

Унда илдең 87 төбәгенән 131 педагог еңеү өсөн көрәшә. Конкурс туған телдәрҙе уҡытыуҙың иң яҡшы методикаларын асыҡлауға һәм уҡытыусыларҙың статусын күп милләтле Рәсәйҙең мәҙәни ҡомартҡыһын һаҡлаусыһы булараҡ нығытыуға йүнәлтелгән.
Төбәктең Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан финалға ике уҡытыусы сыҡҡан. Береһе — Өфөнән Ләйсән Хәсәнова, икенсеһе — Хәйбулла районынан Альбина Шәрипова.
Ләйсән Хәсәнова - Өфөләге А. Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты. 2026 йылда ул «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында еңеүсе булғайны.
Альбина Шәрипова Аҡъярҙа «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. 2026 йылда ул «Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы» республика конкурсында иң яҡшыһы тип танылды.
Мәртәбәле конкурста ҡатнашҡан уҡытыусы яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек.
Сығанаҡ: bashinform.ru
Фотолар: avatars.mds. һәм bashkortostan.ru