+25 °С
Облачно
VKOKМакс
Дөйөм мәҡәләләр
18 Августа , 16:37

Күргәҙмәлә - геройҙар тарихы

Өфөлә «Рәсәй — Минең тарихым» тарихи паркында «Знание.Герои» мультимедиа күргәҙмәһе тантаналы асылды. 

Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихыКүргәҙмәлә - яугирҙар тарихы
Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихы

Унда «Знание» йәмғиәтенең Башҡортостандағы филиалы директоры Айһылыу Илембәтова, «Ватан»ды һаҡлаусылар дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, дин әһелдәре протоирей Виктор Иванов менән Хәмзә хәҙрәт Хафизов, МХО ветерандары ҡатнашты.

Күргәҙмәлә Рәсәй «Знание» йәмғиәте тарафынан махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының ысын тарихтары нигеҙендә төҙөлгән мультимедиа график новеллалар ҡуйылған. Экспозиция Рәсәй Геройҙарының батырлыҡ, көслө рух һәм Ватанға сикһеҙ тоғролоҡ күрһәткән тарихтарын сағылдыра. Десантсылар, танкистар, осоусылар, табиптар тураһындағы тулы мәғлүмәттәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Өфө ҡалаһы тарихы музейы менән берлектә «Рәсәй — Минең тарихым» тарихи паркында Башҡортостан Республикаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй Федерацияһы Геройҙары тураһында планшетлы күргәҙмә лә ҡуйылған, махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтылған экспонаттарҙы ла тыныс ҡына ҡарап булмай, улар - һуғыштың тере шаһиттары.

Бында протоиерей Виктор Ивановтың акварель һәм графика эштәренән торған күргәҙмә менән дә танышырға мөмкин. Һүрәттәрҙең күп өлөшө махсус хәрби операцияға арналған. Яугирҙарҙың портреттары, МХО күренештәре... Әйткәндәй, хәрби руханиҙың 117 эше Өфө Паркы хеҙмәткәрҙәре тарафынан һанлаштырылған. Тарихта ҡаласаҡ һүрәттәрҙең барыһында ла ысынбарлыҡ сағыла. Рәссам үҙе күргәндәрҙе ҡағыҙға төшөргән. Күп кенә яугирҙарҙың портреттары бар. Билдәле булыуынса, республикабыҙҙан Виктор Иванов менән Хәмзә хәҙрәт Хафизов 2022 йылдан яҡташ яугирҙарҙың рухи таянысы булып алғы һыҙыҡҡа юлланғайны. Виктор Иванов автор-башҡарыусы булараҡ та билдәле. Тантана барышында ла бер нисә йырын башҡарҙы. Уларҙың береһе башҡорт батальонына арналған .

Әлеге күргәҙмә Өфөлә 27 сентябргә тиклем эшләйәсәк. Барып күрегеҙ, дуҫтар. 

Автор фотолары. 
 

 

Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихы
Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихы
Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихы
Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихы
Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихы
Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихы
Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихы
Күргәҙмәлә - яугирҙар тарихы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас