

Башҡорт теле уҡытыусылары ойошторған ҡыҙыҡлы квест балаларҙы милли фольклор донъяһына алып инде. Башта малайҙар һәм ҡыҙҙар эпостың төп геройҙары, яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәше тураһында белделәр. Сараның иң тулҡынландырғыс һәм көтөлмәгән өлөшө балаларға ҡунаҡҡа эпостың төп образдарының береһе — гүзәл Һомайҙың килеүе булды. Балалар әкиәт донъяһынан килгән ҡунаҡты ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды. Улар Һомайҙың эпос буйынса әҙерләгән һорауҙарына дәррәү һәм дөрөҫ яуап бирҙеләр.
Сара аҙағында балалар был тарихи көндө хәтерҙә ҡалдырыу өсөн Һомай менән бергә фотоға төштөләр. Шулай уҡ лагерҙа ял итеүселәр үҙҙәренең ижади һәләтен дә һынап ҡараны: бөйөк ҡаһармандарҙың образдарын буяуҙар ярҙамында һүрәткә төшөрҙөләр. Байрам заманса форматта ойошторолдо — балалар «Ay Yola» төркөмөнөң билдәле «Һомай» йырын тыңланы, ә дәртле «Балалар ритайымы» бейеүе байрамға айырым йәм өҫтәне. Сара балаларға бик ныҡ оҡшаны. Бындай осрашыуҙар балаларҙы дуҫлаштыра һәм милли мираҫыбыҙға хөрмәт тәрбиәләй.
Дилбәр ХИСМӘТУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.