+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентября , 06:42

Яңы уҡыу йылы уңышлы уҙһын!

Яңы уҡыу йылы башланды. Алда ҡыҙыҡлы дәрестәр, мауыҡтырғыс белем донъяһы, асыштар көтә. Бөгөнгө тырышлыҡ – иртәгәһе еңеүҙәрҙең ныҡлы нигеҙе икәнен онотмағыҙ, дуҫтар!

Яңы уҡыу йылы уңышлы уҙһын!Яңы уҡыу йылы уңышлы уҙһын!
Яңы уҡыу йылы уңышлы уҙһын!

Башҡортостанда быйыл 502 мең уҡыусы парта артына ултырҙы. Уларҙың 41 меңе – беренселәр. Йәш быуын төплө белем алһын өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр булдырыла. Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, 2026 йылда республикабыҙҙың 36 учреждениеһы мәғариф системаларын модернизациялау программаһына ингән. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда 91 меңдән ашыу бала уҡыған 217 дөйөм белем биреү ойошмаһы капиталь яңыртылған. 879 мәктәп физика, музыка, рәсем буйынса уҡыу кабинеттары өсөн 233 миллион һумлыҡ яңы ҡорамалдар алған. Дәреслектәр менән тәьмин итеү өсөн 1,2 миллиард һум ҡаралған.

Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса алдынғылар иҫәбендә. Ысынлап та, беҙҙә һәләтеңде үҫтереү өсөн шарттар етерлек. Яңы белем усаҡтары төҙөлә.

Август аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында Өфөләге 88-се мәктәптең 1 225 урынға иҫәпләнгән яңы корпусты асыуҙа ҡатнашты.

– Беҙҙең мәктәптә балаларҙың һәм педагогтарҙың хыялдары тормошҡа ашһын өсөн барыһы ла бар. Һәр бала күңеленә яҡын шөғөл тапһын һәм уға бында оҡшаһын, тип теләйбеҙ. Шуға күрә, бөйөк илебеҙгә яңы еңеүҙәр килтереү маҡсатында, түңәрәктәр һәм спорт секциялары һанын мөмкин тиклем күберәк төрләндерҙек. Техник йыһазландырыу беҙгә уҡыу процесын тағы ла практик йүнәлешле итергә мөмкинлек бирә. Агротехник, технологик, инженер, мәғлүмәт технологиялары, кадет, спорт синыфтары, хатта ижади индустрия синыфтары ла асылған. Шул иҫәптән беҙҙең агротехниктар һәм медицина йүнәлешендәге cиныфтар ҙа бындай заманса лабораторияларҙа белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Йәнә ике химия кабинеты бар, уларҙың һәр береһендә лабораториялар һәм практик дәрестәр өсөн урындар бүленгән. Заманса биология кабинеттары, айырым инженер кабинеттары. Был – һәр уҡытыусының һәм баланың хыялы. Беҙҙә заманса медицина блогы, шул иҫәптән үҙебеҙҙең стоматология кабинеты бар. Көн һайын үҙебеҙҙең табип ҡарай, фельдшер мәктәпкә беркетелгән, – тип рәхмәтен белдерҙе мәктәп директоры Ольга Ануфриева.

Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул ил етәксеһенә мөрәжәғәт итеп:

– Владимир Владимирович, һеҙ республикала математика өлкәһендә һәләтле балалар өсөн махсус мәктәп төҙөү идеяһын хупланығыҙ. 2027 йылдың 1 сентябрендә 360 урынлыҡ математика интернат-лицейын асасаҡбыҙ. Был ҙур интернат һәм беҙ математика өлкәһендә иң һәләтле балаларҙы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың алдынғы йәш  математиктарын – әҙерләйәсәкбеҙ. Шуға күрә, Владимир Владимирович, бындай ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, – тине.

Яңы уҡыу йылы уңышлы уҙһын!

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас