+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Хикәйәләр
14 Октября 2021, 06:50

Терпе тураһында әкиәт

Дмитрий СИРОТИН

 

Хикәйә

 

Мин яҙыусы булырға һәм иң тәүҙә терпе тураһында әкиәт ижад итергә ниәтләнем.

Ни өсөн уның тураһында? Сөнки терпене йәй көнө дачала күр­ҙем. Шундай матур, бәп-бәләкәй, йоп-йомро. Бөтә яҡлап энәләр менән ҡап­ланған. Ҡайҙа томшоғо, ҡайҙа арты – белермен тимә.
Бына шул ғәжәп йәнлек тураһында яҙырға булдым да инде. Башланмаған дәфтәр, ручка алып ултырҙым да эшкә тотондом: «Йәшәгән, ти, булған, ти, терпе...»
Шул саҡ урамдан: «Матвее-е-е-ей!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелде.
Тәҙрә янына йүгереп барһам, унда туп тотҡан Витька тора.
– Матвее-ей, әйҙә, хоккей уйнарға сыҡ!
– Үҙең хоккей, тиһең, ә туп алғанһың.
– Туплы хоккей уйнайбыҙ!
– Ә-ә-ә! Үпкәләмә, Витька, сыға алмайым.
– Ни өс-ө-ө-өн?
– Булма-а-ай, Витька, әкиәт яҙа-а-ам!
– Ниндәй әкиә-ә-әт?
– Терпе тураһы-ы-ында!!!
Шунда өҫкө ҡаттан кемдер ҡысҡырып ебәрмәһенме:
– Ниңә шул тиклем аҡырышаһығыҙ. Икегеҙ ҙә ауыҙығыҙҙы ябығыҙ! Әтеү хәҙер милиция саҡырам – терпеле лә, ҡуянлы ла, нинзя-гөбөргәйелле лә булырһығыҙ!
– Ҡара һин уны! – тип ҡыуана Витька. – Ысынлап та, нинзя-гөбөргәйел буласаҡмы?
Ләкин быға өҫтән яуап бирмәнеләр, тик форточка ғына шапылдап ябылды.
Витька үпкәләп китеп барҙы.
Ә мин әкиәтте дауам итергә ултыр­ҙым.
«Йәшәгән, ти, булған, ти, терпе...»
Шул ваҡыт әсәйем Верканы балалар баҡсаһынан алып ҡайтты. Хоҙай һеңлене биргән бит, ҡарыш буйлы ғына булһа ла, кешегә эшләргә ҡамасаулай!
Әсәйем ашарға әҙерләргә аш бүлмәһенә инеп китте, ә Верка яныма килде лә:
– Ни эшләйһең, Мотя? – тип ҡыҙыҡһынды.
Яғымлы ғына әйткән булам:
– Бәйләнмә әле.
Ә ул туҡтарға уйламай ҙа:
– Мотя, һин ни эшләйһең, ни эшләй­һең? – тип йәнде алып бара.
Асыуым шул тиклем ҡабарҙы:
– Туплы хоккей уйнайым! – тинем.
Верка күҙҙәрен сылт-сылт йомоп тор­ҙо ла көлөп ебәрҙе:
– Ю-юҡ, һин алдашаһың! Һин хәрефтәр яҙаһың!
– Күргәс, ниңә һорайһың һуң? – Мин әрләшә үк башлайым. – Ҡамасаулама! Ана кубиктарҙан берәй һүҙ йый!
– Ниндәйҙе?
– Белмәйем... Оптимәлләштереү!
Верка йәнә күҙҙәрен сылт-сылт йом­ғоланы ла һораны:
– Мотя, «әмәлләштереү» нимә ул?
Мин ҡысҡырып ебәрҙем:
– Белмәйем! Йый, шунан ҡарарбыҙ.
Верка икенсе бүлмәгә инеп китте, тиҙҙән унан шатор-ботор килгән тауыш ишетелде. Тимәк, кубиктарын тартманан бушатты. Ул «оптимәлләштереү»ҙе йыйған арала әкиәтте яҙып өлгөрөрмөн, бәлки...
Шулай итеп, «Йәшәгән, ти, булған, ти, терпе...»
– Мотя, ә Мотя!
Тфү! Тағы ла Верка!
– Мотя, ниндәй һүҙҙе йыйырға ине әле?
– Мин үҙем дә оноттом инде... Бына һиңә кәрәк булһа...
– Мотя, әйҙә йәшенмәк уйнайыҡ.
– Ниндәй уйын? Күрмәйһеңме ни, эшләп ултырам.
– Матвей, һеңлеңде рәнйетмә! – Әсәйем аш бүлмәһенән өндәште.
– Ярай, – мин әйтәм. – Һинең менән ни эшләргә инде? Йәшенмәк икән, йәшенмәк. Әйҙә, йәшен, мин һине эҙләрмен.
Верка ҡыуана-ҡыуана икенсе бүлмәгә – кресло артына йәшенергә йүгерҙе.
Йә, ярай. Нимәлә туҡталдым әле? Эйе. «Йәшәгән, ти, булған, ти, терпе...»
Шул саҡ йоҙаҡта асҡыс боролдо. Тимәк, атайым эштән ҡайтты.
– Сәләм, барығыҙға ла!
– Сәләм, атай!
– Матвей, ни эшләйһең?
– Әкиәт яҙам.
– Ысынмы? Нимә тураһында?
– Терпе тураһында... Атай, ҡамасаулама.
– Ярай-ярай. Илһамыңды өркөткөм килмәй, йәш кеше... Их, бөгөн йәшниктә ни күрһәтәләр икән? – тип ул телевизорҙы бөтә көсөнә ебәрҙе! Ә унда иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ, барыһы ла ғәҙәттәгесә: беренсе каналда – Алла Пугачёва, икенсеһендә – Максим Галкин. Өсөнсөһөндә – тағы Алла Пугачёва, дүртенсеһендә – йәнә Максим Галкин. Шулай итеп, бөтә каналдарҙа ла – улар икәү.
Атайым пультты баҫҡыланы-баҫҡыланы ла үртәнде:
– Был нимә һуң? Егерме канал, ә ҡарарлыҡ бер нәмә лә юҡ! – Көтмәгәндә пультҡа баҫҡайны, экранда – мөғжизә! – Пугачёва ла, Галкин да юҡ. Урман шаулай, ҡоштар һайрай, ниндәйҙер өй...
Атайым шатланып китте:
– Исмаһам, тәбиғәткә һоҡланырмын...
Ҡапыл өй фонында оҙон сәсле, би­ҙәнгән-төҙәнгән апай пәйҙә булды ла күтәренке тауыш менән теҙеп китте:
– Һеҙҙе «Яңғыҙ йөрәктәр өйө» телепроекты сәләмләй!
Атайым һикереп тора һалды ла телевизорға тапочкаһын елгәреп, ҡысҡырына башланы...
«Йәшәгән, ти, булған, ти терпе...» – бер ҡулым менән яҙам, икенсеһе менән ике ҡолағымды ла томаларға маташам.
Ҡапыл күрше бүлмәләге Верка шыңшый башланы:
– Мо-о-отя! Һин мине ҡасан табаһың инде? Кресло артында тиҙҙән астан үләсәкмен!
Аш бүлмәһенән әсәйемдең асыулы тауышы ишетелде:
– Матвей, һиңә күпме әйтергә мөмкин – һеңлеңде рәнйетмә! Кәрәгеңде бирермен!
Атайым телевизор янында:
– Телепроектығыҙ менән ҡаҙалып китегеҙ!
Витька урамдан:
– Матвее-е-й, хоккей менән туп уйнарға сыҡ инде! Ой, туплы хоккей уйнарға! Ташла шул терпеңде-е-е!!!
Өҫкө ҡаттан:
– Нимә? Тағы ла терпеме? Хәҙер милиция саҡырам!
«Йәшәгән, ти, булған, ти, терпе...» Мин унынсы тапҡыр яҙҙым да ауыр һулап, дәфтәремде ябып ҡуйҙым. Һмм. Әкиәт ҡыҫҡа килеп сыҡты. Һәм нисектер мәғәнәһеҙ.
Күрәһең, ижадҡа һәләтем юҡтыр. Яҙыусы булырға яҙмаған... Йә, ярай! Минән башҡа ла яҙыусылар етерлек. Иң яҡшыһы – Витька янына токкейлы хуп уйнарға сығам... Ой, хоккейлы туп уйнарға... Ой, туплы хоккей уйнарға! Тик башта Верканы кресло артынан табырға кәрәк, юҡһа әсәйемә тағы ла ошаҡлаясаҡ: ул саҡта миңә терпе лә, нинзя-гөбөргәйел дә булыр...

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас