+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
5 Ғинуар 2022, 14:00

Бүләк

Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН

 

Хикәйә

Фәрит ҡапҡаны ябып, ишек янына килде лә туҡтап ҡалды. Аяҡ кейемдәре араһында ят ҡатын-ҡыҙ туфлийы күрҙе ул. Нәҡ уҡытыусы апаһы Нәфисә Шәмси ҡыҙыныҡы кеүек. «Ниңә килде икән?.. Әләкләшерҙәй сәбәп тә юҡ: тәртибе һәйбәт, контроль эшен дә «бишле»гә эшләне. Туҡта...»
Малай аяҡ остарына ғына баҫып тәҙрә аҫтына килеп боҫто. «Әллә... өйгә бирелгән миҫалдарҙы дәрес башланғансы дуҫы Илшатҡа күсерергә биргән ине, шуны һиҙгәнме?»
Фәрит саҡ ҡына башын күтәреп тәҙрәнән өй эсенә күҙ һалды. Әсәһе Сания төрлө үҫентеләр, сәскәләр ярата, шуға күрә һәр тәҙрә төбө һайын – бер нисә гөл! Шулар араһынан ҡурҡмайынса ғына өй эсен күҙәтергә була.
Ысынлап та ... Нәфисә Шәмсиевна килгән! Ана, әсәһе менән көлөшә-көлөшә сәй эсәләр. «Инергәме, юҡмы?..» Фәрит баҡса артындағы ултырғысҡа барып ултырҙы. «Тиккә килмәгәндер...»
Бер аҙҙан тышҡы ишек асылды.
– Сәйегеҙ бигерәк тәмле булды, Сания апай!
– Мәтрүшкә, ҡарағат япрағы ҡуштым.
– Һиҙҙем... Рәхмәт, иҫән-һау булығыҙ!
– Тағы килегеҙ!
Ҡапҡа ябылған тауыш ишетелде. Фәрит, еңел һулап, ағастан ҡыҙыл алма өҙөп ашаны ла ишеккә йүнәлде.
– И-и-и, – тип ҡаршы алды уны әсәһе, – иртәрәк ҡайтһаң, уҡытыусы апаңды осратыр инең.
– Нәфисә Шәмсиевна... теге... ни? – Малай аптырап әсәһенә ҡараны.
– Мә! – Әсәһе йылмайып төргәк һуҙҙы. – Асып ҡара әле!
Фәрит ашығып аҡ ҡағыҙҙы һүтте. Унда Әнүәр Бикчәнтәевтең «Яр буйы малайҙары» тигән китабы ине.
– Беренсе битен асып уҡырга ҡушты!
«Фәрит! Тыуған көнөң менән ҡотлайым! Сәләмәтлек, яҡшы уҡыуыңды теләп, Нәфисә апаң...»
– Тыуған көн?.. Бөгөнмө? – тине малай, тамағына тығылған төйөрҙө йотоп.
– Хәҙер атайың торт алып ҡайта! – тине Сания апай, йылмайып. – Тыуған көнөң менән, улым!
Фәрит китап-бүләкте күкрәгенә ҡыҫып, әсәһенә һыйынды.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: