+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Хикәйәләр
7 Октября 2021, 06:00

Кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе

Хикәйә

Кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсеКеше хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе
Кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе

Лёханың ата-әсәһе ваҡыт-ваҡыт улдарын тәрбиәләп ала. Ғәҙәттә, был ата-әсәләр йыйылышынан һуң йәки Лёха «икеле» алып ҡайтҡас була. Ләкин был юлы йәшен аяҙ көндә йәшнәне. Сирек тамамланырға тотош ике аҙна бар ине әле. Тормош­ҡа ҡыуан да башҡалар­ға ла шатланырға ирек бир. Юҡ шул! Уйламағанда атаһында улының көндәлеген ҡарау теләге тыу­ҙы. Лёханың хәле ул ҡәҙәр хөрт түгел, әммә маҡтана ла алмай.
Көндәлек ысын ветеранға оҡшағайны. Китапхана кәштәһендәге иң уҡымлы китап кеүек, бысранып һәм таушалып бөткән.
Биттәрен аҡтарғанда атаһының һөмһөрө ҡойолғандан-ҡойолдо.
– Тәк-тәк. Шыр «өслө», ә урыҫ теленән – «икеле».
Уның тауышы бер ниндәй яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәне.
– Мин «икеле»не төҙәттем, – Лёха ла телгә килде.
– Барыбер. Миңрәүләнеп йөрөүең етер. Тиҙҙән сирек кон­троль эштәре. Аҡылға килергә ваҡыт. Бына һиңә күнегеүҙәр. Эшләп бөтөрмәй тороп, урамға сыҡмайһың.
Атаһы йомарт ҡулы менән кәрәкле биремдәрҙе билдәләп сыҡты.
– Һин нимә? Быларҙы бер аҙнала ла яҙып бөтөрөрлөк түгел! – Лёханың ҡото осто.
– Зарар юҡ. Алда шәмбе менән йәкшәмбе бар. Ял көндәрендә теүәлләрһең. Ҡайһы бер­ҙә башты эшләтеп алыу ҙа файҙалы, – тине атаһы аяуһыҙ рәүештә, ә әсәһе эләктереп алды:
– Былай ҙа урамдан ҡайтып инә белмәйһең! Сирек аҙағы килеп еткән, ә ул ҡыл да ҡыбырлатмай.
Лёха тәҙрәнән ҡараны. Яҙ яҙлығын итә, барлыҡ терек­лек ҡояшҡа ынтыла. Ошондай көндә кешене өйгә бикләп ҡуйыу – шәфҡәтһеҙлек. Лёха был фекерҙе атаһына еткермәк бу­лып тыпырсынып ҡарағайны ла, ләкин ул тыңлар­ға ла теләмәне. Ярлыҡау көтөү урынһыҙ ине.
Иртәнге аштан һуң ата-әсәһе магазиндарға сығып китте, ә Лёха ене һөймәгән күнегеүҙәр­ҙе баш күтәрмәй эшләү өсөн тороп ҡалды. Ғәҙәттәгесә, уның артынан Женька ингәс, Лёха ауыр һуланы:
– Урамға сығырға ҡушманылар. Алда – контроль эштәр, тиҙәр. Һин минекеләрҙе беләһең дә инде.
Ул йәне көйөп ҡулын һелтәне.
– Алйот әҙәм кеүек, ял көндәрендә ултырмаҡсыһыңмы? – тип һораны Женька.
– Әйтерһең, мин теләгәнемде һайлап эшләй алам, – тине Лёха кәйефһеҙ генә.
– Һәр кемдең һайлау мөмкинлеге бар, – Женька философтарса фекер йөрөттө. Шунан өҫтәне. – Һин атай-әсәйеңде бөтөнләй ҡулдан ысҡын­дыр­ған­һың. Уларҙы тәрбиәләргә кәрәк.
– Ну, әйттең! Нисек тәрбиәләйһең? – Лёха көлөп ҡуйҙы.
– Теләһәң мөмкин, тик бының өсөн башта үҙеңә шәхес булырға кәрәк, – тине Женька ҡәтғи итеп.
– Ха! Минең атай-әсәйем теләһә ҡайһы шәхесте ҡырҡҡа бөкләй, һиҙмәй ҙә ҡалаһың, – тип Лёха ҡаршы төштө.
– Сөнки һинең характерың юҡ.
Был һүҙҙәр Лёханың сәменә тейҙе. Үҙен бер тапҡыр ҙа урам­ға сығыуҙан тыйғандары булмағас, Женькаға һөйләүе еңел.
– Мин характерһыҙ түгелмен, – уның сырайы һытылды.
– Беҙ быны хәҙер һынап ҡарарбыҙ. Бына әйт әле, һин кем?
– Ниндәй мәғәнәлә?
– Тура мәғәнәһендә.
– Ни, малай.
– Тағы?
– Уҡыусы.
– Тағы ла?
– Ни... Потапов Лёха. Ниңә бәйләнәһең?
– Шуның өсөн, характерһыҙ һин – Лёха. Характер менән инде һин Лёха түгел.
– Улайһа, мин кем, Пушкинмы ни? – Лёха көлөм­һөрәне.
– Һин – тотҡон. Ата-әсә деспотизмы ҡорбаны.
– Нимә-ә??? – Лёханың күҙҙәре таҫрайҙы.
– «Ситлектә ултырған йәш бөркөт», – тип һөйләнде Женька, – бына һин кем? Аңлашыламы?
Лёханың маңлайында мейеһенең көсөргәнешле эш­ләгәне са­ғылды. Ишеткәндәрен ашыҡмай ғына төшөндө, шу­нан ҡәт­ғи итеп:
– Ҡарсыға бул­һаң да, атайыма барыбер, – тине. – Күнегеүҙәрҙе яҙмай тороп, урам­ға сығыу ту­раһында уйларға ла ярамай.
– Үҙеңде шәхес итеп тоя белмәгәнгә шулай ул. Һин үҙең ха­ҡын­да бөтә донъяға белдерергә тейешһең.
– Мин – шәхес, тип аҡырыр­ғамы ни?
– Иҫәүән һин. «Аҡырырғамы ни», – тип үсекләне дуҫын Женька. – Үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн тотҡондар нимә эшләй?
– Мин ҡайҙан беләйем? – Лёха иңбаштарын һикертте.
– Аслыҡ иғлан итәләр! Бына нимә, – Женька белдекле һөйләнде.
– Ярҙам итер, тип уйлайһыңмы? – Лёха икеләнде.
– Һыналған алым! Аслыҡ иғлан ит тә хоҡуҡтарыңды боҙмаһындар өсөн үҙ талаптарыңды ҡуй.
– Урамға сығарһындар, типме?
– Эйе. Күҙ алдыңа килтер, һин бер көн ашамайһың, ике көн. Ә өсөнсө көнгә...
– Алҡынғансы ашармын. Дүшәмбелә ни өсөн ас йөрөргә тейешмен һуң? Барыбер урам­ға сығыр форсат булмай.
– Башың эшләмәй икән, Лёха! Мин йүнле кәңәш бирәм, ә һин барыһын да боҙаһың. Уларҙы перспективаға тәрбиәләргә тейешһең.
– Нисек? – Леха аңламаны.
– Киләсәк өсөн. Бына күрер­һең, өсөнсө көнгә атай-әсәйеңдең йөрәге тертләйәсәк. Шул саҡ нимә теләйһең, шуны һо­ра. Аслыҡ иғлан итәм, тип әй­теү менән улар алдыңда йүгереп йөрөйәсәк. Һыналған сара.
Перспектива ҡыҙыҡтыра ине, ләкин Лёханы бер хәл хафаға һалды.
– Әгәр мин асыҡһам?
– Оҙаҡҡа етерлек итеп, туй­ғансы ашап ҡуй. Ана, дөйә өс айға бер ашай, бер ҙә үлмәй, – тип кәңәш итте Женька.
Эште һуҙмай, малайҙар һыуытҡыстан төрлө аҙыҡ-түлек алды. Лёха буласаҡ һынауға әҙерләнә башланы. Ғөмүмән, ул яңы ғына ашағайны, ҡап­ҡыһы килмәне, ләкин эш хаҡына тырышырға кәрәк. Ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ бер банка шпрот, тауыҡ бото, өс сосиска ашаны. Дүртенсеһен тоҙло ҡыяр менән ара­лаш көс-хәлгә йоторға тура килде. Артабан эш тағы ла ауырлашты, шулай ҙа Лёха, алма менән ике әфлисун ашап, һоҡланырлыҡ ныҡышмаллыҡ күрһәтте.
Женька ярамһаҡланып, уға табан һоло печеньеһы өйөлгән вазаны шылдырҙы, ләкин Лё­ха һәр шәхестең мөмкинлектәре сикле икәнен тойҙо.
– Булды. Аҙыҡ-түлеккә ҡарағым да килмәй, – ул ауыр һуланы.
– Һәйбәт. Тимәк, һин хәҙер әҙер. Ҡурҡма, барыһы ла майланған кеүек булыр, – Женька ҡулдарын ыуғыланы, дуҫын дәртләндерҙе.
Төшкө аш алдынан Лёха тыныс күңел менән тәғәмдән баш тартты, ләкин әсәһе һис тә борсолманы. Ул һыуытҡысты ҡарағас, башын сайҡаны:
– Асыҡмауың ғәжәп түгел. Күпме һыпыртҡанһың?!
Уның аслыҡ иғлан итеүенә бындай иғтибарһыҙлыҡ башта Лёханы аптырашта ҡалдырҙы, ләкин ул һуңынан талаптар ҡуйырға кәрәклеген иҫенә тө­шөр­ҙө.
– Мин, ғөмүмән, бүтән ашамаясаҡмын. Аслыҡ иғлан итәм, – тине тантаналы итеп.
– Нимә, туйып һикерәһең­ме? – тине атаһы аш бүлмәһенә ингәс, күҙ ҡыҫып. Уның шаярыуы Лёханы сығырынан сы­ғар­ҙы. «Азатлыҡ өсөн көрәшеү­се» тотлоға-тотлоға мығыр­ланы:
– Мин талап итәм, һеҙ теге... ни... – Лёха Женька һөйләгән аҡыллы һүҙҙәрҙе хәтергә төшөрөргә тырышты, ләкин, үс иткәндәй, ата-әсәһенең һынаулы ҡарашы аҫтында шыма телмәре башынан сығып осто.
Ниһайәт, Лёха теҙеп һалды:
– Хоҡуҡтарымды ҡыҫмауы­ғыҙҙы талап итәм.
– Ах, эш бына нимәлә икән! – әсәһе көлөп ебәрҙе. – Бына нимә, ҡыҫылған, ашағың килһә, килерһең.
– Һиңә ас тороу зыянлы түгел: күнегеүҙәр өсөн ярты сәғәт ваҡытың артыр, – тип һығымта яһаны атаһы.
Женьканың планы селпәрәмә килде. Аслыҡ көтөлгәнсә башланманы.
Лёха сырайын һытып бүлмәһенә тәпәйләне. Башында хәсрәтле уйҙар ҡайнашты. «Бынан һуң асығып ҡара. Ярай әле туйғансы ашағанмын».
Шулай ҙа кискә Лёха тамам асыҡты, ул тамаҡ ялғауҙан баш тартмаҫ ине. Өҫтәүенә, әсәһе ул яратҡан алма бәлеше бешерҙе. Еҫе бөтә фатирға таралды. Женька шылтырат­ҡанда Лёха аслыҡты туҡтатырға йыйынып бөткәйне инде.
– Нисек хәлдәр?
– Әсәйем бәлеш бешерә. Алманан.
– Ярам­һаҡлана. Бына, күрәһеңме, тиҙҙән алдыңда йүгереп йөрөйәсәктәр, – тине Женька.
– Һин шулай уйлай­һыңмы?
– Әлбиттә! Иң мө­һиме – бирешмә, провокацияға бирелмә.
– Уныһы нисек?
– Ашарға саҡырһалар, үҙеңде шәхес итеп күрһәт. Бөтә талаптарыңды ла үтәмәй тороп, ауыҙыңа ризыҡ ҡапма. Бирешмә.
– Ярай, – Лёха көрһөнөп трубканы һалды.
Женькаға кәңәш биреүе еңел. Ас ҡарынға әсәһенең алма бәлешен еҫкәп ҡараһын ине бына. Лёха ашарға ҡасан саҡырыуҙарын көтә башланы. Шул уҡ ваҡытта үҙен шәхес итеп күрһәтә алырына шикләнде лә. Әйткәндәй, уға быны эшләргә мөмкинлек тә бирмәнеләр.
Әсәһе менән атаһы, бер ни ҙә булмағандай, өҫтәл артына ултырып, тәмләп-тәмләп бәлеш ашарға кереште. Улар донъяла ас кешеләр барлығы хаҡында уйламаны ла хатта. Хәл фажиғәлегә әүерелде. Тиҙ арала Женьканы саҡырыр­ға кәрәк. Уның алдында ата-әсәһе улдарын ас ҡалдырырға оялыр, бәлки. Лёха дуҫының телефон номерын йыйҙы ла, трубканы усы менән ҡаплап, бышылданы:
– Женя, был мин. Кил. Тиҙ бул.
– Ни булды?
– Атай-әсәйем менән проб­лема килеп тыуҙы. Мин астан үлеп барам, ә уларҙың иҫе лә китмәй. Бәлки, һин ярҙам итер­һең?
Биш минут үтер-үтмәҫтән, ишектә ҡыңғырау зыңланы. Женьканы күргәс, Лёшканың әсәһе Галина Васильевна уны ҡунаҡсыл саҡырҙы:
– Женечка, үт. Мин яңы ғына бәлеш бешерҙем.
Ул ҡунаҡты өҫтәл артына ултыртып, тәрилкәһенә ҙур киҫәк бәлеш һалды.
– Ә Лёха? – Женька, бер ни ҙә булмағандай, һорап ҡуйҙы.
– Ашағыһы килмәй, – Галина Васильевна ғәмһеҙ генә яуап­ланы.
Асыуланған һәм үпкәләгән дуҫы ни әйтергә лә белмәне. Был күрәләтә алдаҡ ине. Лёха урынына атаһы яуап бирҙе:
– Уның ашауҙы сикләү көнө. Әйткәндәй, Алексейға бер аҙ ябығыу ҡамасауламаҫ ине. Дөрөҫмө, улым?
Ул арала әсәһе Женьканы ҡыҫтауын дауам итте:
– Аша, оялма. Лёшаның ашағыһы килмәй тип, ни өсөн һин ас ултырырға тейеш әле?
Женька Лёхаға боролоп, хуп­ланы:
– Маладис, Лёха. Характерың көслө.
Ул теләктәшлек билдәһе итеп йомарланған йоҙроғон күтәр­ҙе, шунан һуң умырып бәлеш ҡапты.
Лёха үҙенең күҙ алдында яратҡан ризығын һыпыртыусы өс «язалаусы»ға ҡараны. Тамаша аяуһыҙ һәм ғазаплы ине. Үҙе хаҡында белдерер өсөн Лёха көсһөҙ тауыш менән:
– Ас кешеләр ҡайһы берҙә һуштан яҙып йығыла, – тине. – Улар артынан «ашығыс ярҙам» килә.
– Был һиңә янамай, – әсәһе ҡаршы төштө.
Лёханың хәтере ҡалды, күҙенә йәштәр тығылды, ләкин Женька алдында характерын ныҡ тоторға булды. Бында кемдең шәхес, ә кемдең үҙ белдекле яфалаусы икәнен белһен әйҙә.
Иртән Лёха атаһы янына килеп, һүҙһеҙ генә уның алдына яҙып тултырылған дәфтәрен һалды.
– Эшләп өлгөрҙөңмө? – атаһы ғәжәпләнде.
Ул дәфтәр биттәренә күҙ һалды ла хуплап әйтте:
– Ҡара әле, асығыуҙан башың шәп эшләй икән. Теләһәң, булдыра алаһың бит.
– Иртәнгене ашайһыңмы? – тип ҡыҙыҡһынды әсәһе.
«Ниһайәт, иҫтәренә төштө», – тип уйланы күңелһеҙ генә Лёха. Уның үпкәһе бөтмәгәйне әле, шуға күрә характерын тағы ла күрһәтергә булды. Ялынһындар әле.
– Ниңәлер ашағым килмәй, – тип баш тартты ул яһалма битарафлыҡ менән.
– Үҙең беләһең, – әсәһе иңбаштарын һикертеп ҡуйҙы.
Шунда Лёха үҙен шәхес булараҡ етерлек күрһәтеүен аңланы, ашығып:
– Саҡ-саҡ ҡына, – тине.
Уның бер ваҡытта ла бындай аппетит менән ашағаны юҡ ине. Иртәнге аштан һуң атаһы:
– Бар, йөрөп кил, – тине, – төштән һуң математиканан шөғөлләнербеҙ.
– Ярар, – Лёха тыңлаусан баш ҡаҡты.
Ул ишек алдына туҡ һәм ҡәнәғәт сыҡты.
– Йә, тәртипме? Үҙеңдекеләрҙе тәрбиәләнеңме? – тип һораны Женька.
– Ыһы, – тип яуапланы Лёха ҡыҫҡа ғына итеп.
– Алдыңда йүгереп йөрөйәсәктәр, тип әйттем дә инде.
– Тап шулай, – тип ризалашты Лёха һәм уйланы: «Төштән һуң мәсьәләләр сисергә тура киләсәк. Бәлки, был һәйбәттер ҙә. Тиҙҙән контроль эштәр».

Тамара КРЮКОВА.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас