+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
8 Декабрь 2021, 09:35

Балыҡтар ҡомға ҡаҙала

Уймаҡ хикәйә

 

Бер йылды йәй бик тә ямғырлы булыу сәбәпле, Инйәр йыл­ғаһы әллә нисә тапҡыр ярҙарынан сығып ташты. Хатта бесән мәлендә лә шундай хәл булды. Сапҡан бакуйҙар ағып китеп бөттө. Бер заман шулай туҡтауһыҙ яуғандан һуң, ҡапыл ҡыҙҙырып ебәрмәһенме! Бө­тә халыҡ бесәнлектәренә ашыҡты.
Ә беҙҙең Сафа бабай – оҫта балыҡсы. Бар халыҡ бесән эшләгәндә, ул таң менән йыл­ғаға йүнәлде. Ҡыҙыҡ кеше ул Сафа бабай. Шаян, йор һүҙле. Бөтә балыҡсыларға оҡшап, бер аҙ фәстерергә лә ярата. Уны тыңлап, араларында тишек шо­манға ултырыусылар ҙа байтаҡ. Ауылдаштары холҡон белеп тә бөткән инде, ләкин һаман алданыуҙарын дауам итә. Үҙенә асыу ҙа тотмай­ҙар бит әле. Ҡайһы ваҡытта Сафа бабай етди генә булыр­ға тырыша ул, йәше лә байтаҡ хәҙер. Ни ғәләмәттер, ке­ше араһына барып баҫты­мы, теленән берәйһе тартамы ни, юҡ-барҙы һөйләргә тотона.
Был юлы ла шулай булды. Балыҡтан юлы уңып ҡайтып килеүе. Кәйефе шәп! Бесәнлегендә усаҡ яғып йөрөгән Айытбай ҡорҙашын күргәс, туҡталып китергә булды. Алдан әйтеүемсә, башында бер этлек тә юҡ ине. Берәй көрөшкә сәй генә эсер ҙә юлын артабан дауам итер...
Уның балығын күреп, ҡорҙашы уха бешерергә өс-дүрт балыҡ ҡалдырып китеүен һорай. Шул саҡ беҙҙең бабайыбыҙ үҙенең репертуарына әйләнеп ҡайтҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Шундай уңайлы мәлде нисек ысҡындырһын инде ул?!
– Бәй, һин балыҡһыҙ тороп ҡалдыңмы ни? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡала. – Мә, ал, миңә йәл түгел. Ләкин һин үҙең дә «һә» тигәнсе бер биҙрә балыҡ алып килә алаһың бит. Йылға ташып, ҡапыл ҡайтҡанға күрә, улар күпләп төрлө урындарҙа ҡамалып ҡалған. Хатта һыу буйындағы тирәк ботаҡтарында эленеп торалар. Ярҙа тулап ятҡандарын әйтеп тораһы ла түгел. Үҙең менән берәй таяҡ та ал. Ағаста аҫылынып тор­ғандарына ипләп кенә һуҡһаң, төшкән һәр береһе осло морондары менән ҡомға ҡаҙалып тора. Аҙаҡ йыйып алыр­ға ғына кәрәк буласаҡ. Унда халыҡ күп, күрерһең.
Айытбай был ваҡытта ҡорҙашының һөйләгәндәрен тыңларлыҡ хәлдә түгел ине. Ул яҡ-яғына ҡаранып, ҙурыраҡ һауыт эҙләне. Нисек тә күберәк табыш алып ҡайтырға уйы. Ләкин сәй ҡайната торған биҙрәнән башҡа һауыт-фәлән күҙенә салынманы. Сәйе, әлбиттә, йәл. Беше утынды саҡ тоҡандырып, усаҡ яҡҡайны. Ярай, сәй ҡай­ғыһымы ни бында? Ул «һә» тигәнсе биҙрәне әйләндереп түгеп, һыу буйына табан йүгерә. Тамағы кипкән Сафа бабай: «Эһ!» – тип кенә әйтеп өлгөрҙө.
Ә Айытбай кире килгәндә сәй ҙә, янып торған усаҡ та, балыҡ та, Сафа бабай ҙа юҡ ине...

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: