Хикәйә
Йылы, айлы йәйге төн. Мырлыҡай бындай саҡтарҙа һәр ваҡыт баҡсала, кәртә араһында йөрөргә ярата. Ошолай йәйгеһен булмаһа, ҡайһы мәлдә һуң? Ҡышҡыһынмы?.. Һыуыҡ айҙарҙа төнөн түгел, ҡояш йылмайып торғанда ла ишек алдына сыҡҡы килмәй, мырылдап мейес башында тик ятаһың.
Мырлыҡай һарыҡтар рәхәтләнеп көйшәп ятҡан ситке кәртә эсенә һикереп, кескәй генә саҡтан бергә уйнап үҫкән ҡар кеүек ап-аҡ һарыҡ эргәһенә килде. Башҡалар ҡара йөнлө, ә уның дуҫын өйҙәгеләр, Аҡһарығыбыҙ-матурҡайыбыҙ, тип йөрөтә. Мырлыҡай уның менән иҫәнләшкәнен белдереп, үҙенең башын тегенең башына тейҙереп алды. Һарыҡ та нәҙек тауыш менән сәләмләп, иҫәнләшкән кеүек булды. Мырлыҡай шулай уның янында моңло мырылдап, тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалып, тын ғына ултырырға ярата. Серле, матур төн. Ара-тирә май ҡуңыҙҙарының, ярғанаттарҙың осоп китеүе ишетелеп ҡала. Мырлыҡай мырылдай-мырылдай үҙҙәренең тәүге осрашҡан көндәрен иҫенә төшөрҙө.
...Мәктәптә уҡып йөрөгән Рәсимә үҙен өләсәләренән алып ҡайтҡанда ул бәләкәй генә ине. Мырлыҡайҙы аяғы ауыртҡан ап-аҡ бөҙрә бәрәс янына, ишек төбөндәге ыҡсым ғына асыҡ бәләкәй ояға индерҙеләр. Ҡыҙыҡай икеһенә лә һөт эсереп, йомшаҡ икмәк ашатып торҙо. Был ваҡытта ҡыштың иң һыуыҡ мәле ине. Бәрәсте йәлләп, тыштағы башҡа һарыҡтар янына сығарманылар, йылы өйҙә ҡалдырҙылар. Мырлыҡай үҫә, бәрәстең дә аяғы төҙәлә башланы. Уларҙы өй эсендәгеләр бөтәһе лә яратты, хатта ял итергә сығарғас, шаярып, диван өҫтөнә менеп киткән саҡтарында ла һис асыуланманылар. Аҡ бәрәсте мәле-мәле менән инәһе янына ебәрә башланылар.
Башта һарыҡ уны алмаҫҡа уйланы, ләкин Рәсимәнең әсәһе үҙен барыбер тыңлатты. Яҙ етте, аҡ бәрәс инәһе янына күсте, башҡа һарыҡтарға ҡушылды. Тик дуҫтар бер-береһен ташламаны, өй алдындағы йомшаҡ үләндә аунап, икәүләшеп баҫтырышып, һикергеләп уйнап йөрөнөләр. Башҡа һарыҡтар ҙа Мырлыҡайҙы үҙ итте. Әкиәттәге кеүек, ай үҫәһен көн үҫеп, береһе етеҙ ала бесәйгә әйләнде, икенсеһе матур йәш аҡ һарыҡ булып китте. Аҡһарыҡ башҡалар менән бергә көтөүгә йөрөй башланы. Мырлыҡай уны иртәнсәк кәртә бағанаһының башында моңһоуланып оҙатып ҡалһа, кискеһен шатланып ҡаршы алды. Дуҫын хәҙер ошолай тыныс кистәрҙә, айлы төндәрҙә генә күрә.
Әле ул Аҡһарыҡ янында оҙаҡ ултырҙы, бер ниндәй ҙә тауыш ишетелмәне. Аҙаҡ кәртәнән сығып, аласыҡ янына килде. Рәсимә уға сеүәтәгә ҡойоп, һәр саҡ һөт ҡалдырып ҡуя. Рәхәтләнеп һыйлана ғына башлағайны, ҡапыл һарыҡ кәртәһендә шау-шыу ҡупты. Был нимә?!.
Мырлыҡай һағайҙы һәм кәртә яғына йүгерҙе. Уның эсендә һарыҡтарҙы әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа өркөтөп ҡыуып, ниндәйҙер йыртҡыс йөрөй ине.
Ул бүре булып сыҡты. Бына йыртҡыс Аҡһарыҡҡа барып йәбеште. Уның ялбыраулы әсе тауышы ишетелде. Мырлыҡай уҡ кеүек атылып, йән көсөнә асыулы ҡысҡырып, һөжүмгә ташланды һәм дошманы арҡаһына тырнаҡтарын батырҙы. Ҡапыл көтмәгәндә ҡайҙандыр һикереп, өҫтөнә менеп ултырған йәнлектән үҙе һиҫкәнеп, бүре Аҡһарыҡты ысҡындырҙы ла кәртә аша кире һикерҙе. Шул саҡта ҡолаҡ төбөндә «Бах!..» тигән көслө гөрһөлдәү яңғыраны. Кесерткән араһынан сабып барған йыртҡыс гөрҫ итеп ергә ауҙы. Ә Мырлыҡай бүренең тәненән тырнаҡтарын саҡ ысҡындырып, ҡанлы эҙ ҡалдыра-ҡалдыра, дуҫы Аҡһарыҡ янына ашыҡты.