+17 °С
Ясно
VKOKМакс
Дөйөм мәҡәләләр
7 Сентября , 08:10

Шиғыр һөйләп бүләк алдылар!

Әбйәлил районында йәшәүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн РМК хәйриә фонды һәм "Салауат" компанияһы шиғыр һөйләү буйынса блиц-турнир ойошторҙо. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Шиғыр һөйләп, бүләк алдылар!Шиғыр һөйләп, бүләк алдылар!
Шиғыр һөйләп, бүләк алдылар!

Бәйге "Әбйәлил" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә онлайн форматта үтте. Балалар унда ихлас ҡатнашты. Ойоштороусылар яңыраҡ иң-иңдәрҙе бүләкләне. Егерме бала бүләккә уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы алып һөйөндө.

Уларҙы «Салауат " компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев үҙе тапшырҙы. 

- Был йыйылмалар – белем өсөн алышта һеҙҙең төп ҡоралығыҙ, өйгә тик “бишле”ләр генә алып ҡайтығыҙ! - тип теләктәрен еткерҙе ул кескәйҙәрәгә.

Еңеүселәр тәбрикләүселәр алдында ла сығыш яһап, матур тамаша бүләк итте.

Сығанаҡ: oskon.

Фото: oskon.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас