

Хикәйә
Ваня исемле малай, Таня исемле ҡыҙ, эт Барбос, өйрәк Устинья һәм себеш Боська бер йортта йәшәгән, ти.
Бер саҡ улар күмәкләшеп ишек алдына сыға ла эскәмйәгә ултыра. Ваня бер уңға, бер һулға ҡарай. Күккә лә күҙ һала. Күңелһеҙ уға. Нимә эшләргә белмәй, тота ла Таняның сәсен тарта. Ҡыҙыҡайҙың, әлбиттә, быға асыуы килә. Ваняға өлөш ҡайтарырға уйлай. Әҙерәк ҡурҡыңҡырай шул, сөнки малай ҙурыраҡ та, көслөрәк тә. Күп уйлап тормай, бер ни сәбәпһеҙ Барбосҡа тибеп ала. Эт сыйылдап тештәрен ыржайта, Таняны тешләргә итә, әммә кире уйлай: хужабикәһе бит. Тибелеүҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырғыһы килмәй. Устиньяның ҡойроғонан эләктереп тартҡылай. Өйрәк тә туҙынып китә. Тик уҫал эткә яуызлыҡ эшләй алмаясағын аңлай. Себеште суҡырға уҡталып ҡуя ла, кире уйлап, туҡтап ҡала.
Ә Барбос унан:
– Ниңә һин, өйрәк, үҙеңдән көсһөҙөрәк Боськаны суҡымайһың? – тип һорай, Устиньяның бер кемдән дә үс алырға уйламағанын күреп.
– Мин һинең һымаҡ аҡылһыҙ түгел, – тип яуаплай өйрәк.
– Минән дә аҡылһыҙыраҡтар бар, – ти Барбос Таняға күрһәтеп.
– Минән дә аҡылһыҙыраҡ берәү бар, – ти ҡыҙыҡай Ваняға ҡарап.
Ваня ла ғәйебен кемгәлер һылтарға теләп, артына боролоп ҡарай. Тик унда башҡа бер кем дә юҡ.
Земфира СӘХИПОВА тәржемәһе.