Хикәйә
Айнур иртә таңдан торҙо ла әсәһе Гөлбаныуға эйәреп Ағиҙел буйындағы баҡсаларына йүнәлде. Йәйге каникул бит.
Ҡаланы сыҡҡас, юл гараждар янынан үтә, унан баҡсаға алыҫ та ҡалмай. Ҡояш ҡалҡырға иртәрәк әле. Үлән-үҫентеләр ысыҡ тамсыларынан бөгөлөп-һығылып аҫҡа эйелгән.
Гараждарҙы үткәс, Айнур ҡапыл артына боролоп ҡараны һәм үләндәр араһында тыпырсынған ҡошто шәйләп ҡалды.
– Әсәй, ҡара әле!..
Кистән гараж түбәһен япҡандар. Эшселәр һаҡһыҙ ҡыланған: ергә иретелгән ыҫмала ағыҙғандар һәм был бахыр ҡош кистән үк уға йәбешеп ҡалған. Тамам хәлһеҙләнгән, шулай ҙа ысҡынырға тырышып, һаман сәбәләнә. Һул ҡанаты эргәһендәге ташҡа ышҡылып йәрәхәтләнгән. Нисек әле бындағы бесәйҙәр тырнағына эләкмәгән, бахырҡай?
– Турғай шикелле!.. – Гөлбаныу апай ҡошсоҡтоң ҡаурыйҙарын яйлап ҡына ыҫмаланан ысҡындырып алды. – Түбәһе һоро, һырты, ҡанаттары ҡара таплы. Эйе, был – йорт турғайы!
Гөлбаныу апай башындағы яулығын һалып, уға ҡошсоҡто төрҙө лә Айнурға һуҙҙы. Малай төргәккә үрелде һәм ирекһеҙҙән үҙенә ҡарап торған турғайҙың түңәрәк ҡара күҙҙәренә текәлде. Үҙе:
– Ҡайғырма, әсәйемдең ҡулдары алтын, ауырыу кешеләрҙе лә тиҙ аяҡҡа баҫтыра. – тип өндәште.
Баҡсаға килеү менән келәттән бензин алып ҡошто йыуҙылар. Яраһы һыҙлағандыр, ҡошсоҡ әленән-әле тыпырсынып, ҡулдан ысҡынырға маташты.
– Түҙ, түҙ, – тине Гөлбаныу апай йылмайып. – Башҡа сара юҡ...
Тирә-йүнгә бензин еҫе таралды. Йыуған һайын ыҫмала ирей, ҡаурыйҙар таҙара барҙы. Аҙаҡтан ҡошто йылы һыу менән ҡойондорҙолар. Күшеккән, үтә ныҡ арыған турғай осорҙай хәлдә түгел ине әлегә. Айнур уны ҡоро сепрәккә һалып ҡуйҙы ла күҙәтә башланы. Ҡошҡай осло суҡышын юғары күтәреп, кәүҙәһен һелкетергә маташты, тик көсө етмәне. Кибенергә теләй ине.
– Ауылдағы турғайҙар кеүек! – тине Айнур әсәһенә ҡарап. – Улар ҙа йылға ситенә төшөп, суҡыштарын һыуға тығып алалар ҙа ҡаурыйҙарын тырпайтып, пырхылдап йыуыналар...
Көтмәгәндә кәртә янында күршенең ҡара бесәйе пәйҙә булды. Малай һағайып ҡалды. Тик Аҡморон ҡошто күрһә лә, уның янына барманы: бәлки, тамағы туҡ булғандыр, әллә бензин еҫен яратманы – яй ғына кәртә артынан үтеп, Айнурға килеп һыйынды. Улар дуҫтар бит: малай бесәйгә тәмле ризыҡтар алып килә, ә тегеһе ергә һуҙылып ята ла башынан, арҡаһынан һыйпата...
– Ҡара, ҡара, осорға маташа! – тине Гөлбаныу апай кинәт шатлыҡлы тауыш менән. – Ниһайәт!
Аҡморон ҡолаҡтарын тырпайтып тороп баҫты. Айнур башта әсәһенә ҡараны, унан ҡараштарын сепрәккә күсерҙе. Был ваҡытта инде турғай кәртә башында ултыра ине. Әллә бесәйҙән ҡурҡтымы?
Шулай аптырап ҡарап торғанда ҡошсоҡ, «Рәхмәт!» тигәндәй ҡанаттарын елпеп, күҙ асып йомғансы алмағастар араһына осоп, күҙҙән юғалды.
– Бәхетле ҡош! – тине Гөлбаныу апай, улының арҡаһынан һөйөп. – Ярай әле күреп, табып алдың, юғиһә...
Айнур ҡәнәғәт йылмайып әсәһенә һыйынды.
– Һай, әттәгенәһе, турғай менән мауығып, эш хаҡында бөтөнләй оноттоҡ, – тине Гөлбаныу апай көнсығышҡа күҙ һалып. – Ҡояш ҡалҡҡансы түтәлдәргә һыу һибеп өлгөрөргә кәрәк!
Әсәле-уллы икәү ҡулдарына һыу һипкестәр алып, эшкә дәррәү тотондолар. Аҡморонға ла ҡыҙыҡ бөттө шикелле, яй ғына үләндәр араһына инеп юғалды.
Шул саҡ бер төркөм турғайҙар, малайҙың баш өҫтөнән генә осоп, алмағасҡа килеп ҡунды.
Айнур тырышып-тырышып улар араһынан таныш турғайҙы эҙләне. Тик ҡоштарҙа малай ҡайғыһы юҡ ине, буғай. Алмағаста оҙаҡ ултырманылар, сырҡылдаша-сырҡылдаша юлдарын дауам иттеләр. Ә шулай ҙа бер турғай ниңәлер ағас ботағында ултырып ҡалды. Айнур бер нисә аҙым яһап, алға атланы.
Гөлбаныу апай баянан бирле ҡоштарҙы күҙәткән улы янына килеп, уның иң башына ҡулын һалды.
– Әллә теге турғаймы?
– Шул, шул! – тине Айнур шатлығынан сәпәкәйләп. – Ана, йәрәхәтләнгән һул ҡанаты саҡ-саҡ ҡына һәленә төшкән.
Турғай, малайҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, сырҡылдап алды ла төркөм артынан осоп, күҙҙән юғалды.
Көнсығыштан һалмаҡ ҡына йәйге ҡояш күтәрелә. Йәнәшәләге яланда өҙҙөрөп-өҙҙөрөп һабантурғайҙар һайрай. Ағиҙел йылғаһы өҫтөн, яландарҙы, баҫыуҙарҙы әкрен генә аҡ томан ҡаплай...
Ҡапыл тәбиғәттәге был һоҡланғыс үҙгәрештәрҙе, мөғжизәләрҙе күҙәтеп ултырған Айнурҙы һиҫкәндереп, баш өҫтөнән турғайҙар осоп үтте. Улар малайға сәләм биреп осҡан кеүек тойолдо.