Кәңәш һорағандарға үҙе белгәндәрҙе өйрәтә. Күп йыллыҡтарын тарата. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шулар менән мәж килә.
– Ғүмерҙәре ҡыҫҡа булһа ла, матурлыҡ өләшәләр бит улар. Сәскә үҫтергән кешенең күңеле лә матур була. Яманлыҡҡа урын ҡалмай, – тип йыш ҡабатлай.
Баҡсаларын ҡый үләндәренән таҙартып йөрөгәндә күрше Маһира апай килде.
– Бер нисә төрлө ләлә һорарға килгән инем, – тип йомошон әйтте.
– Миндә һары, ҡыҙыл төҫтәгеләр бар, – тине әсәһе. – Үҙеңә билдәле генә урынға ултырт. Яҙын ҡаҙып ырғытып ҡуйма.
– Сәскәләр үҫтергән махсус урынға ғына инде. Янына билдәләп берәй нәмә лә ҡаҙап ҡуйырмын, – тине күрше апай. – Ә раузаларың нисек ҡыш сыға?
Рауза исемен ишеткәс, кәртә буйындағы кесерткәндәрҙе махсус бирсәткәләр кейеп йолҡоп йөрөгән Айсыуаҡтың ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Рауза исемле класташ ҡыҙ бар. Сөм ҡара сәсле, оялсан ғына ҡыҙҙың ике яҡ битен соҡорайтып йылмайыуы үҫмерҙең күҙ алдына һуңғы ваҡытта йыш килә. Әле лә урамдың теге яҡ осонда йәшәгән Рауза тураһында өлкәндәр нимә һөйләйҙәр икән, тип уйланы.
– Уй, улар бигерәк наҙлыҡай бит ул, – тине әсәһе. – Ҡояш нурҙары үтәнән-үтә төшкән урынды яратмай. Иртәле-кисле әҙләп кенә һыу һибеү мотлаҡ. Ҡышҡылыҡҡа төптән һабаҡтарын ҡырҡып, ҡаплап ҡуйырға кәрәк...
– Бына бынауында ынйыларың үҫә ине түгелме? Әле ҡайҙа булғандар ул? – тип ҡыҙыҡһыныусан Маһира апай һаман Айсыуаҡтың синыфташ ҡыҙҙары тураһында һорашыуын белде.
– Һуң ул иртәсел бит. Май айында уҡ сәскә ата ла, йәй башында һабағы ла юҡҡа сығып, йоҡоға тала...
Ынйы, ысынлап та, иртәсел ҡыҙ. Йәйен уның таң һарыһынан уянып малдарҙы көтөүгә ҡыуыуы тураһында өлкәндәрҙән ишеткәне бар. Уҡырға ла иртә менән килеп ултыра. Тик бына май айында сәскә атып, йәйен йоҡоға нисек талыуы ғына Айсыуаҡҡа аңлашылмай ине. Был хаҡта уйлана-уйлана ҡул арбаһына ҡый үләнен тултырҙы. Яҡындағы соҡорға алып барып килде. Елһеҙ көндө баҡсалағы сүп-сарҙы ошонда йыйып күршеләре менән яғалар. Усаҡ янында өлкәндәр тыныс ҡына гәпләшә, балалар төрлө уйындар уйнарға ғәҙәтләнгән.
Айсыуаҡ әйләнеп килеүенә, Маһира апай ҡайтҡан ине. Әсәһе яңғыҙы ғына һаман баҡса таҙарта.
– Әсәй, Ләлә, Рауза, Ынйылар тураһында нимә һөйләштегеҙ ул? – тип һораны. – Минең синыфтағы ҡыҙҙар бит улар...
– Ә беҙ уларҙы һөйләмәнек бит, – тип әсәһе көлөп ебәрҙе.
– Тағы ла, кемдәрҙе һуң? Ниңә Раузаны ҡышҡылыҡҡа ҡаплайҙар? Ынйы йоҡосо түгелсе... Мин һеҙҙең телегеҙҙе аңламаным. Башҡортса һөйләһәгеҙ ҙә...
– Сәскәләр телендә һөйләштек, улым, – тине әсәһе тағы ла нығыраҡ көлөп. Күҙҙәрен ҙур итеп асып ҡарап торған улының аптырашта ҡалыуы ҡыҙыҡ ине уға.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.