+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
16 Октябрь 2021, 12:20

Сейә бәлеше

Анна ИГНАТОВА

 

Көлкөлө хикәйә

 

– Сейә бәлеше ул ҡарабойҙай бут­ҡаһы түгел! – тип шатландым мин.
– Сейә бәлеше ҡурылған йомортҡа түгел! – тип атайым да хупланы.
– Сейә бәлеше бәләкәй эш тү­гел, – тине әсәй. – Кискелеккә уны ашағығыҙ килһә, бойороғомдо тыңлағыҙ!
Беҙ уны тыңланыҡ: атайым магазиндан ҡаймаҡ, маргарин, әсетке һәм он алып ҡайта, мин баҙарға сейәгә барам. Ә әсәй үҙ-үҙенә аш бүлмәһенә инеп, табаны ялт иттереп таҙартырға бойороҡ бирҙе.
Барыһы ла ҡушылғанды үтәргә китте.
Мин баҙарға юлландым. Унда төрлө нәмә һаталар. Ә сейә бер урында ғына бар. Шундай ҡыҙыҡ һатыусы. Мин уға:
– Ике килограмм сейә кә­рәк, – тим.
Ә ул:
– Өс килограмм ал, артыҡ бул­маҫ! – ти.
Мин:
– Сейәләрегеҙ ныҡ тәмлеме ни? – тигән булам.
Ә ул:
– Ныҡ тәмле, – ти. – Был ябай сейә түгел. Ябай сейә ағасынан йыйылмаған.
– Ниндәйҙән һуң? – тип һорайым.
– Болан маңлайында үҫкән ағас­тан, – ти.
Мин, әлбиттә, үҙ алдыма көлөмһөрәнем. Һатыусы ла йылмая.
– Ундай боланды ҡайҙан таптығыҙ һуң? – тип ҡыҙыҡһынам.
Ә ул етдиләнде лә көрһөндө:
– Үрсенеләр...
Мин дә етдиләндем. Эш артынан йөрөйөм, ә үҙемде бала-сағаға һанап, әкиәт һөйләйҙәр.
– Йә, ике килограмм, – тим. – Бына аҡса.
Һатыусы йәнә көрһөндө лә ике килограмм сейә үлсәне.
– Мин бында иртәнән һуңға ғына булам, – тине иҫкәртеп.
Өйгә йүгерҙем. Атайым үҙенең бойороғон үтәгәндер инде, ә мин тот­ҡарланам! Һатыусының ҡасан баҙар­ҙа булыуында ни эшем бар? Әллә ул, сейә бәлешкә ярамаһа, кире килтерергә мөмкин, тип әйтергә теләнеме икән? Мин өлгөргән, ҡара ҡыҙыл төҫкә ингән емештәргә ҡараным. Ни эшләп бәлешкә ярамаһын ти, ярай, әлбиттә! Бик сифатлы та­уар!
Әсәйем ҡәнәғәт булды. Ата­йым яңы ҡаймаҡ һәм юғары сифатлы әсетке алып ҡайтҡан. Шунда мин эре һутлы сейәләр күтәреп килеп индем.
– Егеттәр икәнһегеҙ! – тине лә әсәйем беҙҙе аш бүлмәһенән ҡыуып сығарҙы. Был бойороҡто беҙ айырыу­са теләп үтәнек.
Киске ашҡа ҡунаҡ бүлмәһенә йыйылдыҡ. Табынды журнал өҫтәлендә әҙерләнек, торшер ҡабыҙҙыҡ. Байрамса, йәйенке һәм бәләкәй тәрилкәле сынаяҡтарҙы алдыҡ. Күңелле музыка ебәрҙек. Атайым бәлеш киҫеп, тәрилкәләргә һалды.
– Ҡалай матур! – тине әсәйем.
– Ә еҫе һуң! – тине атайым.
– Был һеҙгә ҡарабойҙай бутҡаһы түгел инде! – тинем мин. – Атай, тиҙерәк киҫ инде, әтеү, ауыҙ һыуым аға.
Әсәйем сәй яһаған арала түҙмәнем, үҙемдең өлөштән ҙур ғына киҫәкте ҡаптым. Бәлеш түгел, ә әкиәт! Юҡҡа ғына ауыҙ һыуым килмәгән икән! Былай сәсәргә лә мөмкин.
– Бөгөн беҙҙең мәктәптә дәрестә бер малай сәсәп батты, – тинем бәлеште сәйнәп бөтөр-бөтмәҫтән.
– Ниндәй дәрестә? – Атайым ҡулына бысаҡ тотҡан килеш ҡатып ҡалды.
– Билдәле инде, физкультурала, – тип дауам иттем иҫем китмәй генә. – Бассейнда.
– Витенька, һеҙҙең мәктәптә бассейн юҡ та баһа, – тип әсәйем сынаяҡтарға сәй ҡойҙо. Яңылыш, миңә ҡараған килеш, шәкәрле һауытҡа ҡуйы сәй ағыҙҙы.
– Элек бассейн юҡ ине, – тип асыҡланым. – Ә хәҙер уны төҙөнөләр, һүрәт кабинетында. Әле беҙҙә рәсем һәм физкультура дәрестәре бер үк ваҡытта үтә. Бер ыңғай йөҙәбеҙ ҙә, һүрәт тә төшөрәбеҙ. Бик уңайлы, стакандағы һыуҙы алыштырырға ла кәрәкмәй, ҡылҡәләмде бассейнға манып алабыҙ. Ә альбомдар беҙҙең алда йөҙөү таҡтаһында ята, – мин һандуғастай һайраным.
– Һин сәйеңде эс, Витенька, – әсәйем йылмайып, сәсемде төҙәтте һәм һиҙҙермәй генә маңлайымды тотоп ҡарарға тырышты – эҫе түгелме?
– Бөгөн дәрестә ни булды һуң? – тип һораны иғтибар менән тыңлаған атайым.
– Уҡыусы малай батты, – мин тағы ла бәлеште ҡабып ҡуйҙым. – Бер ыңғай йөҙөү ҙә, һүрәт төшөрөү ҙә ҡыйын бит. Программа яңы, өйрәнелмәгән, башта күптәргә ҡыйын... Ҡараһам, бер малай төпкә төшөп китте! Мин дә уның артынан сумдым, артабан ни эшләр икән, тип уйлайым... Ә ул иҙәнгә ултырҙы ла ҡайғыға батты. «Әлеге һүрәт өсөн тағы ла «икеле» ҡуясаҡтар. Батам да үләм!» – ти. Мин уны өҫкә һөйрәйем, ә ул ҡарыша! Ауыр! Сығарып булмаясаҡ, ярҙам саҡырырға кәрәк, тип уйлайым.
Әсәйем менән атайым, бәлеш ашай-ашай, таң ҡалып тыңлай.
– Ярҙам саҡырырға тотондом. Ҡыс­ҡырғанымды һыу аҫтынан ишетмәй­ҙәр, бер кем дә килмәй. Ярай әле эргәмдән дельфин йөҙөп бара ине.
– Дельфин? – Әсәйем «аһ» итте. – Кабинетта!
– Ул дельфинарийҙан йөҙөп килгән, – тип аңлаттым. – Беҙҙең зоология кабинетында дельфинарийлы зоопарк яһанылар. Дельфин мине ишеткән, улар һыу аҫтында һәйбәт ишетә. Теге малайҙы ҡойроғо менән шундай сөйөп ебәрҙе! Шунда уҡ өҫкә ҡалҡты! Ә мин... үҙемдең сәсемдән үҙем тарттым да анһат ҡына өҫкә ҡал­ҡтым, – һөйләп бөттөм дә атайым менән әсәйемә күҙҙәремде таҫрайттым. Һиҙҙермәй генә маңлайымды ла тотоп ҡараным. Юҡ, эҫе түгел.
– Егет икәнһең, – тип маҡтаны атайым һәм үҙенә икенсе киҫәк бә­леш киҫеп алды. – Юғалып ҡалмаған­һың. Үҙемә оҡшағанһың. Мин дә бөгөн кеше ҡотҡарҙым. Берәүҙе генә түгел, ә күптәрҙе. Тотош троллейбус­ты. Ул күперҙән йылғаға килеп төштө. Водителдең күҙҙәре ҡамаш­ҡан – һуҡырайған. Тейешле яҡҡа боролмаған. Рәшәткәләрҙе емергән дә һыу­ға – гөрҫ! Пассажирҙар һушһыҙ булды, бер мин юғалып ҡалманым.
Әсәйем хайран ҡалып, бер юлы ярты сынаяҡ сәй йотто. Мин ҡабаланып, үҙемдекенә үрелдем, хатта уның шәкәр һауыты икәнен дә абайламаным.
– Юҡ, мин юғалып ҡалманым! – Атайым беҙгә күҙ йүгертеп алды, ул үҙенең һөйләгәндәренән ҡәнәғәт ине. – Люк аша тышҡа сыҡтым да троллейбустағы бауҙарҙы эләктереп алып, яныбыҙҙан үтеп барған пассажирҙар теплоходына ырғыттым. Шунан «һә» тигәнсе бортҡа һикереп мендем дә капитанға: «Бар көскә ҡыу!» – тип ҡысҡырҙым. Теге хәлде шунда уҡ аңлап алды, теплоходын бар ҡеүәтенә ҡыуа башланы. Троллейбус пассажирҙарҙың шатлыҡлы тауыштары аҫтында бик тиҙ өҫкә күтәрелде. Артта ултырыусыларҙың аяҡтары ла еүешләнмәгәйне, улар­ҙың тағы ла елдереп йөрөгөһө килде. Хатта шундай аттракцион яһар­ға булдылар – йылға троллейбусы, мине директор итеп саҡыралар... – атайым үҙенең шаҡ ҡатҡыс хикәйәһен тыйнаҡ ҡына тамамланы.
Мин эштең ниҙә икәнен төшөндөм инде. Ләкин бәлешебеҙҙәге сейәнең ҡайҙа үҫкәнен әлегә атайым менән әсәйемә һөйләмәҫкә булдым. Әсәйемдең хикәйәтен тыңлағым килде. Ул былай ҙа арттырып һөйләргә әүәҫ, ә хәҙер һүҙҙәренән ҡолаҡтар ҡарпаясаҡ! Етмәһә, ҙур ғына ике киҫәк сейә бәлеше ашарға өлгөрҙө, әле өсөнсөһөнә тотондо.
– Һин – ысын герой, арттырып әйтмәйем! – тине әсәйем һәм атайымдың яңағында сейәле үбеү эҙе ҡалдырҙы. – Мин кемгә кейәүгә сыҡҡанымды белдем! Үҙенә ҡатын булырға инәлгән теге һинд шаһзадаһынан юҡҡа ғына баш тартманым.
Атайым яурынын яҙҙы, күкрәген кирҙе, яңағын ҡабартты. Уның менән сағыштырғанда, һинд шаһзадаһы сүп кенә ине.
– Үҙ һүҙен һүҙ итә алмаһа, һинд шаһзадалары бөтөнләй сығырынан сыға, – әсәйем бай тормош тәжрибәһен беҙҙең менән уртаҡлашты. – Быныһы ла аҡылын юйҙы! Башта ул мине сәскәләргә күмде, шунан аҫыл таштар ташыны, аҙаҡ беҙҙең өй ихатаһына бер көтөү фил ҡыуып килтерҙе лә барыһын да минең алда тубыҡланырға мәжбүр итте. Ризалата алмағас, урларға булды.
Әсәйем минең өмөттәрҙе аҡланы. Атайым да шаңҡып ҡалды шикелле, хатта яңағын ҡабартып, күкрәген киреүҙән туҡтаны. Һорап ҡуйҙы:
– Мин ҡайҙа инем?
– Эштә инең, – әсәйем, иғтибарын ваҡ-төйәккә йүнәлтмәй, тиҙ яуапланы. – Шаһзада мине магазиндан, ит бүлегенән урланы. Кәтлиткә фаршҡа барғайным. Тик һыйырҙыҡына түгел, унда һеңер күп, сусҡаныҡына ла түгел, ул ныҡ майлы. Үҙенә бер төрлө фарш алырға кәрәк.
Был юлы әсәйем иғтибарын ваҡ-төйәккә йүнәлтте. Шунлыҡтан миңә шаһзада тураһында һөйләүен дауам итеүен һорап, еңенән тартырға тура килде.
– Эйе, ит бүлегендә... Шаһзаданың ярандары мине тоҡҡа ултыртты... юҡ, тоҡҡа түгел! Һинд келәменә төрҙөләр. Ләкин юғалып ҡалманым, келәмде тешләргә тотондом. Мин ауырттырып тешләйем, бер келәм дә түҙмәй. Ул сырылданы, һүтелде лә шаһзаданың бөтә ярандарын үҙенә төрҙө. Мин уларҙың барыһын да келәм менән бергә милицияға тапшыр­ҙым. Шунан тиҙ генә өйгә ҡайттым – кәтлит ҡыҙҙырырға...
Әсәйем, ысынлап та, кәтлиттәрҙе бик тәмле бешерә. Был – ысын-хаҡ.
Беҙ бер-беребеҙгә ҡарашып, тынып ҡалдыҡ. Мин сейәнең ниндәй ағаста үҫеүен һөйләргә ваҡыт еткәнен һиҙҙем. Һөйләнем. Ышандылар.
– Хәҙер баҙарҙа ни генә һатылмай, – тине атайым. – Бер ваҡыт бәйгелә уҙышыусы гөбөргәйелдәр һатыусы балыҡсыны осраттым.
– Бик ҡыҙыҡ, – тине әсәйем, – беҙ хәҙер гел генә теләһә ниндәй уйҙырма һөйләрбеҙме ни?
– Белмәйем, – тинем. – Ләкин бындай яуаптар өсөн мине мәктәптән мотлаҡ ҡыуасаҡтар. Беҙҙә күптән түгел бер малайҙы оҙаттылар.
– Ярай әле ул ишәк ҡолаҡтары үҫтереүсе инжир һатмаған, – атайым кескәй Мук тураһындағы әкиәтте иҫенә төшөрҙө.
– Әйткәндәй, уның келәтендә йәшәрткес алмалар бармы икән? – тип һораны әсәйем.
– Ярар, бөтәһен дә белермен, – тинем мин. – Тик иртәнән һуңға.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: