә сүмес менән һөт тотоп, күрше өйгә йүнәлде. Сәлимә инәй, ысынлап та, түшәктә ята ине. Бәләкәй генә бүлмәлә йәтеш кенә тәҙрәләрҙән төшкән ҡояш нурҙары инәйҙең битенә һибелде. Ул йәшле күҙҙәрен яулыҡ осо менән генә һыпырып алды ла төрөнөп ятҡан ҡорама юрғанын асып:
– Кем бар унда? – тип һорай һалды тыныс, әммә һиҫкәнгән тауыш менән.
Ҡыҙыҡай уның янына яҡыныраҡ килеп, сүместе өҫтәлгә ҡуйҙы ла:
– Инәй, һаумы... әсәйем һөт ебәргәйне, – тине.
– Ә-ә-әү, нимә тиһең, балаҡайым?
– Һөт әпкилдем, инәй.
– Шыпа ла ғына ишетмәйем... – тип ыңғырашып ҡына урынынан ҡалҡынды ла сүмескә үрелеп ҡараны.
– Әй, әттәгенәһе, һөт әпкигән­һең дәһә, рәхмәт яуғыры, Алла ярлыҡаһын инде. Балам, һөттө яныңдағы тимер сеүәтәгә бушат әле. Мейес алдындағы анауы һауытҡа бесәйемә лә өлөш сығар. Хайуан да тәңре балаһы бит, бала өлөшө алдан йөрөй, тиҙәр.
Инәй ҡушҡанса эшләне Гөлназ, әммә әсәһе тағы нимә алып ҡайт тигәнен иҫләй алманы.
– Ә-ә-ә, инәй, миңә әсәйем, ишшу яуап апҡайт, тигәйне.
– Ә-ә-әү, нимә тиһең?
Инәй үҙенең ишетмәгәнлеген белгәнгә күрә, бер аҙҙан һүҙен дауам итте.
– И-и-ий, бәпкәмде, эшкингән бит ул. Һау-сәләмәт, тәүфиҡлы, ата-инәле бул, балам. Минең кеүек оҙон ғүмерле булырға яҙ­һын. Ата-әсәңде ҡартлыҡ көндәрендә ҡәҙерлә, – тип доғаларын уҡып, ҡыҙҙың сәсен һыйпап, арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Камзул кеҫәһенән өсмөйөш алып, уны ҡыҙҙың усына һалды.
– Һауытты буш сығарырға ярамай, ҡыҙым, мына һиңә бетеү, әсәң түш тирәһенә ҡаҙап ҡуйһын. Мине һөйөндөргәндәй, Хоҙай Тәғәлә үҙеңде лә ҡыуандырһын, ҡотло бала булырға насип итһен, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Шатлыҡтан күҙҙәре осҡонланып, ҡыҙ атҡа атланғандай, табаны ергә теймәй, сүместе һелтәй-һелтәй өйгә йүгерҙе.
– Әсәй, һин яуап апҡайт, тигәйнең. Инәй миңә бүләк бирҙе, ишшу маҡтаны. Инәй миңә кү-ү-үп итеп теләк әйтте.
Әсәһе ҡыҙының «сауап ал» тигәнде «яуап» тип аңлауын шәйләп, ихлас йылмайҙы ла:
– Инәйеңдең изге теләге – яуап шул сауап инде, – тине.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас