

Хикәйә
Тышта буран ыжғыра. Зөбәйлә уның тауышын тыңлай-тыңлай, өйҙөң стенаһына нығыраҡ һырышты. Буран ҡарҙы йомарлап тәҙрәләргә һыланы, мөрйәләргә инеп олоно. Бына ишек асылды. Уның артынан һыуыҡ ел өй түренә йүгерҙе. Атаһы бесәнгә төрөп тотоп ингән ниндәйҙер төргәкте иҙәнгә һалды.
– Һарыҡ бәрәсләгәнме? – Мәрйәм апай имеҙлек эҙләп тапты ла буш шешәне таҙартып, йылы һөт ҡойҙо.
– Мә, имеҙ, – тип уны ҡыҙы Зөбәйләгә тотторҙо. Ҡашҡа бәрәс шешәләге тәмлекәсте йотлоғоп һурырға кереште.
Бәрәсте һөт менән генә һыйламаны ҡыҙыҡай. Әсәһе өйҙә юҡта һәндерә аҫтынан сығара ла имгәкләп уның менән һөҙөшөп уйнай.
Көн йылығанын һиҙҙереп, өй ҡыйыҡтарынан тамсылар тыпылдай башланы. Мәрйәм апай етемәкте тышҡа сығарҙы. Тиңдәштәре инәле булғас, тиҙ үҫкән. Ҡашҡа ситтәрәк йөрөй. Зөбәйлә уйнарға сыҡһа, ҡыҙҙы күреү менән башын аҫҡа эйеп сабып килә лә уны ергә йыҡҡансы һөҙә. Был хәл көн дә ҡабатлана.
Йәмле йәшел йәй етте. Малдарҙы көтөүгә ҡыуҙылар. Ҡашҡа ла башҡаларға эйәреп, һутлы үлән ашарға йөрөй. Бәрәстең йөндәре матур булып бөҙрәләнде. Ул ҙурайҙы, әммә элекке холҡон үҙгәртмәне. Бергә уйнаған дуҫын күреү менән йүгереп килеп төкөнө. Ҡыҙыҡай ергә йығылғас ҡына еңгән ҡиәфәт менән ситкә китте.
Атаһы менән әсәһе көтөүҙән һуң һарыҡтарын һыртта ялан кәртәгә бикләп тота. Мәрйәм апай малдарҙы ҡыуам тиһә, боғаҙы яраланған етемәк Ҡашҡаны күрҙе. Ул башын аҫҡа эйгән дә шым ғына тора.
Серҙе көтөүсе атаһы систе. Таңда ҡайтһа, кәртәнән бүре ҡасҡанын күргән. Һарыҡтар мөйөштә эркелешкән. Һанаһа, етемәк Ҡашҡа юҡ икән. Ул икенсе яҡта, ситтәрәк башын аҫҡа эйеп торған.
– Бүре менән һөҙөшкән! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Зөбәйлә. Бөтәһе лә эштең ниҙә икәнен аңланы. Сөнки Ҡашҡаның ҡыҙҙары менән һөҙөшөп уйнағанын белә ине. Һарыҡты ветеринарға күрһәтеп, дауаларға тура килде. Ярай, бер аҙҙан ул йүнәлде. Хәҙер үҙен бер һарыҡ та ситләтмәй. Күрәһең, малдар ҙа Ҡашҡаның батырлығын аңлаған.