-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
8 Август 2025, 11:47

Бүләк (хикәйә)

Тыуған көндө үткәрергә беҙгә йыйылдыҡ. Икмәк менән ҡаймаҡлап, һөтләп сәй эстек, бал ҡаптыҡ, берәр кәнфит тә ашаныҡ. Оҙаҡ итеп һура торғандарын кеҫәләргә тултырҙыҡ...

Бүләк (хикәйә)
Бүләк (хикәйә)

Беҙ үҫкән саҡта кейем яғы наҡыҫыраҡ ине. Ғәҙәттә, ағайҙарҙан ҡалған күлдәк-ыштандарҙы туҙҙырҙыҡ. Шулай ҙа тәндәребеҙҙе ялтыратып, йыртыҡ кейемдә лә йөрөмәнек. Ундай-бындай тишек хасил була ҡалһа, әсәйҙәрҙең ямаулыҡтары һәр саҡ әҙер ине. Ҡыҫҡаһы, өҫтөбөҙ бөтөн, таҙа булды. Бөхтәлек буйынса талап айырыуса мәктәп кейеменә ҡарата ҡәтғи ине. Уның бөтөн, таҙа булыуы ғына етмәй әле, кәстүм яғаһы өҫтөнә ап-аҡ туҡыманан әҙерләнгән яға ла тегелергә тейеш. Ул мәктәп формаһын тағы ла зат­лыраҡ итеп күрһәтә торғайны. Бындай яғалар һатыуҙа ла булды-булыуын. Ләкин беҙҙең әсәйҙәр «аҡса әрәм итмәҫ өсөн» йышыраҡ үҙҙәре тегә торғайны уны.
Быйыл мин һәм күрше-тирәнән йәнә алты малай мәктәпкә уҡырға төшөргә тейешбеҙ. Ә бөгөн ун бишенсе август – минең тыуған көн. Тиҫтерҙәрем менән шуны билдәләргә булдыҡ. Рәхәт, был ваҡытта өлкәндәр өйҙә булмай – барыһы ла эштәләр. Өйгә, йорт-ҡураға хужа булып беҙ ҡалғанбыҙ.
Тыуған көндө үткәрергә беҙгә йыйылдыҡ. Икмәк менән ҡаймаҡлап, һөтләп сәй эстек, бал ҡаптыҡ, берәр кәнфит тә ашаныҡ. Оҙаҡ итеп һура торғандарын кеҫәләргә тултырҙыҡ. Дуҫтарым буш ҡул менән килмәгән: берәүҙәр – ручка, икенселәр – юйғыс менән ҡәләм, кемдәрҙер – буй, кемдәрҙер шаҡмаҡ дәфтәрҙәр бүләк итте. Ә Хәлит ҡуйынынан бер төргәк килтереп сығарҙы. Күҙҙең яуын алырлыҡ ап-аҡ туҡыма киҫәге. Эйе, эйе, кәстүмгә тегә торған яғалыҡ сепрәк. Кәм тигәндә лә, бер-ике яға сыға бынан! Бындай ҙа ҡиммәтле бүләккә беҙҙең күҙҙәр аҡайҙы.
– Минән бүләк шул, әсәйеңдән яға тектерерһең, – тине Хәлит.
Тулҡынланып киттем. Бүләкте алырғамы, алмаҫҡамы, тип аптырап ҡалдым. Унан ҡыйыуһыҙ ғына:
– Үҙегеҙгә кәрәкле әйбер түгелме? – тинем.
– Өйҙә тағы ла бар әле, ә быныһы – һиңә. Һинең кеүек другка йәл түгел, – тине дуҫым сер бирмәй генә.
Хәлиттәр ғаиләһендә бала-саға күп. Мәктәптә уҡығандары ғына дүртәү. Хәлит быйыл бишенсе булып бара. Йәнә ике һеңлеһе, бер ҡустыһы бар.
Ҡунаҡтар таралышҡас та, Хәлиттең бүләген йырағыраҡ ергә йәшерҙем. Әсәйем күрһә, был ниндәй туҡыма, тип мотлаҡ һораясаҡ. Ә мин ни тиермен?..
Көндәр үтә торҙо. Хәлиттең бүләге миңә һис тын­ғылыҡ бирмәне, ниндәйҙер шик туҡтауһыҙ күңелемде өйкәне. Кире генә алып барып бирер инем – дуҫымды үпкәләтермен, тип ҡурҡам.
Был сетерекле хәлдән мине Хәлит үҙе ҡотҡарҙы. Бер көндө ул беҙгә килеп инде лә шыбырлап ҡына былай тине:
– Теге аҡ сепрәкте берәй нимәгә тотонманығыҙмы? Боҙмаһағыҙ, кире бир әле – әсәйем, кәрәк, ти. Мин уны һорамай алғайным...
Хәлиттең әйтеп бөтөргәнен дә көтмәй, йәшергән урындан тиҙ генә аҡ туҡыма киҫәген һурып сығарҙым да уға тотторҙом. Күңелемдә, тәнемдә әйтеп килештерерлек түгел ниндәйҙер еңеллек һиҙҙем – хатта торған урынымдан күтәрелеп-күтәрелеп ҡуйғандай булдым.
Тиҙҙән Хәлит менән бергә мәктәпкә барырбыҙ, беҙҙең кәстүмдәрҙә ап-аҡ яғалар балҡып торор. Былай ҙа матур донья тағы ла күркәмерәк күренер төҫлө.

Ғималетдин Яруллин.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас