-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
4 Август 2025, 10:28

Урланған гол (хикәйә)

Мәүлит бүлмәләш егеттәренән иртәрәк уянды ла ҡаты уйҙарға сумып, бер аҙ ҡыбырламай ята бирҙе. Кисә кис булған хәл уға тынғылыҡ бирмәй, әллә шуға йоҡоһо йоҡо булманы. Параллель синыф егеттәре менән футбол уйнағайнылар. Иҫәп тигеҙ булды. Уйын һуңында физкультура уҡытыусыһы Камил Ишбулды улы синыф журналы тотоп килеп инде лә уйынсыларға баһалар ҡуя башланы. Мәүлит һиҙмәй ҙә ҡал­ған, уның ҡапҡаға индергән ике голын синыфташы Азамат үҙенеке итеп яҙҙыр­ған да ҡуйған.

Урланған гол (хикәйә)
Урланған гол (хикәйә)

 Уҡытыусы ла уға ышанды. Әсенмәҫ ерҙән әсенерһең! Ошо хәл егетте һаман борсой. Шул көйө лә ҡалдырып булыр ине, тик егеттәрсә булмай: бер ҡоторған Азамат артабан шашып китеүе бар.
Мәүлит телефоны экранын яҡтыртып, сәғәткә күҙ һалды: ваҡыт – таңғы алты. Тәрбиәселәр етелә генә килә. Моғайын, дежур тәрбиәсе лә йоҡлайҙыр әле.
Бер кемде лә уятмаҫ өсөн һаҡ ҡына урынынан торҙо ла егет шкафынан теш пастаһы, щёткаһы, һабынын алып коридорға сыҡты. Тәҙрә янына килеп, таңғы ҡалаға күҙ һалды. Ҡала ҡала инде. Ауылда үҫкән бала өсөн уның бер йәме юҡ. Бейек-бейек йорттар теҙеп сыҡҡандар ҙа, шулар араһында лабиринт аша йөрөгәндәй, көн буйы улай-былай сабалар ҙа сабалар. Ә ауылда... Мәүлит тағы моңһоуланып алды. Моғайын, атаһы менән әсәһе тап ошо мәлдә мал ҡарарға сыҡҡандыр. Мәүлит тә ҡайһы саҡта малды көтөүгә ҡыуыша ине.
Уның һыйыр һауғанды ҡарап торғаны бар. Әүеҫлеккә индергәс, атаһы быҙауҙы әүрәтеп, бауға бәйләп ҡуя. Шул сағында әсәһе йырлай-йырлай һыйырҙың еленен йыуып, уны һауырға ултырған була.
Көҙгө ҡаты һыуыҡтар төшкәнсе эре малды ҡырға ҡыуа ауыл кешеләре. Был хеҙмәтте эш тип тә ҡабул итмәйҙәр, йәшәү рәүешенә әйләнгән ул. Уның ҡарауы, тап иртәнге ошо саҡта ауылда ҡоштар һайрауы ла, мал ҡараған әсәйҙәр йырлауы, һарыҡ-кәзәләр баҡырышҡаны, әтәс ҡысҡырғаны бер көйгә ҡушылып, матур күренешкә әйләнә. Мәүлит, быйыл беренсе тапҡыр ят мөхиткә, ҡалаға интернатҡа етенсе синыфҡа килгән егет, ошо мәлде һағынып-һағынып ала. Үҙе ауылда саҡта уны матур көй, күренеш, тип ҡабул итмәгән, шулай тейеш һымаҡ, йәшәгән дә йәшәгән икән. Ә бында килгәс, туҡтауһыҙ машиналар геүелдәүе ялҡытҡанда ауылдағы тыныслыҡ, һиллек һағындыра. Үҙҙәрендә мәктәп ябылмаһа, ҡалаға килеп тә тормаҫ ине, Мәүлит ауылын бик ярата. Ысын дуҫтарын юҡһына. Бында төрлө яҡтан йыйылған егет-ҡыҙҙарҙың ниндәйерәк икәндәрен төшөнөп бөтөүе әлегә ауыр. Ана бит дуҫ булып йөрөгән Азамат кисә күҙ ҙә йоммай уның голдарын урланы ла ҡуйҙы! Ә ауылдағы дуҫтары бер ваҡытта ла улай итмәҫ ине.
Ҡулындағы таҫтамалын яурынына һалды ла Мәүлит йыуыныу бүлмәһенә инде. Йыуынып, ҙур көҙгө алдына баҫып, сәсен тараны. Һабынын, теш щёткаһын, пас­таһын кире ҡулына тотҡас, тағы туҡтап ҡалды. Уның ҡарашы теш пастаһына төштө...
Бер аҙҙан интернат ятағын йоҡонан уятыусы ҡыңғырау яңғыраны. Балалар кем уҙарҙан уянышып, карауаттарын йыйыштырҙы, йыуынырға йүгерҙе. Ятаҡ гөр килде. Һәр синыфтың үҙ тәрбиәсеһе бүлмәләр буйлап йөрөп, уяна алмай ҡал­ғандарҙы уятты, үҙҙәрен инде тәртипкә килтергәндәрҙе иртәнге ашҡа саҡырҙы. Ғәҙәттә, ашханаға иң тәүҙә егеттәр бара. Ҡыҙҙар сәстәрен үреп, причёскалар эшләп, кемдәрелер биҙәнеп, һуңғараҡ ҡалыусан.
Етенселәрҙең тәрбиәсеһе Ләлә Шакир ҡыҙы һәр бүлмәне йөрөп сыҡҡас, Мәүлиттәргә инде.
– 307-се бүлмәне астыра алманым, егеттәрҙе күрмәнегеҙме? – тәрбиәсенең борсолоуы күҙ ҡараштарына сыҡҡан.
– Унда йоҡосолар йәшәй, уяна алмай­ҙарҙыр! – Рафаэль, ғәҙәтенсә, шаярыуға бормаҡсы булды. Мәүлит, уға ҡушылып, «йоҡосолар һәм алдаҡсылар», тип әйтергә ынтылды ла, тик тыйылып ҡалды.
– Ләлә Шакировна, ҡайғырмағыҙ, хәҙер астырам! – йылғыр Данил йүгереп сығып та китте.
– Данил, туҡта, ишектәрен емереп ҡуйма! Вахтанан төшөп асҡыстарын алып кил, үҙебеҙ асайыҡ!
Бар егеттәр тәрбиәсе менән бергә 307-се бүлмә эргәһенә йыйылды. Ишек асылыуға унда Азамат, Венер, Радик һәм Айрат, биттәре ап-аҡ буяуға буялып, оялып ултыра ине.
– Тәк...
Ләлә Шакир ҡыҙы, ни әйтергә белмәй, аптырап ҡалды.
– Тиҙ генә йыуынығыҙ! Иртәнге ашҡа һуңларға ярамай. 45 минуттан дәрестәр башлана! – тине ул.
Егеттәр йүгерешеп йыуынырға китте. Ҡалғандар, уларҙы көтөп тә тормайынса, ашханаға юлланды. Сираттағы уҡыу көнө бына шулай ғәҙәти булмағансараҡ башланды бөгөн.
Мәктәптә һуңғы дәрес тамамланыуға әҙ генә ваҡыт ҡалғас, синыфҡа Ләлә Шакир ҡыҙы килеп инде. Биология уҡытыусыһы өйгә эш биреп, хушлашып сығып киткәс, бүлмәлә тынлыҡ урынлашты.
– Бер синыф булып уҡый башлауыбыҙға ике аҙна үтте. Тәүге көндәрҙән үк әйтә килдем: беҙ – бер сәскәнең таждары. Әгәр арағыҙҙа кемдер насарлыҡ эшләһә, сәскәнең матурлығы боҙола. «Ағас ағасҡа таяна, әҙәм әҙәмгә таяна», тигән әйтемде тикшергәйнек синыф сәғәтендә, хәтерегеҙҙәме? Ниндәй һығымтаға килгәйнек?
Синыфтағы тынлыҡҡа иҫ китерлек! Бер кемдең тын алыуы ишетелмәгән кеүек. Ләлә Шакир ҡыҙы оҙаҡ итеп балаларҙың һәр береһен күҙәтте. Ләкин бөгөн кемдәлер нимәлер күреп булмай.
– Төрлөбөҙ төрлө яҡтан килгәнбеҙ, бөтәбеҙҙең үҙ холҡо. Ләкин беҙ бер-беребеҙгә, интернаттағы бүтән балалар­ға, ҡалаға сыҡһаҡ, ундағы кешеләргә лә насарлыҡ эшләүҙән тыйылырға тейеш, аңлайһығыҙмы? – тине ул.
Был һүҙҙәрҙән һуң Мәүлит ипләп кенә Азамат ултырған яҡҡа ҡараны. Ә уныһы, бер ни булмағандай, тәҙрәгә төбәлгән. Мәүлит уның ҡарашында үҙен ғәйепле тойоуҙы йәки кемдәндер ғәфү үтенергә теләүҙе күрергә теләгәйне. Ләкин был һиҙелмәне.
– Бөгөн синыфташтарыбыҙҙың битен теш пастаһы менән буяныҡ, иртәгә бүтәндәрҙекен... Уйлап ҡараһаң, был хәлде шаяртыу тип кенә үткәреп ебәрергә мөмкин, эйе бит? Йә, кем ниндәй фекер­ҙә?
Тәүге партала ултырған Айгөл ҡул күтәрҙе.
– Ауылда уҡығанда беҙ әхирәтем менән лагерҙа ял иттек. Унда ла шундай хәл булды. Беҙҙе теш пастаһы менән буяғандар ине. Миңә бер ни булманы, ә әхирәтемдең сикәләре шешенде, уны больницаға алып киттеләр.
– Аллам һаҡлаһын! Бына, күрәһегеҙме? Бындай шаярыуҙарҙың насар бөтөүе бар. Шунан ул шаярыу түгел, ә енәйәт булып һаналасаҡ. Күҙ алдына килтерәһегеҙме?
– Беҙҙекеләр шешенмәне лә инде! Һеҙ беҙҙе ҡурҡытаһығыҙмы? – күҙҙәре йәшләнгән Ләйсән өндәште.
– Юҡ, бында ҡурҡытыу юҡ. Был – беҙҙең тормош. Ә унда төрлө хәлдәр була. Тик ошондай йәшерен эштәрҙе ваҡытында туҡтатмаһаҡ, киләсәктә беҙ бер-беребеҙгә ышанмаҫбыҙ бит! Дуҫлыҡ юғалыр. Ә ундай синыфта уҡыуы ла ҡур­ҡыныс була. Шуға, балалар, әйҙәгеҙ, был хәлгә асыҡлыҡ индерәйек. Хәҙер мин һеҙгә ҡағыҙ биттәре таратып бирәм, исемдәрегеҙҙе ҡуймай ғына бөгөнгө хәл тураһында ниҙәр уйлайһығыҙ, шуны яҙып бирегеҙ. Ҡабат хаталанмаҫ өсөн. Минең бер тәҡдимем бар, әйҙәгеҙ, әйтә алмаған һүҙҙәребеҙҙе киләсәктә лә ошолай ҡағыҙға яҙып барайыҡ. Һуңынан йыйылышып, уртаға һалып та һөйләшербеҙ. Ризаһығыҙмы?
– Эйе...
Алдан һөйләшеп килешкәндәй яңғыраны был яуап.
Мәүлит бер нәмә лә яҙманы. Буш ҡағыҙын шул көйө тапшырҙы. Шул арала ул Азаматтың тырышып-тырышып нимәлер яҙғанын күрҙе...
Төштән һуң Мәүлит спорт майҙансығына барманы. Унда кисәге уйын дауам итергә тейеш, сөнки иҫәп тигеҙ булды. Еңеүсе синыфты кинотеатрға бушлай киноға алып баралар. Уйын ҡыҙыу булмаҡсы.
Мәүлиттең ҡапыл ғына команданан сығып китеүе синыфташтарына оҡшаманы. Сөнки кисә уның нисек уйнағанын барыһы ла күрҙе, голдарҙы ул индергәйне бит.
– Урыҫ теленән иншам яҙылып бөтмәгән,– тип бүлмәлә ултырып ҡалды Мәүлит.
Ләлә Шакир ҡыҙы килеп ингәндә, ул урыҫ әҙәбиәте китабын ҡулына тотоп, ҡаты уйҙарға бирелгәйне.
– Дәрес әҙерләүҙең үҙ ваҡыты бар, Рәсүлев. Нишләп тынсыу бүлмәлә яңғыҙың ултыраһың? – тип һораны тәрбиәсе.
– Инша...
– Әйттеләр инде, урыҫ теле өсөн борсолаһың. Бирешмә, насар уҡыусылар рәтендә түгелһең. Хәҙер миңә һинең ярҙамың кәрәк. Малайҙарҙың бүлмәләре буйлап йөрөп сығайыҡ әле. 307-ләрҙе буяусыбыҙ теш пастаһын «енәйәт урынында» ҡалдырып киткән булған. Кемдеке булыр икән? Тик, Мәүлит, мин һиңә ышанам, был турала бер кем дә белмәҫкә тейеш, аңланыңмы?
– Эйе... Әйҙәгеҙ һуң, – егеттең ауыҙынан һүҙҙәре ҡалтыранып ҡына килеп сыҡҡандай яңғыраны.
Мәүлиткә тағы ҡыйын булып китте. Аяҡтары атлағыһы килмәй, ул саҡ-саҡ тәрбиәсеһе артынан эйәрҙе.
Етенселәрҙә ун ике егет һәм ун дүрт ҡыҙ уҡый. Ятаҡтағы бүлмәләрҙә дүртешәр кеше йәшәй. Малайҙар – өс бүлмәлә. Бөтәһе лә бер урында, бер секцияла урынлашҡан. Иң тәүҙә 306-сы бүлмәгә инделәр. Дүрт егеттең шкафтарын асып, теш пасталарын ҡарап сыҡтылар. Барыһыныҡы ла үҙ урынында. 307-ләргә инеп торманылар, кире Мәүлиттәрҙең бүлмәһенә килделәр. Ул, Ләлә Шакировнанан алдараҡ өлгөрөп ҡалайым тип, иң тәүҙә үҙ шкафын асып ҡараған булды. Унда, ысынлап та, теш пас­таһы юҡ ине. Егет өндәшмәй генә иптәш егеттәрҙең шкафтарын асҡыланы.
– Бөтәһе лә урынында...
– 307-ләр үҙҙәрен үҙҙәре буянымы икән әллә? – тип аптыраны тәрбиәсе апай.
– Барып ҡарап киләйемме? – Мәүлиттә ниндәйҙер өмөт уянғандай булды.
– Әйҙә, бергә барайыҡ.
Күрше бүлмәгә барып еткәнсе Мәүлиттең хәле бөттө. «Әллә әйтәйем дә ҡуяйыммы? Әйтһәм, ояты ни тора?! Бер баһа өсөн үс алмайҙарҙыр инде, тиер микән? Бөтә интернат алдында баҫтырып әйтеп ҡуйһалар? Шуға өҫтәп, атайымды, әсәйемде саҡыртһалар, бөттө баш! Нисек кенә өндәшмәй үткәреп ебәрергә был хәлде? Их, яңылыштым...» тигән уйҙар егеттең башына тынғылыҡ бирмәне.
– Рәсүлев, ни булды һиңә? Ап-аҡһың бит! Ял ваҡытында кеше бүлмәлә ултырмай инде, бар, саф һауаға сыҡ. 307-ләрҙе үҙем ҡарармын. Башың әйләнмәйме?
– Юҡ.
– Хәлең нисек, нишләп ағарҙың икән? – Ләлә Шакир ҡыҙы ысынлап борсола башланы.
– Бөтәһе лә яҡшы. Хәҙер бер аҙ саф һауала йөрөп алам, – тип Мәүлит тышҡа сыҡты.
Көҙгө һалҡын һауа, ысынлап та, тынысландырғандай булды. Кеҫәһенән телефонын сығарып, атаһына шылтыратты Мәүлит. Өйҙәге хәлдәрҙе белеште, үҙенекен бәйән итте. Атаһы менән һөйләшеп бөткәс, Зиннур, Мансур дуҫтарына шылтыратты. Улар күрше ауылға йөрөп уҡый. Дуҫтары ҡараңғы төшкәнсе күрше урам малайҙары менән футбол уйнау­ҙарын һөйләп, күҙҙе ҡыҙҙырҙы.
Мәүлит кисәге хәлдәргә тиклем интернатҡа уҡырға килеүенә үкенмәй ине. Зиннур, Мансур менән һөйләшкәс, бер аҙ моңһоуыраҡ булып китте. Уйлап ҡараһаң, ул бит бында ла күмәк егеттәр менән футбол уйнай, бер ҙә үкенерлек түгел. Физкультуранан бер «бишле» ҡуйманылар тип, ҡайтып китергәме ни?
Майҙансыҡ яғынан сыр-сыу тауыштар ишетелде. Мәүлит уларҙы урап үтергә үҙендә көс тапманы. Уйындың тап ҡыҙған сағы икән. Мәүлитте күреп, синыфташтары уның янына йүгереп килде лә уйын­ға сығыуын һораны. Егеттең күңеленә йылы йүгерҙе. Ул бер ҙә инәлтеп тормай, уйынға ҡушылды ла, күп тә үтмәй, ауырлыҡтарҙы еңә-еңә гол индерҙе. Был – хәл иткес гол ине. Тимәк, VII «Б» синыфы бушлай киноға барасаҡ! Синыфташтары ла, параллель синыф егеттәре лә Мәүлитте еңеү менән тәбрикләп, ҡулын ҡыҫты. Улар араһында Азамат та бар ине. Был көндө унан бәхетле кеше булмағандыр.
Кискеһен йоҡлар алдынан 305-се бүлмәгә ҡыйыуһыҙ ғына атлап Азамат килеп инде.
– Ғәфү ит, Мәүлит, мин һинең алдыңда ғәйепле, – тине ул.
Мәүлит ҡапыл ғына бер ни өндәшә алманы. Бүтән егеттәр ҙә тын ғына ҡарап ултырған булды.
– Ләлә Шакировнаға барыһын да һөйләп бирҙем. Ул мине лә, һине лә аңланы.
Мәүлит һаман өнһөҙ тора бирҙе.
– Ғәфү итеү-итмәү – һинең шәхси эшең. Дуҫ булайыҡ! – тип Азамат ҡулын һуҙҙы. Мәүлит, ошоно ғына көткәндәй, синыфташының ҡулын ҡыҫты ла йылмайып уға ҡараны.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас