Хикәйә
Йоҡла, балам, йом күҙең,
Йом-йом, күҙең, йондоҙом.
Кистән һәйбәт йоҡлаһаң,
Уйнап үтер көндөҙөң.
Йоҡлар алдынан ҡайһы ғына бала бишек йыры тыңларға яратмай икән! Яҙгөл дә шулай. Әсәһе янына ултырып, сәсенән һыйпай-һыйпай әкрен генә көйләһә, әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ҡыҙҙың үҙенең йыры бар, ул көн дә телевизорҙан яңғыраған «Сәңгелдәк» тапшырыуындағыға һис тә оҡшамаған.
Бер тапҡыр шулай Уралиә апай бөтә бишек йырҙарын барлап сыҡты, ә ҡыҙы ниңәлер күҙҙәрен йоморға ашыҡманы, шунан әсәһе үҙе белгән йырҙарҙы иҫенә төшөрҙө:
Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә –
Юлаусынан ҡалған бер күмер...
Шунан бирле гел ошо йырҙы таптыра.
Йыр-моңға ғашиҡ Уралиә апай бер концертты ла ҡалдырмай йөрөй. Яратҡан артисткаһы Нәфисә Ҡасимованың концертына ла билеттарҙы алдан хәстәрләне. Сәскә гөлләмәһе алырға баҙарға Яҙгөл менән икәүләп барҙылар. Сәскәләрҙең дә иң матурҙарын һайланылар. Уларҙы йырсыға ҡыҙҙың үҙенең биргеһе килде.
– Әсәй, концертҡа мине лә алып барығыҙ әле.
– Арырһың, йоҡоң килер, – тине Уралиә апай. – Өләсәйең янында ҡалырһың, атайың да ризалашмаҫ.
– Йырсы апайҙы күргем килә.
Концертты бик оҡшатты Яҙгөл. Тамашасыларға ҡушылып, һәр сығышҡа сәпәкәй итте. Сәхнәгә йырсы апай сығып баҫҡас, унан күҙҙәрен алманы. Йыр артынан йыр яңғыраны. Бер заман Яҙгөлдөң ҡолағына таныш моң салынды.
Йырһыҙ ҙа ғына йәшәүҙең йәме юҡ...
Әсәһенең йыры! Әллә уны йоҡлатырға йыйынамы? Арыны, тип уйланымы икән ни? Аптырап, әсәһенә боролдо. Бәй, ул йырламай, ике күҙе сәхнәлә, үҙе лә өйҙә түгел, залда. Ә моң ағылды ла ағылды...
Йырлап йәшәүҙәре бер ғүмер...
Яҙгөл ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды:
– Әсәйемдең йырын йырлама!
Моңло көй өҙөлдө. Нәфисә Ҡасимова үҙен мөкиббән китеп тыңлаған ҡыҙға күптән иғтибар иткәйне. Тамашасылар йырсы асыуланыр, тәрбиәһеҙ баланы әрләр тип көттө. Ләкин уның тауышы мөләйем ине.
– Яныма кил әле, үҫкәнем.
Яҙгөл оялып башын түбән эйҙе.
Йырсы һис тә аптырап ҡалманы, сәхнәнән төшөп, ҡыҙ янына барҙы.
– Исемең кем?
– Яҙгөл, – тип бышылданы ҡыҙ.
– Үҙең кеүек ҡалай матур исемең! Яҙгөл, һиңә әйтер һүҙем бар ине... Халыҡ йыры – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ. Әсәйеңдеке лә, минеке лә, бөтәбеҙҙеке лә. Шуға күрә уны әсәйең дә, мин дә йырлайым. – Нәфисә Ҡасимова тамашасыларға күҙ һирпеп алды. – Шуны онотма: йыр кешегә ҡыуаныс та, йыуаныс та бирә, хәсрәттәрҙе баҫа, һағыштарҙы тарата. Аңланыңмы?
Ҡыҙ ризалашып башын ҡаҡты.
Нәфисә Ҡасимова сығышын кескәй тамашасы бүлдергән йыр менән тамамлап ҡуйҙы. Уға тотош зал ҡушылды. Уралиә апай ҙа ихласланып йырланы.
Урал ҡаялары юғары,
Урал ҡаялары юғары,
Һеҙҙән яҡын дуҫтар юҡ әле.
Артисткаға сәскә бүләк итеүселәр күп булды. Улар араһында Яҙгөл дә бар ине.