Мәктәптән ҡайтып ингәс тә Айҙар сумкаһын бер мөйөшкә быраҡтырҙы ла тиҙерәк ҡулына ноутбугын алды. Ниндәй яңылыҡтар бар, нимә яҙалар икән? Һуңғы ваҡытта бигерәк айырылмаҫ дуҫына әйләнде лә ҡуйҙы ошо ноутбугы. Бер инһә, сығыуын онота. Һуңынан бер нәмәгә лә ваҡытын еткерә алмай аҙаплана.
О-о-о, үҙенә әллә күпме кеше инеп ҡараған. Дуҫлыҡ тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Араларында бик матур бер ҡыҙ иғтибарын шунда уҡ йәлеп итте. Һушы китеп оҙаҡ ҡарап ултырҙы егет. Өйҙә бер үҙе булғас, рәхәт, бер кем ҡамасауламай. Күпме теләйһең, шунса һоҡланып ултыр.
Шул ваҡыт ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Өләсәһелер инде. Көн дә килеп ейәненең хәлен белеп китә ул. Күрше генә йортта йәшәй.
– Асығып ҡайтҡанһыңдыр инде, балам, бына үҙеңә ваҡ бәлештәр бешереп килтерҙем, – тип күңелле һөйләнеп килеп инде Фәүзиә инәй. Шәп кеше инде ул өләсәһе. Ейәненең нимә теләгәнен әллә ҡайҙан белеп тора. Уны аңлаған берҙән-бер кеше. Һәр хәлдә, Айҙарға шулай тойола. Үҙе лә өләсәһен ныҡ ярата.
Тик бына атаһы, әсәһе менән генә борсаҡтары бик бешеп етмәй. Уҡыуына бәйләнәләр. Башланғыс синыфтарҙа отличник ине лә бит, хәҙер «өслө»ләргә төштө шул үҙе лә. Башы эшләй, тик дәрес әҙерләргә яратмай, ялҡаулана. Уҡытыусы таҡта янына саҡырһа, шартлатып яуап бирә лә бит, дәресен әҙерләмәй килгәс, барыбер «икеле»не сәпәйҙәр.
Атаһы менән әсәһе күпме һөйләшеп ҡараһа ла, файҙаһыҙ. Нимә эшләп ҡарарға инде был малай менән, тип аптырап йөрөгән саҡтарында килене ҡәйнәһе менән һөйләшеп ҡарарға булды. Өләсәһен ярата, моғайын, уны тыңлар.
Ейәненең холҡо үҙгәреүенә Фәүзиә инәй үҙе лә күптән иғтибар иткәйне инде. Йәйге каникулдан һуң әллә нимә эшләне лә ҡуйҙы. Лагерҙа ял иткәйне, шунан үҙгәреп ҡайтты, шикелле. Шундағы малайҙарҙан күрепме икән, ғүмерҙә булмағанса, сәсен оҙон итеп үҫтерҙе. Кейемдәре лә килешһеҙ, һәленеп төшөп барған кеүек. Һүҙ әйтеп булмай, тиҙ генә ҡыҙып бара, юҡҡа ғына үпкәләй. Ярҙам итергә кәрәк ейәненә. Тик нисек? Нотоҡ уҡып ҡына бер нәмәгә лә өлгәшеп булмаясаҡ.
Уйланып йөрөй торғас, башына арыу ғына бер аҡыл килгәндәй булды. Ләкин бик ҡатмарлы, йырып сыға алырмы? Бының өсөн Сәбилә әхирәтенең ярҙамы кәрәк буласаҡ. Шылтыратып, хәлде аңлатып биргәйне: «Уй, аҙағы нимә менән бөтөр һуң, шул турала уйланыңмы?» – тип әхирәте башта шикләнеберәк ҡараны ла, аҙаҡ күнде.
Бөгөн Фәүзиә инәй ейәненең тамағын туйҙырып китеү һылтауы менән үҙенең эш һөҙөмтәһен тикшерергә тип тә килде. Ейәне үҙен нисек тота, нимәләр һөйләр? Уның планы эшләй башланымы?
Бергәләп сәй эстеләр. Айҙарҙың нимәлер һөйләгеһе килгәне күренеп тора. Күҙҙәре янып, урынында осоп-ҡунып ултыра. Өләсәһе ашыҡтырманы, хәлде үҙ яйына ҡуйҙы.
Ашап туйғас, егет түҙемһеҙләнеп ноутбугын ҡулына алды.
– Өләсәй, кил әле бында, – тип янынан урын күрһәтте.
– Йә, нимә булды тағы?
– Һин түлкә көлмә, йәме.
– Ниңә, шул тиклем ҡыҙыҡмы ни?
– Ҡыҙыҡ тип... Ә-ә-ә, туҡта, башта һөйлә әле, олатайым менән һеҙ нисек таныштығыҙ? Беренсе күрешкәндә ул үҙен нисегерәк тотто, нимәләр һөйләне? Ни өсөн һин тап уны һайланың?
– Бәй, улым, әллә ғашиҡ булғанһың инде?
– Ну-у, өләсәй...
– Әллә инде, онотолған хәҙер. Олатайың бөхтә, матур кейенеп йөрөй торғайны. Үҙе ҡыйыу, тура һүҙле булды. Уйлағанын шартлатҡансы әйтә лә ҡуя ине. Ҡыҙҙар шундайыраҡтарҙы ярата инде ул. Ә хәҙер һин һөйлә, нимә булды?
– Нимә булды, тип ни... – Айҙар яйлап ҡына ноутбугын асты.
– И-и-и, ҡалай матур ғына ҡыҙ ҡарап ултыра. Әллә... Үәт, шилма малай, ҡыҙҙар күҙләрлек булғанһың даһа.
– Өләсәй, ярай инде. Әйт әле, һиңә оҡшаймы?
– Былай күңелгә ятышлы ғына. Исеме лә матур – Миләүшә, – Фәүзиә инәй һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайып ҡуйҙы ла ҡапыл ғына:
– Ярай, улым, был турала аҙаҡ һөйләшербеҙ. Ә хәҙер миңә ҡайтырға кәрәк, – тип йыйына башланы. Танауына еҫ кергән бит ейәненең. Шулай булыр инде, туғыҙынсыла уҡый бит хәҙер. Ҡыҙҙы оҡшатҡан бит...
Миләүшәне уйлап, Айҙарҙың тыныслығы бөтөнләй юғалды. Нисегерәк танышырға икән үҙе менән? Ундай тәжрибәһе юҡ шул әлегә. Ҡыҙҙар тәүәккәл егеттәрҙе оҡшата, тип әйтте бит өләсәһе. Шулай булғас, нимә ҡарап ултырырға? Миләүшәнең дуҫтары бөтөнләй юҡ әлегә. Үҙенең битен дә «Бәйләнештә» селтәрендә яңыраҡ ҡына асҡан. Шуға оҙаҡ аптырап торманы: «Миләүшә, һинең тәүге дуҫың мин булһам, ҡаршы түгелһеңдер», – тип яҙҙы ла ебәрҙе.
Яуап оҙаҡ көттөрмәне. Миләүшә аралашырға ҡаршы түгел. Айҙарҙың шатлыҡтан түбәһе күккә тейҙе. Көн дә хәбәрләшә башланылар. Миләүшәнең шөғөлдәре бик күп икән. Шулар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Әле урыҫ теле буйынса олимпиадаға әҙерләнә, бейеү түңәрәгенә йөрөй, төрлө спорт секцияларында шөғөлләнә. Көн дә иртән йүгерә. Үҙҙәре йәшәгән Сипайлов биҫтәһендә үткән сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Нисек ваҡыт еткерәлер? Әллә шуғамы икән, уның менән аралашыу еңел, рәхәт. Миләүшә дәрес әҙерләргә кәрәклеге тураһында иҫкәртмәһә, әллә күпме аралашырға риза булыр ине. Хәҙер уның ыңғайына Айҙар үҙе лә өйгә эшен әҙерләп йөрөргә өйрәнеп бара. Дәрестәрҙә лә ҡатнашып ултыра. Тик уның ҡыш көнө хоккей уйнауҙан башҡа бер һөнәре лә юҡ. Бер көн килеп ҡыҙ: «Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең?» – тип һораһа... Нимә тип яуап бирер? Тиҙ арала берәй спорт секцияһына булһа ла яҙылырға кәрәк. Олимпиадала ҡатнашып ҡарағанда ла булыр ине. Химия уҡытыусыһы үҙе әйтеп торғайны. Ҡатнаш, булдыраһың, тине. Миләүшәгә, киреһенсә, химия ауыр бирелә. Мин еңеп тә ҡуйһам, үәт, аптырар ине, тип уйланы егет.
Бер көндө Миләүшә фотоларын күберәк ҡуйыуҙы һорап яҙған. Эй, төштө инде – урамда ла, өйҙә лә, паркта ла. Үҙенсә шәп килеп сыҡҡан кеүек. Ләкин Миләүшәнең һүҙҙәре башҡа таяҡ менән һуҡҡандай тәьҫир итте. «Аңламаным, һин ниңә үҙеңдең кейемеңдә төшмәнең ул? Ағайыңдың әйберҙәрен кейеп, олпатыраҡ булып күренергә тырыштыңмы? Кит, юҡты, килешмәй. Мәктәпкә шулай йөрөмәйһеңдер ул», – тип яҙған. Үлтерҙе.
Нисек кенә асыуы килмәһен, был турала ҡыҙға белдермәне. Башҡа берәү әйтһә, эшең булмаһын, тип кенә ҡуйыр ине, Миләүшә менән улай ярамай. Үпкәләткеһе килмәй уны Айҙарҙың. Ысынлап та, күпме кеше был турала әйткәне булды, ә ул иғтибар итмәне. Әсәһе күпме тылҡыны. Костюм кейергә яратмағас, ни эшләһен инде. Бәйләм свитер, киң джинсы салбар – иң уңайлыһы.
Улдарындағы үҙгәреште күреп, атаһы менән әсәһенең ҡыуанысының сиге булманы. Уҡыуы һәйбәтләнде. Ә костюм нисек килешә үҙенә. Әҙәм күрке – сепрәк, тип юҡҡа әйтмәйҙәр инде. Быға тиклем өгөтләп тә кейҙерә алмайҙар ине, был юлы үҙе һорап алдырҙы.
– Ҡәйнәм, һинең тырышлығыңдың һөҙөмтәһе инде былар барыһы ла. Ҙур рәхмәт, – тип килене ҡосаҡлап алғас, Фәүзиә инәй яурындарын ғына һикертеп ҡуйҙы.
– Мин нимә эшләгән тиһең. Бер нәмә лә. Был малай, ниһайәт, аҡылға ултырған даһа, тип үҙем дә ҡыуанып йөрөй инем әле, – тигәс, тағы аптырашта ҡалдылар. Күҙ генә теймәһен инде.
Сәсенә матур причёска ла эшләтеп ҡайтҡас, Айҙар ҡарап туйғыһыҙ егет булды ла ҡуйҙы. Өләсәһе йәһәтерәк фотоға төшөрөп алды. Ейәненең үҙенә күрһәткәс, тегеһенең дә ауыҙы йырылып китте. Нисауа ғына күренә!
Миләүшәне тыңлап дөрөҫ эшләгән. Их, осрашып күрешергә ине үҙе менән. Киноға саҡырһа, нисек булыр икән? Был турала яҙып ебәргәйне, ҡыҙ оҙаҡ ҡына яуап бирмәй торҙо. Әҙерәк тулҡынланып алырға ла тура килде егеткә. Асыуланды, ахырыһы. Ашыҡты, шикелле. Бер аҙҙан Миләүшәнән: «Әлегә килеп сыҡмай. Башҡа ваҡытта барырбыҙ», – тигән яуап килде.
– Уф, Аллаға шөкөр, – тип егет еңел һулап ҡуйҙы.
Фәүзиә инәйҙең тыныслығы юғалды. Нимә эшләргә инде хәҙер? Тиҙерәк әхирәтенә шылтыратты. Уныһы ниндәйҙер тылсымлы һүҙҙәр әйтеп, бер аҙ тынысландырҙы, шикелле. Үҙе Айҙарҙың фотоһын ебәреүен һораны.
Ой, нимәләр менән генә барып бөтөр инде был осрашыу? Ярай, баштан башлап һөйләйем дә ҡуяйым әле. Эш былайыраҡ булды. Ейәненә ярҙам итеү ниәтенән уйлап тапты Фәүзиә инәй был хәйләне. Уның уйы буйынса, Айҙар кемгәлер ғашиҡ булырға тейеш. Мөхәббәттең сихри көсө хаҡында күпме әҫәрҙәр уҡығаны бар уның. Улай ғынамы, үҙе лә шуның аша үткән кеше. Ә әхирәтенең ейәнсәренә ғашиҡ булмау мөмкин түгел. Бер барғанында һоҡланып ҡайтҡайны. Хоҙай Тәғәлә барыһын да йәлләмәй биргән үҙенә. Етмәһә, ипле генә бит әле. Ана шул ҡыҙҙың фотоһы кәрәк булды. Шунан «Бәйләнештә» селтәрендә Миләүшә исеменән уның һүрәтен ҡуйып, үҙенең битен булдырҙы. Миләүшә булып үҙе яҙышты инде. Артабан нимә булғанын һеҙ беләһегеҙ.
– Айҙар ҡайһылай буй еткереп, матурланып киткән, һыу һөлөгө һымаҡ ейәнең бар ҙаһа. Мин аҙаҡҡы тапҡыр күргәндә малай ғына ине әле, – тип шылтыратты Сәбилә инәй Айҙарҙың фотоһын алғас. – Миләүшәгә лә күрһәттем. Оҙаҡ ҡына йылмайып ҡарап торҙо. Химиянан олимпиадала еңгәнен дә әйттем. Нормальный егет, тине, үәт. Шулай, хәҙер Миләүшә лә Айҙар менән заочно таныш. Ә һин ҡурҡҡайның. Әйҙәгеҙ, киләһе ялға беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ, осрашайыҡ, танышайыҡ.
Фәүзиә инәй йәнә уйға ҡалды. Алдашҡанын белеп ҡалһа, Айҙары нимә тиер. Шуға ҡунаҡҡа барыр алдынан ейәнен саҡырып алды ла:
– Улым, һин әлегә бер нәмә лә һорашмай тор, йәме. Һуңынан барыһын да аңлатырмын. Беҙ бөгөн Миләүшәләрҙең өләсәләренә ҡунаҡҡа барабыҙ. Унда Миләүшә лә була. Һин үҙеңде етди генә тоторһоң. Күп һөйләмә, һорауҙарыңды ла бирмә, Миләүшәне тәүгә күргән һымаҡ тот үҙеңде. Был бик мөһим. Аңланыңмы? Өләсәһе алдында шулай кәрәк, – тине.
Ҡыҙыҡһыныуы ни тиклем көслө булмаһын, Айҙар бер нәмә тип тә төпсөнмәне. Кәрәк булһа, өләсәһе үҙе һөйләр әле.
Осрашҡас, ике әхирәттең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Кем белә, бәлки, артабан туғанлашып та ҡуйырҙар. Белгән кеше белгән кеше инде. Ике өләсәй быға һис ҡаршы булмаҫ ине. Шул тиклем пар килгәндәр, тип һоҡланып ҡарап ултырҙылар үҙҙәренә.
Миләүшә ысынбарлыҡта тағы ла һөйкөмлөрәк икән. Улар залға сығып ултырҙы. Тик Миләүшә үҙен ҡыҙыҡ ҡына тотҡан кеүек. Әйтерһең, уның менән бөтөнләй таныш түгелдәр, айҙар буйына аралашмағандар ҙа.
– Миләүшә, мин – Айҙар ҙа, – тигәйне, ҡыҙ күҙҙәрен ҙур итеп асып уға ҡараны ла:
– Беләм, – тине. – Өләсәйем әйтте.
Бына һиңә, мә! Өләсәйем әйтте, тисе. «Ысынлап та, өләсәһенән ҡурҡа, ахырыһы. Ярай, бер нәмә лә һорашмайым әле. Өләсәйем юҡҡа иҫкәртмәгәндер», – тип артығын һөйләмәҫкә булды егет.
Бергәләп сәй эсеп алғас, Айҙарҙар ҡайтырға йыйынды. Уларҙы урамға уҡ сығып оҙатып ҡалдылар. Миләүшә бер нисә тапҡыр уның яғына ҡарап, матур ғына итеп йылмайып та алды. Тик Айҙарға ололар барыбер нимәнелер әйтеп бөтмәгән кеүек тойолдо. Миләүшә лә һиҙҙермәй бит әле таныш икәнебеҙҙе. Тик ҡыҙҙың да уның үҙенең хәлендә икәнлеген генә белмәй шул.
Барыһы ла яҡшы бит, ейәне үҙгәрҙе, һәйбәтләнде, бына тигән ҡыҙ менән танышты, тағы ла нимә кәрәк, тип Фәүзиә инәй ейәненә серҙе асып тормаҫҡа ла уйлағайны. Ләкин беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәндәй, дөрөҫлөк барыбер ҡасан да булһа өҫкә сығыр, ана шул ваҡытта ҡыйынға тура киләсәк, тип барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләне лә бирҙе.
Айҙар уны башта саҡ түҙеп тыңлап ултырҙы. Бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, бер заман тәне ут кеүек яна башлағандай тойолдо хатта. Нимә эшләгән өләсәһе? Алдашҡаны өсөн ғүмерҙә лә ғәфү итмәйәсәк.
Өләсәһе һөйләп бөткәс, бер аҙ иҫе китеп ултырҙы ла:
– Өләсәй, һин – гений! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Шулай эшләмәһәң, Миләүшәне бер ваҡытта ла осратмаған булыр инем. Һинән дә шәберәк кеше юҡтыр, билләһи,– тип Айҙар өләсәһен ҡосаҡлап алды.
Бер-береһен оҡшатып өлгөргән йәштәр телефон аша һөйләшеп, көн дә тиерлек аралашып тора хәҙер. Киноға, театрға йөрөйҙәр. Миләүшәгә иһә дөрөҫөн әйтеп торманылар. Уға был кәрәкмәй ҙә. Бәлки, ҡасан да булһа Айҙар үҙе һөйләр.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.
Һүрәт: yandex.ru.