

Булат уҡыуҙан да, арифметиканан да йыш ҡына «бишле» билдәләре ала, ә бына яҙыуҙан «өслө»нән юғары күтәрелгәне юҡ. Үтә ҡыйын бирелә был уға: юлды тигеҙ хәрефтәр менән тамамланым ғына тигәндә, пероһы йә ҡыйыш һыҙыҡ яһай, йә дәфтәренә ҡара тамып ҡуя. Бына ошо бәләләрҙән ҡотола алмағанға күрә, уҡытыусы уны: «Дәфтәрең бысраҡ», – тип йыш ҡына шелтәләй. Быны ишетеүгә илағыһы килә, ләкин ул түҙә: малай кеше ебек булырға тейеш түгел.
Ошолай һәйбәт кенә уҡығанда һәм яҙыуҙан да «дүртле» алам тип тырышып, өмөтләнеп йөрөгәндә, көтөлмәгән хәл булды: көндәрҙең береһендә уҡытыусы Әминә апай килмәне. Мәктәп директоры уның ауырып китеүен хәбәр итте һәм балаларға бөгөнгә өйҙәренә ҡайтырға ҡушты.
Әминә апай икенсе көндө лә йүнәлмәгәйне. Уның урынына дәрестәргә башҡа уҡытыусы керҙе.
– Миңә, Әлфиә Әхмәтовна, тип өндәшерһегеҙ, – тине ул, бөтә уҡыусыларҙы ла барлағас.
Әлфиә Әхмәтовна ла балаларҙы уҡырға, яҙырға, хисап сығарырға һәм һүрәт яһарға өйрәтте. Ләкин улар гел үҙҙәренең Әминә апайҙарын уйланы, үҙен юҡһынып, бойоҡтолар. Һәр көндө кем дә булһа:
– Әлфиә Әхмәтовна, беҙҙең Әминә апай ҡасан килә? – тип һорай.
Ә яуап бер төрлө:
– Һауыҡҡас та килер, сабыр булығыҙ.
Балаларға яңы уҡытыусы уҫалыраҡ та, ҡорораҡ та һымаҡ тойолдо. Элек «бишле» билдәләренә генә уҡыусылар «дүртле», «өслө»ләр ала башланы. Ә Булат иһә яҙыуҙан бөтөнләй насарланды: хәрефтәрҙе төшөрөп ҡалдыра йәки, киреһенсә, икешәр тапҡыр яҙа һәм бөтә бит-ҡулдарына тиклем ҡараға буяла.
– Булат, һин нимә яҙғаныңды үҙең дә белмәйһең, – тип асыуланды Әлфиә Әхмәтовна һәм ҡыҙыл ҡараһы менән уның дәфтәренә ҙур итеп «икеле» билдәһе ҡуйҙы.
Тамам түҙемлеге бөттө Булаттың. Уның тиҙерәк Әминә апаһын күргеһе килде.
– Әйҙәгеҙ, уҡытыусыбыҙҙың өйөнә барайыҡ! – тине дәрестәрҙән һуң дуҫтары Фәрит менән Әнүәргә. – Беҙ барғас, ул, бәлки, тиҙерәк һауығыр.
Малайҙар был тәҡдимгә шатланып риза булды.
– Туҡтағыҙ әле, ауырыу кешегә нимә булһа ла алып барырға кәрәк бит! – тине Фәрит, мәктәп ҡапҡаһы төбөндә ҡапыл туҡталып.
– Ә ниңә, минең йөҙ һум аҡсам бар, хәҙер үк магазинға инәбеҙ ҙә берәй нәмә алабыҙ! – тине Әнүәр.
Малайҙар магазинға инде лә витриналағы тауарҙарҙы ҡарарға кереште.
– Әйҙәгеҙ, одеколон алабыҙ! – тип тәҡдим итте Әнүәр.
– Ҡуй, – тине Булат, – нимәгә кәрәк уға одеколон...
– Уйлаһа, бынау әйберҙе алайыҡ! – тип түңәрәк галетты күрһәтте Әнүәр.
– Галет алып барырға ул һиңә өс йәшлек баламы ни... – тип тағы ҡаршы төштө Булат.
– Ә бынау Буратиноны алһаҡ?
– Кит әле, бигерәк юҡты һөйләйһең... – тине Фәрит һәм улар өсөһө лә көлдө.
– Ә нимә алып барабыҙ һуң?
Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң малайҙар өйҙәренә ҡайтып, әсәләре менән кәңәшләшергә булды. Булаттың әсәһе улының теләген хупланы һәм уға аҡса биреп, алма һатып алырға ҡушты. Фәриттеке тәмле итеп печенье бешергәйне, Әнүәр иһә сейә компоты һатып алды.
Билдәләнгән ваҡытта малайҙар мәктәп ҡапҡаһы төбөнә йыйылды һәм бүләктәрен күрһәтешеп алғандан һуң Әминә апайҙарҙың өйҙәренә йүнәлделәр.
– Һинең әсәйең печеньены бик тәмле итеп бешерә икән! – тине Әнүәр Фәриттең ҡулындағы төргәктән күҙен айыра алмайынса.
– Ә һин ҡайҙан беләһең? – тине Фәрит ғәжәпләнеп.
– Еҫенән һиҙеп торам. Әйҙә, берәүһен генә ҡабып ҡарайбыҙ, ә?
Булат быға ҡаршы төштө.
– Унан һуң һин минең алманы ашарға, аҙаҡ үҙеңдең компотыңды эсергә теләрһең әле. Апайға тигән күстәнәстәрҙе үҙебеҙ ялмап ҡуймайыҡ инде.
– Әлбиттә, – тине Фәрит. – Әгәр Әминә апай үҙе һыйлаһа ла, үреләһе булмайыҡ. «Татлы аҙыҡ күргәндәре юҡ икән», – тиер.
– Татлы нәмәне мин өйҙә ауыҙымдан аҡҡансы ашайым, – тип ризалашты Әнүәр.
Малайҙар уҡытыусы өйөндә үҙҙәрен әҙәпле тоторға, Әминә апайҙары һыйлаһа ла, бер нәмә лә ҡапмаҫҡа вәғәҙәләште.
Ишекте уҡытыусы үҙе асты.
– И-и, минең күгәрсендәрем килгән дәһә! – тине ул йылмайып. – Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, түргә үтегеҙ!
Әле генә күңелдәренән әллә күпме яҡшы һүҙҙәр әҙерләп килгән малайҙар, телдәрен йотҡандай, мөйөшкәрәк һыйынды, үҙҙәре ҡулдарындағы төргәктәрҙе һуҙҙы.
– Һеҙ шулай күстәнәстәр ҙә күтәреп килдегеҙме ни? – тине Әминә апай. – Тик улай ишек төбөндә генә тормағыҙ, сисенегеҙ ҙә түргә үтегеҙ. Һөйләшеп ултырырбыҙ бер аҙ...
Әминә апай, билен тотоп, көс-хәл менән генә йөрөй икән. Бәлки, малайҙар уны ятҡан урынынан торғоҙғандыр әле. Тәүҙә улар ауырыу уҡытыусыны борсоп йөрөгәндәре өсөн үкенде, ләкин әкренләп һөйләшә башлағас, был хаҡта оноттолар.
Әминә апай газ плитәһендә сәй ҡайнатып алды ла:
– Әйҙәгеҙ, тәмләп кенә сәй эсәйек әле бер, – тип уҡыусыларын өҫтәл эргәһенә саҡырҙы. Тәүҙә малайҙар бер-береһенә ҡарашып алды һәм үҙ һүҙҙәрендә ныҡ торорға – һыйланмаҫҡа булды. Тик ауырыу уҡытыусының һүҙенә ҡаршы тороу, уны борсоу һис тә килешмәй ине.
Өҫтәл эргәһенә ултырғас, Әминә апай тәүҙә уларҙың ата-әсәләре, туғандары хаҡында һорашты. Малайҙар, бер-береһен бүлә-бүлә, яңы хәбәрҙәрҙе һөйләне һәм һүҙ араһында Әминә апайҙарының ҡарағат ҡайнатмаһына ла, үҙҙәре килтергән печенье менән алмаға ла ҡулдарын йыш-йыш йөрөткәндәрен һиҙмәнеләр ҙә. Уҡытыусы эргәһендә ултырыу бик күңелле ине. Ә инде һүҙ мәктәпкә һәм уҡыуға күскәс, Булатҡа ҡыйын булды.
– Апай, мин яҙманан «икеле» алдым, – тине ул, ә үҙе ебек булырға ярамағанлығын белһә лә, күҙҙәренән мылт итеп сыҡҡан йәштәрен тыя алманы.
– Ярай, Булат, һин улай бирешмә, – тине Әминә апай, уның башынан һыйпап. – Бына иртәгә дәрескә үҙем килермен һәм беҙ һинең менән бергәләп тырыша башларбыҙ. Ә бөгөн кис шул насар билдәһе алған яҙыуҙарыңды яңынан дөрөҫ һәм матур ғына итеп күсереп яҙып кил. Һеҙ ҙә өйгә бирелгән эштәрегеҙҙе яҡшы ғына әҙерләгеҙ, гел «бишле»гә яуап бирерлек булһын, – тип киҫәтте ул Фәрит менән Әнүәрҙе лә.
Был шатлыҡлы хәбәрҙе ишетеүгә малайҙарҙың түбәһе түшәмгә тейгәндәй булды һәм улар, ҡанатлы ҡоштар кеүек талпынышып, өйҙәренә ҡайтып китте. Әминә апайға ла ауырыуы бөткәндәй еңел һәм рәхәт тойолдо. Күрәһең, уҡыусыларының күстәнәсе шифалы булғандыр шулай.