+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
27 Октябрь 2021, 14:45

Сусҡа киҙеүе

Земфира АҠБУТИНА

 

Хикәйә

 

Ҡыш уртаһы еткәс, ауылда бер ауырыу таралды. Сусҡа киҙеүе, тинеләр. Беҙҙең өсөнсө синыфтан иң беренсе булып түбәнге остоң ҡыҙҙары Вәғиә, Фирүзә, Асия ауырып китте. Ике көндән шул яҡтың малайҙары Фәрзәт, Рәсүл, Булат, Ильяс уҡырға килмәне. Аҙна аҙағына был киҙеү урта тош балаларына күсте. Флүзә, Гөлнур, Рафиҡ, Рәүеф дүртеһе бер юлы сирләне. Икенсе аҙнала үрге ос ҡыҙҙары Әлфинә, Әлфиә, Гөлфинә, Зөлфирә, ике яҡ күршемдә йәшәгән Сәғит менән Әмир ауырыу йоҡторҙо.
Бөгөн яңғыҙ ғына уҡырмынмы икән, тип ултыра инем, синыфҡа башта Вәғиә, унан Асия исемле ҡыҙҙарыбыҙ килеп инде. Мин уларға ҡараным да аптырап киттем. Күҙҙәре төпкә батҡан, ябыҡҡандар, хәлһеҙҙәр. Сумкаларын саҡ-саҡ һөйрәп тиерлек килтереп ҡуйҙылар ҙа парта артына ултырҙылар. Башҡа ваҡытта һөйләп һүҙҙәре бөтмәгән ҡыҙҙарҙы ен алмаштырғанмы ни?! Бер ни өндәшмәйҙәр. Хатта тәнәфестә лә бер ҡайҙа сығып йөрөмәнеләр. Үҙ-ара ғына бер нисә һүҙ әйтештеләр. Был киҙеүгә бәйле булды, ахыры.
Аҙнаның өс көнөндә шулай өсәү генә уҡыныҡ. Аҙаҡҡы көндә уҡытыусыбыҙ Фәйез ағай:
– Ну, Әлфирә! Ун һигеҙ уҡыусы араһынан бер үҙең генә бирешмәнең. Ауырығандар шәбәйә башланы, ә беҙҙең Әлфирә һин дә мин йөрөй! Маладис! – тине.
Ул шулай мине маҡтаһа ла, ҡайтҡан саҡта аяғыма әллә ни булды ла ҡуйҙы. Улар һөйрәлгән һымаҡ, сумкам да ауыр тойолдо. Саҡ ҡайтып еттем. Кис ашар мәл еткәс, тамаҡҡа аш барманы. Нисек барып ятҡанмын, шулай йоҡлап киткәнмен.
Иртәнсәк торайым тиһәм, башымды күтәреп булмай. Күҙгә уттар күренде. Саҡ-саҡ тышҡа сығып килдем дә хәл­һеҙләнеп, кире урыныма барып яттым. Йоҡлап киткәнмен. Төш күрәм. Имеш, һыу буйында торам. Йылғаға барып төш­һәм, ниңәлер унда һыу бысраҡ. Сығайым, тип ынтылһам, тайғаҡ ташҡа баҫып, йығылып киттем. Бысраҡ һыуға нисек итеп сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Килеп сыҡтым да ҡысҡырайым тиһәм, ауыҙым асыла, тауышым сыҡмай...
Уянып киттем. Тамағым әсеп ауырта. Эҫе булып киткәс, юрғанды атып бәрҙем. Минең ҡыбырлауҙы күреп, түрбашта йөрөгән әсәйем яныма килеп етте:
– Башың ҡыҙыу. Ауырыйһың, балам. Киҙеү һиңә лә ҡағылғандыр инде...
Көнө буйы яттым. Йоҡлап китәм дә һаташып, ҡысҡырып уянам. Икенсе көндә иртән тороуыма ҡулым эйәгемә тейгәс, ҡурҡып, тертләп киттем. Миңә һимеҙ булып икенсе эйәк үҫеп сыҡҡайны.
– Әсәй! Әсәй! – тип ҡотом осоп ҡыс­ҡырам.
Әсәйем өлтөрәп эргәмә килеп тә етә:
– Нимә, балам?
– Ҡара, ҡара, нимә был? – тип эйәгемә күрһәтәм.
Ул көлөмһөрәп:
– Сусҡа киҙеүе ваҡытында шулай икенсе эйәк үҫеп сыға шул, балам. Яҡшы, яҡшы... Былай булғас, температураң төшөр, – ти.
– Нимәһе яҡшы булһын, мин шулай сусҡа кеүек йәмһеҙ булып ҡаламмы? – тип илаулайым.
– Түҙ, балам, түҙ, бөтә ул эйәк, – тип йыуата әсәйем.
Өсөнсө көндә үҙәгем өҙөлөп асыҡҡанымды һиҙҙем. Бәй, мин ике көн буйы бер ни ҙә ашамай-эсмәй яттым бит!
Шулай уйлап, өҫтәлгә күҙ һалам.
– Асыҡтыңмы, ҡыҙым? – ти йомшаҡ ҡына итеп әсәйем.
– Эйе,– тим.
Әсәйем батмус менән яныма ризыҡтар алып килеп, ултырғысҡа ҡуйып китте. Бынау ҡыҙғылт перәниктәр һәләк тәмле була торғайны. Шулай уйлап, берәүһен тешләйем. Бәй, унан балсыҡ тәме килә лә.
– Тәмһеҙ! – тим.
– Ауыҙың тәм белмәй, балам. Ауырыу бына ни эшләтә! Әле һинең тамағыңдан был ризыҡтар үтмәҫ ул, алып ҡуяйым! – тип ашамлыҡтарҙы ситкә ҡуйҙы.
Ауыҙымда ҡалып ирегән перәник валсыҡтарын йотоп ебәрәйем тиһәм, юҡ, килеп сыҡмай. Тамағым бер ни ашамаҫлыҡ булып шешкәйне.
– Тамағым шешкән! Бер ни ҙә йота алмайым! – тим. Әсәйем сынаяҡ тотоп яныма кире килде:
– Ҡайнаған һыу булһа ла эс. Эҫе түгел ул, йылы ғына, – тип үҙе тоттороп, эсереп ебәрҙе.
Һыуҙы йотҡас, рәхәт булып китте. Асығыу онотолдо. Урыныма кире яттым. Үҙемдең бер ҙә хәлем юҡ. Эргәмдә шаярышып йөрөгән ағай-апайҙарыма, ҡус­тыма көнләшеп ҡарайым. Берәй ваҡыт мин дә шулай йүгерә алырмынмы?
Дүртенсе көндә икенсе эйәгем шиңә башланы. Мин кискә ҡарай һөтлө-шәкәрле сәй эстем! Бишенсеһендә тороп ултыра алдым. Ул көндө әсәйем ҡуйы һөткә генә иреткән йомортҡа тәбейәһен ашай алдым. Алтынсыһында икенсе эйәгем байтаҡ шиңде. Мин беренсе тапҡыр яңы атлап киткән бала кеүек, карауат баштарына, стенаға тотона-тотона, яйлап ҡына тышҡа сығып әйләндем. Ә унда аҡ ҡарға, сағыу ҡояшҡа күҙем ҡамашып торҙо, саф һауаны ҡомһоҙланып һуланым.
Теүәл ете көн ауырып, киләһе аҙнала ғына мәктәпкә барҙым. Ошонда ғына мин Вәғиә менән Асияның ауырыуҙан һуң ни өсөн ябыҡҡандарын, бик хәлһеҙ булыуҙарын, тәнәфестә парта артында ғына ултырыуҙарын, шаярып-көлмәүҙәрен аңланым.
Шул көндә мин: «Үҙ башына төшмәйенсә, кеше хәлен кеше аңламай», – тигән ябай ғына хәҡиҡәткә төшөндөм.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: