+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
19 Май 2023, 16:45

Синыф таҡтаһы янында

Хикәйә

Синыф таҡтаһы янында
Синыф таҡтаһы янында

Уҡытыусы Ксения Андреевна Карташова тураһында, уның ҡулдары йырлай, тип һөйләй­ҙәр. Хәрәкәттәре йомшаҡ, һалмаҡ, ул синыфта дәрес биргәндә балалар ҡулының һәр ишараһын күҙәтте. Ә ҡул йырланы, ҡул һүҙҙәрҙә аңлашылмаған нәмәләрҙең барыһын да төшөндөрҙө. Ксения Андреевна уҡыусыларға тауышын күтәрергә яратманы, хәйер, уға асыу­ланырға кәрәкмәй ҙә ине. Синыфта шаулашһалар, ул йомшаҡ ҡулын күтәреп һелкетә – бүлмәлә шунда уҡ тынлыҡ урынлаша.
Ксения Андреевна ауылда утыҙ ике йыл уҡыта. Ауыл милиционерҙары уға урамда честь бирә, хәрбиҙәрсә сәләмләгәс:
– Ксения Андреевна, минең Ванька белем тауҙарына нисек үрләй? – тип белешә. – Һеҙ уны ҡатыраҡ тотоғоҙ.
– Ярайһы ғына, ярайһы ғына, әкренләп үрләй, – тип яуаплай уҡытыусы. – Һәйбәт малай. Тик ҡайһы берҙә ялҡаулаша. Атаһы менән дә шулай булды. Дөрөҫ бит?
Милиционер уңайһыҙланып, ҡайышын рәтләй: ҡасандыр ул үҙе лә парта артында ултырҙы, үҙе хаҡында, насар малай түгел, тик ҡайһы саҡ ялҡаулаша, тигәндәрен ишетте... Колхоз рәйесе лә бит Ксения Андреевнаның уҡыусыһы булды, машина-трактор станцияһы директоры ла унда уҡыны. Утыҙ ике йыл эсендә Ксения Андреевнаның синыфы аша бик күптәр үтте. Талапсан, ләкин ғәҙел кеше тип танытты ул үҙен.
Ксения Андреевнаның сәстәре әллә ҡасан салланды, әммә күҙҙәре төҫһөҙләнмәне, йәш сағындағы һымаҡ асыҡ зәңгәр булып ҡалды. Ошо тигеҙ һәм яҡты ҡараш менән осраш­ҡан һәр кемдең үҙе лә һиҙмәҫтән күңеле күтәрелә һәм ул, биллаһи, мин бигүк насар кеше түгелмен, был донъяла, һис шик­һеҙ, йәшәргә була, тип уйлай башлай. Ксения Андреевнаның күҙҙәре бына шундай!
Уның атлауы ла еңел һәм моңло. Өлкән синыф ҡыҙҙары быны отоп алырға тырышты. Уҡытыусының ҡабаланғанын бер кем дә бер ҡасан да күрмәне. Шул уҡ ваҡытта һәр төрлө эш тиҙ башҡарылды, әйтерһең, уның оҫта ҡулдарында йырланы. Ул синыф таҡтаһына мәсьә­ләләрҙең шарттарын йәки грамматиканан миҫалдар яҙ­ғанда аҡбур шаҡылдаманы, шығырламаны, ваҡланманы. Балаларға ҡара шыма таҡтаға хәрефтәр һәм һандар яҙғанда, тюбиктағы һымаҡ, аҡ ағым еңел һәм тәмле булып сыға кеүек то­йолдо. Уҡыусы тырышып яҙ­ғанда һәм яҙғандарын сепрәк менән һөрткәндә мәсьәлә йәки һөйләмдә аҙаша башлаһа, аҡбур төтөнө болоттарында йөҙ­һә, Ксения Андреевна йомшаҡ ҡына: «Ашыҡма! Сапма, башта ныҡлап уйла!» – тине.
Был юлы ла ашыҡманы Ксения Андреевна. Моторҙар геүләүе ишетелә башлағас та уҡытыусы күкте диҡҡәтләп күҙәтте, күнегелгән тауыш менән уҡыу­сыларҙың барыһына ла мәктәп ихатаһында ҡаҙылған соҡорға барырға ҡушты. Мәктәп ауыл ситендәге тауҙа тора. Синыф тәҙрәләре йылға ярына сыға. Ксения Андреевна мәктәп янында йәшәне. Дәрестәр юҡ. Фронт ауыл эргәһенән уҙҙы. Яҡында ғына туптар гөрһөлдәне. Ҡыҙыл Армия частары йыл­ға аръяғына сығып, шунда нығынды. Ә колхозсыларҙы партизан отрядына йыйҙылар, улар ауыл артындағы яҡын урманға китте. Мәктәп уҡыусылары унда аҙыҡ-түлек алып бар­ҙы, немецтарҙы ҡайҙа һәм ҡасан күреүҙәрен һөйләне. Мәктәптең иң яҡшы йөҙөүсеһе Кос­тя Рожков теге ярҙағы ҡыҙыл­армеецтарға урман партизандары командирынан әллә нисә мәртәбә хәбәр алып барҙы. Шура Капустина бер мәл һу­ғышта зыян күргән ике партизандың яраһын бәйләне – уны быға Ксения Андреевна өйрәткәйне. Хатта йыуаш Сеня Пичугин да бер ваҡыт ауыл аръяғында немец патрулен күреп ҡал­ғас, уның ҡайҙа барғанын күҙәтеп, отрядты иҫкәртергә өлгөр­ҙө.
Кискә табан уҡыусылар мәктәп янына йыйылып, барыһын да уҡытыусыға еткерҙе. Яҡында ғына моторҙар үкергәс тә шулай булды. Фашист самолёттары ауылды бер нисә мәртәбә бомбаға тотто, урман өҫтөндә партизандарҙы эҙләне. Костя Рожковҡа бер саҡ башын аҡ томбойоҡтоң киң япраҡтары аҫтында йәшереп, сәғәт буйы һаҙлыҡта ятырға тура килде. Ә яҡында ғына самолёттың пулемёт уттары өҙгән ҡамыштар ту­ҙышты... Балалар һауа һөжүмдәренә өйрәнде инде.
Ләкин әле улар яңылышты. Самолёттар геүләмәне. Балалар соҡорға йәшеренеп тә өлгөрмәне, баҡсаның тәпәш ҡоймаһы аша туҙанға батҡан өс немец һикереп төштө. Шлемдарында ике яҡҡа асылмалы быялалы автомобиль күҙлектәре йылтырай. Былар разведчик-мотоциклсылар ине. Машиналарын ҡыуаҡтар араһында ҡалдырғандар. Өсөһө өс яҡтан бер юлы уҡыусыларға ташландылар ҙа автоматтарын уларға төҙәнеләр.
– Туҡта! – тип ҡысҡырҙы ҡыҫҡа ерән мыйыҡлы, оҙон ҡуллы немец. (Начальник, буғай). – Пионерен?1 – тип һораны ул.
Балалар өндәшмәне, немец сиратлап үҙҙәренең йөҙөнә төҙәгән пистолет көбәгенән ирекһеҙҙән ситкә тайпылды.
Ләкин башҡа ике автоматтың ҡаты, һалҡын көбәктәре арттан уҡыусыларҙың арҡаһына һәм муйындарына ауырттырып баҫты.
– Шнеллер, шнеллер, бис­тро!2 – тип ҡысҡырҙы фашист.
Ксения Андреевна туп-тура немецтың ҡаршыһына барып баҫты ла балаларҙы ҡапланы.
– Һеҙ нимә теләйһегеҙ? – тип һораны уҡытыусы һәм немецтың күҙҙәренә ҡәт­ғи баҡты. Уның зәңгәр һәм тыныс ҡарашы ирекһеҙҙән артҡа сигенгән фашисты ҡаушатты.
– Кто такое ви? Отвечать сию минуту... Я кой-чем говорить по-русски.3
– Мин немецса ла аңлайым, – тип тыныс ҡына яуапланы уҡы­тыусы, – әммә минең һеҙ­ҙең менән бер нәмә хаҡында ла һөйләшер һүҙем юҡ. Былар – минең уҡыусыларым, ә үҙем – урындағы мәктәп уҡытыусыһы. Һеҙ пистолетығыҙҙы төшөрә алаһығыҙ. Һеҙгә нимә кәрәк? Ни өсөн балаларҙы ҡурҡыта­һығыҙ?
– Мине өйрәтмә! – тип ыҫылданы разведчик.
Ҡалған ике немец хәүефләнеп тирә-яҡты байҡаны. Улар­ҙың береһе начальникка нимәлер әйтте. Тегеһе борсола башланы, ауыл яғына ҡарап-ҡарап алды, пистолет көбәге менән уҡытыусыны һәм балаларҙы мәктәп яғына этергә тотондо.
– Йә-йә, йәһәтерәк, – тип һөйләнде ул, – беҙ ашығабыҙ... – Ул пистолеты менән янаны. – Ике бәләкәй генә һорау, шунан барыһы ла тәртиптә булыр.
Балаларҙы Ксения Андреевна менән бергә синыфҡа төрткөләп индерҙеләр. Фашистарҙың береһе мәктәп буҫағаһында ҡарауылда ҡалды. Икенсе немец һәм начальник балаларҙы парталар артына ҡыуҙы.
– Хәҙер мин һеҙгә бәләкәй генә имтихан бирәм, – тине начальник. – Урындарығыҙға ултырырға!
Ләкин балалар өймәкләшеп парталар араһында баҫып тор­ҙо, ағарынып уҡытыусыға ҡара­ны.
– Ултырығыҙ, балалар, – тине тыныс һәм ғәҙәттәге тауышы менән Ксения Андреевна, әйтерһең, сираттағы дәрес башлана.
Балалар һаҡ ҡына ултырышты. Шым ултырҙылар, күҙҙәрен уҡытыусынан алманылар. Улар ғәҙәттәгесә синыфта ултырған һымаҡ: Сеня Пичугин һәм Шура Капустина иң алда, ә Костя Рожков иң артта, һуңғы партала. Таныш урындарына урынлаш­ҡас, балалар бер аҙ тынысланды.
Быялаларына һаҡланыу һы­ҙаттары йәбештерелгән синыф тәҙрәләре артында тыныс ҡына күк зәңгәрләнә, тәҙрә төптәрендәге банкаларҙа һәм йәшниктәрҙә балалар үҫтергән сәскәләр тора. Быяла шкафта, һәр ваҡыттағыса, бысҡы онтағы тултырылған ҡарсыға кәйелә.

Синыф стеналарын бөхтә итеп йәбештерелгән гербарий­ҙар би­ҙәй. Өлкән немец иңбашы менән шуларҙың береһен бәреп төшөрҙө, киптерелгән ромашкалар, ыуалыусан һабаҡтар һәм ботаҡтар иҙәнгә еңелсә шыптырлап төштө.
Был балаларҙың йөрәген сәнсеп ауырттырҙы. Барыһы ла ҡырағайҙарса, барыһы ла был стеналарҙа урынлаштырылған тәртипкә ҡаршы.
Фашистарҙың береһе ғәҙәттә Ксения Андреевна ултырған өҫтәл янына килеп, уға аяғы менән типкәс, балалар үҙҙәрен ныҡ мыҫҡылланған итеп тойҙо.
Начальник үҙенә ултырғыс килтереүҙәрен талап итте. Тик балаларҙың береһе лә ҡыбырламаны.
– Йә! – тип ҡысҡырып ебәрҙе фашист.
– Бында мине генә тыңлай­ҙар, – тине Ксения Андреевна. – Пичугин коридор­ҙан ултырғыс индер әле.
Йыуаш Сеня Пичугин шым ғына парта артынан сыҡты ла ултырғыс алырға китте. Ул оҙаҡ инмәй торҙо.
– Пичугин, тиҙерәк бул! – тип саҡырҙы Сеняны уҡытыусы.
Ул ҡара клеёнка көпләнгән ауыр ултырғысты һөйрәп бер минуттан һуң инде. Сеняның яҡын килеүен көтөп тормайынса, немец ултырғысты тартып алды ла алдына ҡуйып ултырҙы. Шу­ра Капустина ҡул күтәрҙе:
– Ксения Андреевна.... синыфтан сығырға яраймы?
– Ултыр, Капустина, ултыр. – Ҡыҙға аңлайышлы ҡарап алғас, Ксения Андреевна ишетелер-ишетелмәҫ өҫтәне. – Унда һаҡсы тора бит.
– Хәҙер һәр кем мине тыңлая­саҡ! – тине начальник.
Һүҙҙәрҙе боҙоп, фашист урманда ҡыҙыл партизандар йәшеренеп ятыуы, үҙенең быны күптән һиҙеүе, балаларҙың да быны бик яҡшы белеүе тураһында һөйләне. Немец разведчиктары уҡыусыларҙың урманға барып ҡайтыуын бер нисә мәртәбә күргән. Хәҙер балалар начальникка партизандарҙың ҡайҙа йәшеренеп ятыуын әйтергә тейеш. Әгәр улар хәҙер партизандарҙың ҡайҙа икәнен әйтһә, әлбиттә, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Әгәр әйтмәһәләр, әлбиттә, бөтәһе лә насар буласаҡ.
– Хәҙер мин һәр кемде тыңлаясаҡмын! – тип бөтөрҙө телмәрен немец.
Шунда балалар үҙҙәренән нимә теләгәндәрен аңланы. Ҡыбырламайынса ултырҙылар, бер-береһенә ҡарашырға ғына өлгөрҙөләр, яңынан парта артында ҡатып ҡалдылар.
Шура Капустинаның битенән әкрен генә күҙ йәштәре аҡты. Костя Рожков партаның асыҡ ҡапҡасына ҡаты терһәктәрен һалып, алға эйелеп ултырҙы. Ҡулдарының ҡыҫҡа бармаҡтары ҡыҫылғайны. Костя партаға текәлеп, еңелсә сай­ҡалды. Ситтән ҡарағанда ул бармаҡта­рын айырырға тырышҡан һымаҡ, ә нин­дәйҙер көс уға быны эшләргә ҡамасаулай.
Балалар шым ултырҙы.
Начальник ярҙамсыһын саҡырып килтереп, унан карта алды.
– Уларға әйтегеҙ, – тине ул немецса Ксения Андреевнаға, – был урынды миңә картала йәки планда күрһәтһендәр. Йә, йәһәтерәк! Тик ҡарағыҙ уны... – Ул яңынан урыҫса һөйләне. – Алдан һеҙҙе иҫкәртеп ҡуям, мин урыҫ телен, һеҙҙең балаларға нимә әйткәнегеҙҙе аңлайым...
Ул таҡта янына килеп аҡбур алды ла тиҙ генә урындың планын төшөрҙө – йылға, ауыл, мәктәп, урман...
Аңлайышлы булһын өсөн хатта мәктәп ҡыйығына торба төшөрҙө, төтөн бөҙрәләре сый­ғысланы.
– Бәлки, һеҙ үҙегеҙ уйлар­һығыҙ һәм миңә нимә кәрәген әйтерһегеҙ? – тип шым ғына һораны начальник уҡытыусынан немецса, уның янына яҡын килеп. – Балалар аңламаясаҡ, немецса һөйләгеҙ.
– Мин һеҙгә, унда бер ҡасан да булманым, уның ҡайҙалығын белмәйем, тип әйттем бит инде.
Фашист оҙон ҡулдары менән Ксения Андреевнаның иңбашынан эләктереп алды ла уны дер һелкетте:
– Ҡара уны, мин әлегә мәрхәмәтлемен, әммә артабан...
Ксения Андреевна иңбашын бушатҡас, парталар янына килеп, алғыһына ике ҡуллап таянды:
– Балалар! Был кеше беҙҙең партизандарҙың ҡайҙа икәнлеген әйтеүебеҙҙе теләй. Мин уларҙың ҡайҙалығын белмәйем. Унда бер ҡасан да булманым. Һеҙ ҙә белмәйһегеҙ. Шулаймы?
– Белмәйбеҙ, белмәйбеҙ!.. – тип шаулашты балалар. – Улар­ҙың ҡайҙалығын кем белһен! Ур­манға киттеләр – бөттө-китте.
– Һеҙ – бөтөнләй яман уҡыу­сылар, – немец шаяртырға тырышып ҡараны, – ябай ғына һорауға яуап бирә алмайҙар. Ай- ай-ай...
Ул яһалма шат күңеллелек менән синыфты байҡаны, ләкин бер йылмайыусыны ла тап итмәне. Балалар етди һәм һағайып ултырҙы. Синыфта тын ине, тик беренсе партала һытыҡ сырайлы Сеня Пичугин ғына мышнаны.
Немец уның янына килде:
– Йә, һин, исемең кем?.. Һин дә белмәйһеңме?
– Белмәйем, – тип яуапланы шым ғына Сеня.
– Ә бының ни икәнен белә­һеңме? – Немец пистолет көбәген Сеняның түбән төшкән эйәгенә төрттө.
– Быны беләм, – тине Сеня. – «Вальтер» системаһындағы пистолет-автомат...
– Ә һин уның нисә яман уҡыу­сыны үлтерә алыуын беләһеңме?
– Белмәйем. Үҙегеҙ һанағыҙ... – тип мығырланы Сеня.
– Кем ул! – тип ҡысҡырҙы немец. – Үҙегеҙ һанағыҙ, тинеңме! Бик һәйбәт! Мин үҙем өскә тиклем һанаясаҡмын. Әгәр үтенгәнемде берегеҙ ҙә әйтмәһә, башта һеҙҙең тиҫкәре уҡытыу­сығыҙҙы атасаҡмын. Мин һанай башланым. Бер!..
Үҙе Ксения Андреевнаның ҡулынан эләктереп алды ла уны синыф стенаһына һелтәне. Уҡытыусы тауыш-тын сығарманы, ләкин балаларға уның йомшаҡ моңло ҡулдары үҙҙәренән-үҙ­ҙәре ыңғырашты һымаҡ тойолдо. Синыф геүләргә кереште. Икенсе фашист шунда уҡ пис­толетын балаларға йүнәлтте.
– Балалар, кәрәкмәй, – тине әкрен генә Ксения Андреевна, һәм ул ғәҙәтләнгәнсә ҡулын күтәрергә теләне, әммә фашист уның суғына пистолет көбәге менән һуҡты, ҡул көсһөҙләнеп аҫылынды.
– Алзо, итак, никто не знай из вас, где партизаны?4 – тине немец. – Бик яҡшы, һанаясаҡбыҙ. Мин «бер» тинем инде, хәҙер «ике» була.
Фашист уҡытыусының башына төҙәп, пистолетын күтәрә башланы. Алғы партала Шура Капустина үкһене.
– Өндәшмә, Шура, өндәшмә, – тип бышылданы Ксения Андреевна, уның ирендәре ҡыбырламай тиерлек ине. – Берегеҙ ҙә өндәшмәгеҙ, – ул синыфҡа күҙ йөрөтөп, әкрен генә әйтте, – кемгә ҡурҡыныс, ситкә боролоғоҙ. Ҡарарға ярамай, балалар. Бәхил булығыҙ! Һәйбәт уҡығыҙ. Беҙҙең был дәресте хәтерегеҙҙә тотоғоҙ...
– Мин хәҙер «өс» тип әйтәсәкмен! – уны фашист бүлдер­ҙе.
Көтмәгәндә артҡы парталағы Костя Рожков урынынан тороп, ҡулын күтәрҙе:
– Ул ысынлап та белмәй!
– А кто знай?5
– Мин беләм... – Костя ҡыс­ҡырып һәм асыҡ әйтте. – Мин унда барҙым, беләм. Ә ул барманы һәм белмәй.
– Йә, күрһәт, – тине начальник.
– Рожков, ниңә һин бушты һөйләйһең? – тине Ксения Андреевна.
– Мин дөрөҫөн һөйләйем, – Костя ныҡышмал һәм ҡаты әйтте, үҙе уҡытыусының күҙҙәренә ҡараны.
– Костя... – тип башланы Ксения Андреевна.
Әммә Рожков уны бүлдерҙе:
– Ксения Андреевна, мин үҙем беләм...
Уҡытыусы унан ситкә боролоп, сал сәсле башын түбән эйҙе. Костя күп тапҡырҙар дәрестә яуап биргәндә баҫып тор­ған таҡта янына сыҡты. Ул аҡбур алды. Бармаҡтары менән онталыусан аҡ киҫәкте ыуалап, баҙнатһыҙ тапанды. Фашист таҡта янына килеп көттө. Костя аҡбурлы ҡулын күтәрҙе.
– Бына, бында ҡарағыҙ, – тип шыбырланы ул, – мин күрһәтәм.
Немец уның янына барып, малайҙың күрһәткәнен яҡшыраҡ ҡарарға эйелде. Ҡапыл Кос­тя ҡулдары менән бар көсөнә ҡара таҡтаға һуҡты. Бер яҡты яҙып тултырғас, таҡтаны икенсе яғына әйләндергәндә шулай эшләйҙәр. Таҡта үҙ рамында ҡырҡа әйләнеп һыҙғырҙы ла шул ыңғай фашистың битенә һуғылды. Ул ситкә осто, ә Костя рам аша һикереп, кәртә артына ҡасҡандай, күҙ асып йомған арала таҡта артына йәшеренде. Фашист, ҡанға батҡан битенә йәбешеп, мәғәнәһеҙгә таҡтаға атты, уға пуля артынан пуля ултыртты.
Юҡҡа... Синыф таҡтаһы артында текә йылға ярына сығыу­сы тәҙрә бар ине. Костя уйлап тормай, асыҡ тәҙрәнән һикерҙе, текә ярҙан йылғаға ташланып, икенсе яҡҡа йөҙҙө.
Икенсе фашист, Ксения Ан­дреевнаны этеп ебәреп, тәҙрә янына йүгереп барҙы ла пистолеттан малайға атырға кереште. Начальник уны ситкә этәреп, ҡоралын тартып алды ла тәҙрә аша үҙе төҙәне. Балалар парта­ларға һикереп менде. Улар үҙ­ҙәренә янаған ҡурҡыныс хаҡында уйламай ине инде. Фәҡәт Костя борсой ине хәҙер уларҙы. Бер генә нәмә теләнеләр – ул теге ярға барып етһен, немецтар тейҙерә алмаһын.
Ошо ваҡытта, ауылдағы атышты ишетеп, мотоциклсыларҙы күҙәткән партизандар урмандан килеп сыҡты. Уларҙы күргәс, буҫағала һаҡта торған немец һауаға атты, иптәштәренә нимәлер ҡысҡырҙы, мотоциклдар йәшерелгән ҡыуаҡ­тарға ташланды. Ә икенсе яр­ҙағы ҡыҙылармеецтар дозорының пулемёт уты япраҡтарҙы тишеп, ботаҡтарҙы өҙөп, ҡыуаҡ­тар буйлап һыҙғырҙы...
Ун биш минутлап ваҡыт үтте, тулҡынланған балалар йәнә синыфҡа килеп тулғас, партизандар ҡоралһыҙландырылған өс немецты алып инде. Партизандар отряды командиры ауыр ултырғысты алды, уны өҫтәл янына килтергәс, ултырырға теләне. Ләкин көтмәгәндә Сеня Пичугин алға ташланды ла унан ултырғысты тартып алды.
– Ярамай, ярамай! Мин һеҙгә хәҙер икенсеһен килтерәм.
Шунда уҡ коридорҙан башҡа ултырғыс алып инде, ә тегеһен таҡта артына күсерҙе. Партизандар отряды командиры ултырғас, яуап алырға фашистар начальнигын өҫтәл янына саҡыр­ҙы. Ә немец йонсоған һәм тынып ҡал­ған, икеһе бер парталағы Сеня Пичугин һәм Шура Капустина янына ултырҙы, унда аяҡтарын тырыша-тырыша баҙнатһыҙ күсергеләне.
– Ул Ксения Андреевнаны саҡ үлтермәне, – тип бышылданы Шура Капустина, командирға фашистар начальнигына күрһәтеп.
– Был бөтөнләй улай түгел, – тип мығырланы немец, – это правильно, совсем не я...6
– Ул, ул! – тип ҡысҡырҙы йыуаш Сеня Пичугин. – Унда тамға ҡалды... мин... ултырғыс килтергәндә клеёнкаға яңылыш ҡара түктем.
Командир өҫтәл аша үрелеп ҡарағас, көлөмһөрәне: фашис­тың һоро ыштанының арт яғында ҡара тап бар ине...
Синыфҡа Ксения Андреевна инде. Ул ярға Костя Рожковтың имен-аман йөҙөп барып етеүен белергә барғайны. Алғы парта­ла ултырған немецтар ҡапыл һикереп торған командирға ғәжәпләнеп ҡараны.
– Баҫығыҙ! – тип ҡысҡырҙы уларға командир. – Беҙҙә синыфҡа уҡытыусы ингәндә баҫыр­ға кәрәк. Һеҙҙе быға өйрәтмәгәндәр шикелле!
Ике фашист тыңлаусан рә­үештә урынынан торҙо.
– Беҙгә дәресте дауам итергә рөхсәт итәһегеҙме, Ксения Ан­дре­евна? – тип һораны командир.
– Ултырығыҙ, ултырығыҙ, Широков.
– Юҡ инде, Ксения Андреев­на, үҙегеҙҙең законлы урыны­ғыҙҙы биләгеҙ, – тип ҡаршы төштө Широков, ултырғысты шылдырып, – был бинала һеҙ – беҙҙең хужабикә. Мин бында, ана теге парта артында, аң-белем тупланым, ҡыҙым да һеҙ­ҙә... Ксения Андреевна, был һөмһөҙҙәрҙе синыфығыҙға индерергә тура килгән өсөн ғәфү итегеҙ. Шулай килеп сыҡҡас, уларҙан үҙегеҙ ентекләп һорашығыҙ. Беҙгә ярҙам итегеҙ: һеҙ уларса беләһегеҙ...
Ксения Андреевна үҙе утыҙ ике йыл эсендә бик күп яҡшы кешеләр уҡытҡан өҫтәл артынан урын алды. Ә хәҙер уның ҡаршыһында, пулялар тишкеләп бөткән синыф таҡтаһы янын­да, оҙон ҡуллы, ерән мыйыҡлы һонтор мығырлай, курткаһын тынысһыҙланып төҙәтә, мышнай, ҡарт уҡытыусының зәңгәр ҡәтғи ҡарашынан күҙҙәрен йәшерә.
– Тейешенсә баҫып тороғоҙ, – тине Ксения Андреевна, – ни­ңә борғоланаһығыҙ? Миндә балалар үҙҙәрен былай тотмай. Бына шулай... Ә хәҙер минең һорауҙарға яуап бирергә тыры­шығыҙ.
Һонтор фашист шөрләп, уҡытыусы алдында турайып баҫты.

Факил МЫРҘАҠАЕВ
тәржемәһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: