+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
8 Ноябрь 2022, 16:55

Ә һин шатлана беләһеңме?

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

Ә һин шатлана беләһеңме?
Ә һин шатлана беләһеңме?

Хикәйә

Шыршы байрамы алдынан

«Үҙеңә ышанырға кәрәк, хәрәкәттәрең килеп сыға», – тип Рабиға апай маҡтап, дәртләндереп торғанғамы, Фариза бейеү түңәрәгендә бик теләп шөғөлләнә башланы. Һуңлап яҙылды ҡыҙ был түңәрәккә, шуға ныҡ тырышырға тура килде. Ана, кисә матур концерт ҡуйҙылар. Шунан аҙаҡ бергәләшеп фотоға төштөләр. Синыфташы Саимә фото төшөрөү менән күптән шөғөлләнә. Бар һүрәттәрҙе лә ул чатҡа һалды, һәр береһе шуларҙың оҡшағандарын һайлап, үҙенең социаль селтәрҙәге битенә сығар­ҙы. Фариза ла бер нисәһен үҙенең битләүенә алып ҡуйҙы. Аҙмы-күпмелер ваҡыт үткәс, синыфташы Юлиә шылтыратты.
– Хәлдәрең нисек? – тип һораны ул яғымлы тауыш менән.
Үҙен һауалы тотҡан Юлиә менән бик борсағы бешмәй улар­ҙың, хатта әллә ни һөйләшкәндәре лә юҡ. Бейеү түңәрәгенә бергә йөрөйҙәр. Юлиәнең, моғайын, концерт тураһында белешкеһе киләләр, тип уйланы ҡыҙ. Тегенең ипле, йомшаҡ тауышына кәйефе күтәрелгән Фариза, әлбиттә, шатланып сәләмләне.
– Бөтәһе лә яҡшы, Юлиә. Үҙеңдең хәлдәрең нисек?
– Нишләп минең хәл насар булырға тейеш? – Ҡыҙҙың тауышы үҙгәреү менән Фариза һағайҙы. – Һиңә бер генә һорау! Нишләп мине мыҫҡыл итеп, күҙ йомоп ултырған фотомды сәхифәңә ҡуй­ғанһың?
Фариза аптырап китте.
– Ниндәй фото? Һинеке юҡ...
– Һуҡыр түгелһеңдер бит! Битләүеңә ҡуйған фотоңды яҡшылап ҡара. Ниңә белмәгәнгә һалышаһың?
– Унда коллектив менән төшкән фото ғына.
– Эйе, коллектив! Унда бөтәһе лә объективҡа ҡарап тора, мин генә күҙҙе йомғанмын! Йәнәһе, йоҡлап торам. Мыҫҡыл иттең инде үҙеңсә!
Юлиәнең үҙгәргән йәмһеҙ тауышынан Фариза телһеҙ ҡалды. Күмәк төшкән фотола быға иғтибар итмәгәйне. Ысынлап та, күҙе йомолған һүрәт ҡуйылдымы икән ни? Ашыҡҡан ашҡа бешкән, Саимә чатҡа ебәреү менән беренселәрҙән булып битләүенә ҡуя һалғайны...
– Фотоны мин төшөрмәнем дә инде, Юлиә.
– Уның ҡарауы, бөтөн ергә һин таратҡанһың! Интернет буйлап киткән. Тимәк, бөтөн донъя буйлап.
– Бүтәндәр ҙә ошо фотоны ҡуй­ғандар. Ҡарап сыҡ!
Ләкин Юлиә тыңлар хәлдә түгел ине. Ул алдан әҙерләп ҡуйған һүҙҙәрен теҙә генә бирҙе.
– Иң шәп бейеүсенән көнләшәһеңме, ә! Минең шикелле булдыра алмағас, эсең янамы? Инде килеп, мине алйот итеп күрһәтмәксеһең!
Фариза тынысландырырға тырышты, уның һайын Юлиә ярһый ғына барҙы.
– Алып ташла фотоны. Хәҙер үк алып ташла! Һинең менән бергә фотоға төшә торғаным юҡ! Көнсөл! Мин матур, һин ямаҡһың! Төҫөң яман! Бапаҡ! – Шулай тине лә телефонын һүндереп ҡуйҙы
Фаризаны шаңҡытты был сәрелдек тауыш. Ул ҡыбырларға ла ҡурҡып, ултыра бирҙе. Ҡайҙан синыфташында бындай нәфрәт, күрә алмаусанлыҡ? Нисек уның алдында ғәйебе юҡлығын иҫбатларға? Шылтыратып ҡарарғамы? Юҡ! Был фотоны ул дөйөм чаттан алды. Йылмайып төшкәнбеҙ, матур фото, тип уйланы, береһенең күҙен тикшермәне. Телефон экраны бәләкәй булғас, коллектив төшкәндең һәр береһен ентекләп ҡарап ултырып булмай. Шулай ҙа сәхифәһенән фотоны алып ташланы. Ниндәйҙер ғәйеп той­ғоһо күңелде биләп тик тора. Тыныслана алманы, бүтән ҡыҙҙар­ҙың битләүҙәрен ҡарап сыҡты. Бәй, улар ҙа ошо уҡ фотоны ҡуй­ған. Тимәк, Юлиә Фаризаға бәйләнергә бер сәбәп уйлап тап­ҡан...
Юлиә нишләптер уны көндәше һымаҡ күрә. Ҡыҙҙар икеһе лә мәктәптең яҡшыгирҙәре, хатта ҡайһы бер фәндәрҙән ярышып та уҡыйҙарҙыр. Хәйер, Фариза сәмле лә түгел, шулай ҙа ул яҡшы баһа алыу менән Юлиәнең төҫө үҙгәреп китә. Көнө буйы уға яман итеп ҡарап йөрөй, нимәлер тип төрттөрөп ала. Һәм шул фәндән икенсе дәрестә мотлаҡ ҡул күтәреп яуап биреп, үҙе теләгән билдәне алмай тороп, тынысланмай. Ул саҡта Юлиәнән дә шат кеше булмай мәктәптә. Беренсе булырға тырышыу яҡшы, ләкин ни өсөн бүтәндәрҙе кәмһетергә? Быныһын Фариза һис кенә лә аңлай алмай. Ә бөгөн нимә уның кәйефен ҡырҙы һуң, тип һорар­һығыҙ, бәлки. Юлиә оҫта ғына бейей, бейеү түңәрәгенә күптән йөрөй. Фариза үҙен бейеүгә һәләтле тип һанамай. Ләкин концерт әҙерләгәндә уҡытыусы Рабиға апай тап Фаризаны маҡтаны. Маҡтаһа ни булған? Хәҙер килеп Юлиәнән хурланды... Ҡалай теле әсе. Ысынлап та, бапаҡ һымаҡмы ни ул? Фариза ирек­һеҙҙән көҙгөгә ҡарап алды. Төҫө ҡасҡан, күҙҙәр төпкә батҡан... Был мәлдә ул үҙен донъялағы иң имәнес йән эйәһе итеп той­ҙо.
Иртәгеһен ҡыҙыҡай мәктәпкә теләр-теләмәҫ кенә барҙы. Берәүгә лә күтәрелеп ҡарағыһы килмәне. Их, ошондай ҡыйын саҡта Мәмдүҙә дуҫы эргәлә бул­һасы. Әсе телле, уҫал, берәүгә лә бирешеп бармай, шуға уға һүҙ әйтеүсе, телләшеүсе юҡ. Мәл­һеҙ ауырып китеүен әйт... Мәмдүҙә булғанда Юлиә лә уларҙы әллә ҡайҙан урап үтә. Кәйефһеҙ Фариза ултырған урынынан ҡуҙғалманы. Эргәһенән үтеп бар­ған синыфташы Морат ҡапыл туҡтап ҡалды.
– Берәй нимә булмағандыр?
Фариза уға күҙ ҡырыйы менән ҡарап алды, яуап бирмәне.
– Ауырымайһыңмы? – тип ныҡышты үҫмер.
– Миңә нимә булһын? – тине Фариза ҡырыҫ тауыш менән. Морат ары китте. Фаризаның эсендә ут яна ине. Юлиә Моратҡа кисәге һөйләшеүҙе еткермәнеме икән? Улар бит дуҫтар. Морат уны бапаҡ итеп күрмәйме? Хәйер, ул ғына түгел, күпселек синыфташтары бөгөн уға икенсе төрлө ҡараған һымаҡ тойолдо. Биткә, ысынлап та, яман буяҡ һибелгән кеүек. Их, Мәмдүҙә янда булһаңсы!.. Фариза ҡуш услап йөҙөн һыпырҙы.. Морат... Аҡыллы егет ул. Иптәштәре араһында абруйлы. Интернетта үҙенең шәхси блогын алып бара һәм унда ауыл, район тарихы менән даими таныштырып тора, арымай мәғлүмәт йыя. Хәҙер уға хатта тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар ҙа мөрәжәғәт итә икән. Ҡайһы бер журналистар­ҙың Морат яҙғандарҙы сәлдергәне булды. Башта ризаһыҙлыҡ белдерә ине, хәҙер күнде. «Үҙләштерһендәр, ырыуыбыҙ, яҡташтарыбыҙ тураһында күберәк белһендәр», имеш. Һуңғы арала Юлиә ошо синыфташының артынан ҡалмай. Йәнәһе, Морат уға ата-бабаларының – Торғонбаевтарҙың тарихын яҙышырға булышырға тейеш. Ихлас егет баш тартманы, Торғонбай шәжәрәһен өйрәнеп йөрөй. Бына әле лә нимә тураһындалыр һөйләшәләр. Юлиә ҡылансыҡ, белгәне ихахай ҙа михахай... Һығылып-бөгөлә. Эсе янған Фариза синыфтан сығып китте.
Дәрестәр тамамланды. Рабиға апай уларҙы бейеү түңәрәгендә көтә. Күнекмәне сәбәпһеҙ ҡалдырыу килешмәҫ, шөғөлләнергә кәрәк, сер бирергә ярамай.
Һис ҡасан да булмағанса, Юлиәнең дуҫтары ла – ошаҡ тоҡсайы Илона менән ялағай Гөлгөнә лә – кабинетҡа килеп инде. Әллә алдан һөйләшеп ҡуйғандармы, улар Фаризаға ҡарап алды ла хихылдай башланы. Ҡыҙҙың сикәһе ҡыҙҙы, был мәлдә ул тышҡа атылып сығып китергә әҙер ине. Рабиға апай ҙа тегеләргә иғтибар итте, тик ни өсөн хихылдашҡандарын ул, әлбиттә, аңламай.
– Бейеүселәргә ҡамасаулай­һығыҙ, барығыҙ, иптәштәрегеҙҙе коридорҙа көтөгөҙ, – тине ҡаты тауыш менән, ишеккә табан ишаралап. Илона менән Гөлгөнә ауыҙҙарын кәүшәйтеп, ризаһыҙ ғына сығып китте.
Күнекмә тамамланғас, Юлиә лә ялп итеп ҡалды. Уны ла, әшнәләрен дә күргеһе килмәгән Фариза юрый ашыҡманы, нәмәләрен рәтләштереп, йыйнаған булып, биштәрен аҡтарып ултыра бирҙе. Бөтәһе лә таралышып бөттө, тип иркен һулап, иң аҙаҡтан сыҡты. Ләкин яңылышты. Өс әшнә мәктәп ҡапҡаһы эргәһендә гәп һаталар ине. Фариза яҡынлашыу менән, мыҫҡыллы хихылдап, уға текләнеләр. Хәҙер һөйләшкәндәре ап-асыҡ ишетелә.
– Күрҙек, эс тырнап көлдөк, ҡайһы бер бейеүселәр клоун һымаҡ һикерә, – тине ялағай Гөлгөнә.
– Юҡ, эскән бәндә һымаҡ йә бәүелә, – тине ҡалын тауышлы Илона. – Нишләп бейей белмәгәндәрҙе алалар икән? Хурлыҡ бит! Элементарно!
– Мәскәй әбей роле килешер ине, ә!
Быныһын Юлиә әйтте. Тегеләре һаһылдаштылар.
– Мәскәй әбей!
Фариза бер ни ҙә ишетмәгән төҫлө үтеп китте. Ләкин битенә ҡайнар һыу һиптеләрме ни! Бара биргәс, хатта ҡулы ҡалтырағанын һиҙҙе. Көн ҡояшлы, сағыу булһа ла, донъя нисектер ҡараңғыланып ҡалғандай тойолдо, күҙ йәштәрен йота-йота, аяҡтарын саҡ-саҡ һөйрәп, ҡайтыр яҡҡа боролдо. Кәйефе генә түгел, хәле лә юҡ ине. Унан көлөр өсөн юрый ҡаршыһына сыҡҡандар. Эйе, маҡсатығыҙға ирештегеҙ өс әшнә. Тик ни өсөн? Фаризаның һеҙгә бер зыяны тейгәне юҡ та баһа. Ә ҡолаҡта Юлиәнең көслө тауышы яңғырап китте: «Мәскәй әбей!..»
Һиҙҙермәй генә декабрь айы ла килеп етте. Хәҙер уҡыусылар өсөн Яңы йыл байрамына әҙерлек башланды. Фаризаның синыфташтары һәр Яңы йылда дәррәү ҡатнаша. Ғөмүмән, был бала күңеленә тылсым бирә торған байрам уларға оҡшай. Өлкән синыф уҡыусылары булһалар ҙа, ҡыштың ошо миҙгелендә Яңы йыл мөғжизәһенә, әкиәткә нығыраҡ ышана башлайҙар. Улай ғына түгел, һәр береһе үҙе әкиәтте терелтә, үҙенең геройын бар итә. Был Шыршы байрамына ла ҡыҙҙар ҙур теләк менән әҙерләнергә тотондо. Кем нимә булып кейенә, әлегә сер итеп тотола. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныусан Мәмдүҙә дуҫы ҡайһы бер серҙәрҙе асыҡланы.
– Әле генә ишеттем, Юлиә Ҡар королеваһы булып кейенә икән. Ҡар батшабикәһе, имеш. Нимәһе бар инде уның? Боҙ йөрәк күтәреп йөрөргә итәме?
– Батшабикә булыу – уның хыялы, – тине Фариза. – Былай уның батшаларса ҡыланған мәлдәре етерлек. Килтереп сығарыр, тип уйлайым.
– Әллә беҙ ҙә королевалар булып кейенәйекме, Фариза? Үсектерәйек тегене, ә! Беҙҙең боҙ йөрәк уныҡынан ҙурыраҡ булыр­ға тейеш!
– Нимә? – әхирәтен ишетмәгәндәй ҡабатлап һораны ҡыҙ.
– Килеп сыға эргәһенә йәнә ике Ҡар королеваһы. Һушы китеп йығыласаҡ бит! – Мәмдүҙә королева булып ҡылана башланы.
– Бер ҡасан да Юлиәне ҡабатламайбыҙ. Уға эйәрмәйбеҙ, – тип ҡырт киҫте Фариза әхирәтенә бер аҙ ҡарап торғас. – Ысынлап та, королева булыу һиңә оҡшай икән, кейен.
– Һиңә оҡшамаймы?
– Бар минең образым, – тине Фариза тегегә күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап алып.
– Кем? – Мәмдүҙәнең күҙҙәре түңәрәкләнде. – Әйт, кем булаһың?
Фариза йылмайып ҡына ҡуйҙы.
– Әйтмәйем, күргәс, танырһың.
Дөрөҫ, башында ҡыҙҙың бер ниндәй ҙә образ юҡ. Ләкин ул нимәлер уйлап сығарырға тейеш. Фариза ҡайтты ла халыҡ ижады китаптарын аҡтарырға кереште. Фольклорҙағы берәй персонажды ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ине... Бер заман ул маңлайына шап иттереп һуҡты. Тотоп ултыр­ған китабын ситкә ташланы. Бар герой! Яраталармы-юҡмы, ләкин ул халыҡ ижадынан айырыл­ғыһыҙ. Мәскәй әбей. Юлиәгә сюрприз яһар. Бүтәндәр ҙә... Күңелегеҙҙә ҡапма-ҡаршылыҡлы кисерештәр уяттымы? Шулай булырға тейеш! Әммә ул – башҡорт әкиәттәренең бер биҙәге, төҫө. Әкиәттәрҙе һутландырыусы образ да баһа. Әтеү! Унһыҙ әкиәттәр кипкән бесән булып ҡалыр ине. Эйе, нишләп әле Фариза икенсе халыҡтар ижад иткән әкиәт геройы булып кейенергә тейеш! Хазина үҙҙәрендә, баш­ҡорт халыҡ ижадында, тулып ята.
Мәскәй әбей! Идеяны Юлиә бирҙе! Ул осоҡ ҡыҙыҡай бөгөнгө мода журналдарын күҙәтеп баралыр, әммә Мәскәй әбейҙе белмәй. Көлә етә, артынан һөрә етә – Мәскәй әбей Юлиә ҡаршыһына сығып баҫасаҡ. Фариза йәнә сәмләнеп, китаптар аҡтарырға тотондо. Ниндәй битлек яһарға ла ниндәй кейем тегергә? Эйе, бүтән халыҡтарҙың Мәскәйҙәренән айырыла был образ. Фариза эшкә кереште.
Бына Яңы йыл байрамы килеп етте.
Залды биләгән балалар араһында кемдәр генә юҡ. Әкиәт, фэнтези геройҙары, кейек-ҡоштар, сит планета ҡунаҡтары... Яй ғына атлап тәкәббер Ҡар батшабикәһе лә килеп сыҡты – Юлиә киноларҙа төшөрөлгән королева кейемендә, ҡупшы һәм һауалы. Үҙенә ҡул саптылар. Уның дуҫтары Илона менән Гөлгөнә йән көстәренә ҡыуаныслы сәрелдәне. Бер аҙҙан икенсе ишектән Мәскәй әбей күренде. Саҡ ҡына тынлыҡ урынлашты һәм... тамашасылар гөж итеп ҡалды. Алҡышлауҙар! Фаризаның үҙенә лә уңайһыҙ булып китте. Ярай әле битлеге бар. Ыржайған ялтыр тештәре, кәкре танауы, һары күҙҙәре эске кисереште сағылдырмай. Шуны уйлағас, уға ҡыйыулыҡ өҫтәлгәндәй булды. Бәләкәсерәктәр Мәскәйҙе «һә» тигәнсе уратып алды, уның менән фотоға төшкөләре, уға һорау биргеләре килә. Хатта Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бер аҙға баҙап ҡалды. Ҡыш бабай үҙен ҡулға алды һәм бик матур итеп таныштырҙы.
– Мәскәй әбей ҙә үҙен хәстәрләй, үҙен яҡлай белгән ҡатын-ҡыҙ затынан. Шуға ла ул бик башлы, кәрәк икән, ҡыуана, бүтәндәрҙе шатландыра белә. Дәртле итеп бейей ҙә, йырлай ҙа. Кешенең ҡыуанысын уртаҡлаша белеүе – үҙе талант. Талантлы Мәскәй әбей башҡорт әкиәтендә генә. Ышанаһығыҙмы, балалар?
– Эйе! – тип һөрәнләйҙәр.
– Оҡшаймы?
– Эйе!

 

Дауамы бар

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: