+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
22 Ноябрь 2023, 10:00

Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына – 100 йыл

Ғаян Лоҡманов 1923 йылдың 20 июнендә Ҡариҙел районының Яугилде ауылында тыуа. Бөрө педагогия училищеһын тамамлағас, 1942 йылда Тыуған илде һаҡларға фронтҡа китә.

Һуғыштан ҡайтҡас, ауылдағы ете йыллыҡ мәктәптә уҡытыу бүлеге мөдире була. Ситтән тороп Бөрө дәүләт педагогия инс­титутын тамамлай.Бала саҡтан матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ Ғаян мәктәптә эшләгән йылдарында ижадҡа тартыла. Тәүҙә район гәзитендә, артабан республика матбуғаты биттәрендә хикәйәләре баҫылып сыға.1962 йылда «Аҡҡош күле» тигән йыйынтығы донъя күреүе авторҙың ижади маһирлығын һәм дәртен арттыра. Шунан инде бүтән китаптарын баҫтыра башлай.Ғаян Лоҡманов ижадының иң юғары нөктәһен уның «Ҡояш сығыр алдынан» исемле романы билдәләй. Эпик ҡоласлы әҫәре 1983 йылда нәшер ителә. Быйыл яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулды.

Хикәйә

Аптырайым ошо Әнфисәгә. Кемдер саҡырғанмы ни, көн һайын йүгергеләп инә лә етә беҙгә. Ул ғынамы һуң? Бер саҡ мәктәп участкаһында сөгөлдөр утап ҡайтышлай усҡа ниндәй­ҙер ҡағыҙ йомдорҙо ла үҙе йә­һәт кенә китеп тә барҙы. Өйгә ҡайтып, ундағы яҙыуҙы уҡығас, хатта сәстәрем үрә торҙо. Нимә яҙған бит?! «Рәф­ҡәт, әйҙә, икәү дуҫлашайыҡ», имеш.
Күрше ҡыҙы булғас, инер инде, уныһын ғәйепләп тә булмай торғандыр. Әсәй харап, ҡыҙым, тип «аһ» итеп кенә то­ра уға. Мин лагерға киткәс, ауырып ятҡанында Әнфисә ҡоҙоҡтан һыу индергән, сәй ҡайнатҡан, аптеканан йүгертеп дарыуҙар алып ҡайтып биргән. Миңә лә ярҙамы теймәй түгел. Урыҫ теленән шәп алдыра ул. Диктанттары ла – гел «биш­ле». Һөйләшә башлаһа, теле телгә йоҡмай. Ә мин ни, тырышыуға тырышып та, яҙма эштәрҙе «өслө»нән арттыра алмайым. Ябай ғына һүҙҙәрҙә лә төртөлә лә ҡалам. Әйтәйек, «икмәк» һүҙен «хлеп», тип яҙырғамы, әллә «хлеб», типме – аптырайым. Сөнки «п» ла «б» ла ишетелгән ке­үек. Әнфисә миңә, ғәҙәтенсә, бик йылы итеп ҡарап ала ла: «Әгәр икеләнһәң, ул һүҙҙе үҙгәртеп ҡара һин, Рәф­ҡәт, – тип ихлас өйрәтә. – Хлеб – хлеба. Тимәк, «п» түгел, ә «б».
Ярҙамы бик тә ярап ҡуя. Уныһы һәйбәт. Олатайым әйтмешләй, әммә ләкин, «Дуҫ булайыҡ!» тиеүе минең асыуҙы килтерә. Йә, йүнле малай ҡыҙҙар менән дуҫлашамы?! Әле лә синыфтағы малайҙар минән аҫтыртын көлөп йөрөй. Бер тәнәфестә, ҡайҙан уйлап тапҡандар бит, таҡтаға «Рәфҡәт + Әнфисә» тип яҙып тултыр­ғандар. Әй, шул саҡта оялыуҙарымды берәйһе белһә икән?! Ер ярылһа, шунда тө­шөп китерҙәй булдым.
Беҙ, синыфташтар, төрлөбөҙ төрлө түңәрәккә яҙылдыҡ. Әнфисә бейеүҙе һайлағайны. Мин йәш натуралистар түңәрәгенә йөрөй башлағас, үрмәксенән күрмәксе, ул да шунда күсте. Йәнәһе лә, бында ҡыҙыҡлыраҡ та, фай­ҙалыраҡ та. Малайҙар менән Ташлытауға сығып «һарылар» һәм «зәңгәрҙәр» булып уйын башлар хәлебеҙ юҡ. Ун­да Әнфисә лә рәшәткә таҡтаһынан яһалған автоматын аҫып (уны ул үҙе яһай) килеп етә. Мин ҡайһы яҡта – ул шунда. Әлеге лә баяғы, минең тирәлә өйрөлөп:
– Мин санитарка булырмын, Рәфҡәт. Әллә автомат­сы булайыммы? – тип йәнгә тейә. Шул яғы бар инде барлыҡҡа, башҡа ҡыҙҙар кеүек, себен теймәҫ сер итер түгел. Һөжүмгә ташланғанда ла, «ура» ҡысҡырып тау ҡаяһына үрмәләп менгәндә лә ебеп ҡалмай. Етеҙ, ҡыйыу. Бер саҡ шулай «дошман»дың артына төшөп, аръяҡтағы Шәкерттәр күлен ҡулға төшөрөргә, тигән бурыс ҡуйҙы командир. Бындай бойороҡто үтәргә ҡайһы ғына малай атлыҡмаҫ икән? Әммә Әнфисә бөтәбеҙҙең дә танауына сиртмәһенме! Беҙ Ташлы йылғаһы буйындағы ҡыуаҡлыҡтарға ышыҡланып ҡына барып күперҙән ураған­сы, ул әллә ни арала, автоматын өҫкә күтәреп тотоп, йылға аша йөҙөп сыҡҡан да бөтәбеҙҙән дә алда күл буйы­на илтеп флаг ҡаҙаған. Эй... шул саҡта йәнебеҙҙең әрнеү­ҙәре!
... Мин иртән тороп күл буйындағы йәшел туғайға килеп еткәндә унда йыйылған ма­лай-шалай, тынғыһыҙ ҡаҙ көтөүе кеүек, туғайҙы яңғыратып шаулаша ине. Улар, береһенең һүҙен икенсеһе бүлеп, ҡайҙа барыу тураһында бәхәсләшә.
– Ана, ул да килде, – тине малайҙарҙың береһе мине кү­реү менән.
– Теләһәгеҙ нимә эшләгеҙ, әммә балыҡҡа бармайынса ҡалмайбыҙ.
– Ә мин урманға юл тоттом, – тинем эре генә. – Ауыл ситендәге ҡайынлыҡҡа.
– Унда нимә бар инде? Әл­лә күрмәгән ҡайынлығыңмы?
– Ундамы? Ҡоштар! – ти­нем, йәш натуралист икәнлегемде иҫтәренә төшөрөү ниә­те менән ҡысҡырыбыраҡ әйттем. – Үҙ урманыңда ниндәй ҡоштар барын да белмәй ятыу һәйбәт булмаҫ бит.
Бәхәс шуның менән тамамланды, малайҙар – шаулаша-шаулаша үҙ юлынан, ә мин үҙ юлымдан киттем.
Бер нисә аҙым да атларға өлгөрмәнем:
– Рәфҡәт, – тигән нескә ге­нә яңғырауыҡлы тауышҡа әй­ләнеп ҡараным. – Мин дә һинең менән. Беләһеңме, мин бөтә ҡоштарҙы ла таныйым.
Ҡасан килеп еткән бит, сә­сен ал таҫма менән ике яҡ сикәһенә үреп ҡуйған Әнфисә тора.
– Һе, ҡайҙан килеп сыҡтың әле һин? – тинем аптырап. – Әле, шул... – тинем, һөҙөп йы­ғырҙай ҡарап. – Һин генә кәрәк инең бик, һин генә етмәгән!
Шунан ҡулдарымдың сәнти бармаҡтарын салыштырып то­топ, баш бармағымды танауға терәп, йөҙөмдө ҡотһоҙ сирыш­тырып үсекләштем дә тороп та йүгерҙем.
Әнфисә башын эйеп урынында ҡалды. Байтаҡ йүгергәс, боролоп ҡарағанда, ул һаман шул ерҙә баҫып тора ине әле.
Урманда күңелле ине. Ҡош­тар һайрай. Хуш еҫ аңҡый. Аҡ­ландарҙа ҡояш нуры уйнай һәм унда үҫкән төрлө-төрлө сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Ниндәй генә үҫемлектәр юҡ бында! Үлән араһында ҡыҙарып, күҙҙе ҡыҙыҡтырып, ҡайын еләге бешеп ултыра.
Үҫемлектәр, сәскәләр, тигән­дән, Әнфисә күңелгә килде. Уның махсус альбомы бар. Һәр ағастың, һәр үҫемлектең яп­рағын өҙөп ала ла шунда һала бара ул. Сәскәләрҙе лә шул рәүешле йыя. Йәй үтә, ҡыш етә. Шул саҡ ғәжәп хәл бу­ла. Тышта һалҡын, буран уйнай. Ә һин альбомды аҡтар­ғанда үҙеңде йәйге урманда йөрөгән һымаҡ тояһың. Хатта ағастарҙың талғын шауы, ҡоштар һайрауы ишетелгәндәй бу­ла.
Миңә лә Әнфисәнән ҡалышырға ярамаҫ. Натуралист исемен йөрөтөү менән генә түгел. Атлап барышлай уҡ бер нисә төрлө үләнде, бер нисә төрлө сәскәне өҙөп алдым. Ҡайтҡас, дәфтәр битенә ҡыҫтырырмын. Тик бөгөн үҫемлектәргә минең бигүк иҫем китеп бармай. Ми­не ҡоштар ҡыҙыҡтыра! Ҡайҙа ғына һайрамай улар! Тәүҙә береһен дә шәйләмәй торҙом. Иғтибар менән күҙәткәс кенә һандуғасты таныным. Ә ҡаршылағы шыршыға ҡунып һайраған ҡыҙғылт түшлеһе ниндәй ҡош икән? Ҡайҙандыр тумырт­ҡа осоп килеп ҡунды ла ашы­ғып эшкә лә кереште. Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Шул тиклем бәреүгә нисек суҡышы сыҙай ҙа нисек башы ауыртмай. Арыраҡ үткәс, тал ҡыуағында һайыҫ­ҡанды күреп иҫем китте. Мин уны яҙ көнө ҡайҙалыр алыҫҡа осоп китә, тип йөрөй инем. Ә был беҙҙең урманда икән дә. Тик ул хәҙер нишләп­тер ҡыш­ҡы кеүек тел биҫтәһе түгел, ә сабыр, баҫалҡы. Мине күргәс: «Һин дә килдеңме ни? Таныйым, таныйым. Буранда баҡ­са рәшәткәгеҙгә барып ҡунғас, бер саҡ йомарлап миңә ҡар ат­ҡайның. Ә мин һине тарлыҡмайым. Әйҙә, рәхим ит. Тик ояма, балаларыма ҡағылма», – тигәндәй, уйсан күҙҙәре ме­нән ҡарап торҙо ла, «хуш» ти­гән һымаҡ тауыш сығарып, осоп та китте. Юҡ, ҡағылмайым. Ҡош ояһына тейгән малайҙарҙы мин кешегә лә һанамайым.
Ҡыш көнө хатта усҡа һалын­ған көнбағышты төшөп сүпләгән ҡарабаш турғайҙар ниңәлер күренмәй. Әле лә ҡунырҙар инеме икән усҡа? Улар әллә ысынлап та йәйгелеккә күсеп китәләрме икән? Әнфисә, мо­ғайын, беләлер. Белмәгәне юҡ уның.
Оҙаҡламай ҡоштарҙы күҙәтеп йөрөү ҙә ялҡыта башланы. Бер ҡайын төбөндә туҡтап ҡалдым, шуның осона менгем, тирбәлгем килде.
Ҡайын буйлап үрмәләйем. Менгән һайын күңеллерәк, рәхәтерәк. Кәүҙәмде бер уңға, бер һулға ташлап сайҡалырға тотондом. Бына бында исма­һам ш...ә...п, тип әйтеп тә өлгөрмәнем, аяҡ аҫтындағы ботаҡ айырылып китте һәм мин түбәнгә остом. Ботаҡтарға бәрелә-һуғыла төшөп барғанда: «Нимә булыр?» – тигән ҡур­ҡыныс уй үтте башымдан. Ни хикмәттер, Әнфисә иҫемә төштө, ул да булманы, «дыңҡ» итеп ергә бәрелдем дә өҫкә һикергәндәй булдым, шунан тағы ла аҫҡа, ниндәйҙер төпһөҙ ҡараң­ғылыҡҡа остом... Шулай күпме дауам иткәндер, сикәмдә еүешлек тойҙом һәм ҡолаҡ төбөндә бик таныш, бик яғымлы тауыш ишеттем:
– Рәфҡәт! Йығылдыңмы ни? Абау, сикәң ҡанап сыҡҡан бит!
Мин тырышып күҙҙәремде астым һәм Әнфисәне күрҙем. Ул бер беләгенә күтәреп башымды һалған, ә бер ҡулы менән яулығын сисеп, минең баштағы яраны бәйләп маташа. Үҙе бик ныҡ ҡаушаған. Ҡулда­ры ҡалтырай. Етмәһә, күҙ төптәрендә ысыҡ тамсылары кеүек ике бөртөк күҙ йәше күренеп тора. Мин, сикәмдең һыҙлауы ла, ҡуҙғалырлыҡ та хәлем булмауға ла ҡарамаҫтан, уға ҡарап йылмайҙым. Был минутта Әнфисәнән дә һөйкөмлө, яҡын кеше юҡ кеүек тойолдо миңә. Уға бик йылы, бик ҡәҙерле һүҙҙәр әйтергә теләнем, ләкин тартындым. Бары тик:
– Рәхмәт, Әнфисә! Һин... һәйбәтһең! – тип кенә әйтә алдым.
Әнфисә минең яраны бик их­лас бәйләне лә:
– Ҡурҡма. Тыныс бул. Күр ҙә тор, һауығырһың, – тип ми­ңә торорға булышты.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: