+14 °С
Дождь
VKOKTelegram

"Вайндарҙы күберәк төшөргөм килә"

Кем ул блогер? Интернеттағы социаль селтәренә даими рәүештә мәғлүмәт һалыусы кеше, ул төрлө хәл-ваҡиғалар хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлаша, үҙенең тормошо тураһында һөйләй, шөғөлдәрен күрһәтә. Блогерҙар реклама ярҙамында аҡса ла эшләй. Үҙҙәре ҡыҙыҡлы видео төшөргәндәр ҙә бар. Күптәре шулай танылыу ҙа яулай. Ейәнсура районынан йәш блогер Айсулпан Тоҡомбәтованың вайндарын яҡташтары ғына түгел, башҡа яҡтарҙан да яратып ҡарайҙар. Халыҡ-ара блогер көнө уңайынан Айсулпан менән яҡындан таныштырмаҡсыбыҙ.

"Вайндарҙы күберәк төшөргөм килә""Вайндарҙы күберәк төшөргөм килә"
"Вайндарҙы күберәк төшөргөм килә"

– Миңә – 12 йәш. Сәғит ауылында йәшәйем. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, бишенсегә Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт интернатын-гимназияһына уҡырға барҙым. Яратҡан фәндәрем – башҡорт әҙәбиәте һәм тарих. Уҡыуҙан тыш төрлө сараларҙа ҡатнашам, йыр, бейеү конкурстарында призлы урындар яулайым.
Беҙҙең ғаиләлә дүрт кеше. Атайым Радмир Йәүҙәт улы вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Әсәйем Гөлдәр Азамат ҡыҙы – мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, мәктәптә бейеү түңәрәге лә алып бара. Һеңлем Гәлсәргә әле – 3 йәш. Буш ва­ҡытта бергәләп төрлө музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ. Әле мин думбырала өйрәнәм.
Тәүге вайнды яҡташым Фәнил ағай Ҡарасуриндың видеоһына пародия итеп төшөрҙөм. Бик күп кеше ҡараны. Миндә артабан да стористар төшөрөү, блог алып барыу теләге уянды. Башҡорт телендә алып бараһың, тигән шарт менән (сөнки күберәк урыҫса һөйләшә башлаған инем) әсәйем 6 йәшемдә үҙемә шәхси битләү асып бирҙе. Алдан урыҫса видеолар төшөрөп ҡуя инем инде.
Һуңынан яйлап «Бәйләнештә» селтәренә күстем. Видеоларымды төрлө төркөмдәр үҙҙәренә ала, ҡайһы берҙәрен 200 меңдән ашыу кеше ҡараған. Вайндарҙа бер үҙем генә төшәм, бер нисә кешене уйнайым. Күптәр, эй, маладистар, килештерәләр, тип комментарий яҙа, бер үк кеше – мин икәнен аңламай­ҙар хатта.
Блогер булам, тигән маҡсат ҡуймағанмын, әммә урамда таныйҙар. Ике йыл элек Мәскәүҙә лә Замир тигән ағай күреп яныма килде. Миңә әлеге көндә яҙылыусылар һаны – 1685 кеше. Дуҫлыҡ тәҡдим иткәндәр араһынан битләүҙәре шикле булмағандар­ҙың барыһын да ҡабул итәм.
Хейтерҙарым юҡ былай. Күптәргә блогымды башҡорт телен­дә алып барыуым оҡшай. Быйыл интернатта ятып уҡы­ғас, ваҡыт яғы тарыраҡ булды, стористарға ла һирәк сыҡтым. Тағы төшөр, һине ҡарарға яратабыҙ, тиҙәр, уңыш­тар теләйҙәр. Әлбиттә, идеяларым күп. Вайндарҙы бер-береһенә бәйләп, сериал һымаҡ төшөргөм килә.

Афарин! Уңыштар һи­ңә, Айсулпан!

Блогер һүҙлеге
Аватар – каналдың һүрәте, блогерҙың фотоһы.
Аудитория – блогерҙы күҙәтеүселәр.
Влог – блогер әлеге ваҡытта эргәлә нимә барғанын төшөргән видео.
Дизлайк – кире баһа.
Канал – барыһы ла инеп ҡарай алған видеолар битләүе.
Сторис – ғәҙәттә, 24 сәғәттән үҙе юйыла торған ҡыҫҡа видео.
Хейтер – блогер ижадының кире яғын ғына күреүселәр.

"Вайндарҙы күберәк төшөргөм килә"
"Вайндарҙы күберәк төшөргөм килә"
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас