1 сентябрь. Тантаналы линейканан һуң синыф бүлмәһенә йыйылдылар. Етәкселәре Әлфиә Кәрим ҡыҙы:
– Беҙҙең синыфҡа уҡыусы килде. Исеме – Айнур, – тип яңы уҡыусы менән таныштырҙы. Оҙон буйлы, ҡара сәсле, көрән күҙле егет ғаиләһе менән уларҙың ауылына күсеп килгән икән. Уны күреү менән Әлиәгә, эх, минең менән ултырһын ине, тигән уй килде. Тик Айнурҙы буш урынға – Азалиә эргәһенә ултыртты уҡытыусы.
Шул көндән алып Әлиә ошо егет тураһында ғына уйлай башланы. Сибәр үҙе, яҡшы уҡый, спортсы ла. Һигеҙенсе синыфҡа тиклем гел «бишле»гә өлгәшкән ҡыҙ һуңғы осор йүнләп уҡымаҫ булды, кәйефе лә төрлөсә. Әсәһе лә, уҡытыусылар ҙа һиҙҙе быны. Әсәһе һорап ҡараһа ла, бер нимә лә булманы, бөтәһе лә яҡшы,тип кенә яуапланы ҡыҙ.
Бер көндө Азалиә ауырып уҡырға килмәне. Математиканан контроль эш булырға тейеш ине. Айнур Әлиәгә үҙе килеп:
– Һинең менән ултырһаң буламы? – тип өндәште. Әлиә шатланып риза булды. Айнурға контроль эшен эшләргә лә ярҙам итте. Шул көндән башлап улар бергә ултыра башланылар.
Һауығып мәктәпкә килгәс, Азалиә аптырап китте. Баҡһаң, ул да Айнурҙы оҡшатып йөрөгән икән. Ике синыфташ ҡыҙ бер-береһе менән һөйләшмәҫ булды. Тик егет Әлиәгә дуҫлашырға тәҡдим яһаны. Ҡыҙҙың уҡыуы яҡшырҙы, кәйефе лә күтәрелде. Уларҙың бер парта артында ултырыуы ҙур мөхәббәткә юл асты.
Лилиә ВӘХИТОВА.
Өфө ҡалаһы.