– Морат, бала сағыңа саҡ ҡына туҡталып китәйек әле…
– Мин – ғаиләлә берҙән-бер генә бала. Әсәйем менән үҫтем. Бәләкәй саҡта бик шаян булғанмын. Өләсәйем һөйләүе буйынса, тотоп тыя алмағандар. Тиңдәштәре менән уйнап, шулар менән бергә шөғөлләнһә, бәлки, бер аҙ баҫылыр, тип ике йәшемдә генә балалар баҡсаһына биреп ҡарағандар. Унан да бер нисә тапҡыр ҡасып ҡайтҡанмын. Мәктәпкә барғас, әҙерәк тынысланғанмын. Хәҙер инде баҫалҡы ғына егетмен.
– Тырыша торғайным. Әсәйем уҡытыусы булғас, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә кәрәк бит. Һәйбәт уҡыным. Туғыҙынсыны ауылда бөттөм дә унынсыға баш ҡалалағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына килдем. Уны ла һәйбәт тамамланым һәм сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға индем.
– Сәнғәткә ҡарата һөйөү ҡайҙан килә?
– Ауылда мәктәптә уҡығанда театр тураһында уйлап ҡарағаным да булманы. Водитель, янғын һүндереүсе кеүек ир-егеттәр башҡара торған һөнәрҙәр ҡыҙыҡһындыра ине. Аҙаҡ, әсәйем һымаҡ уҡытыусы булам, тип тә йөрөнөм. Гимназияға уҡырға килгәс, бер сығышымдан һуң ул ваҡыттағы «Таңсулпан» драма түңәрәге етәксеһе Римма Фәйез ҡыҙы Нәбиева яныма килде лә: «Тауышың матур, шиғыр һөйләүең дә, йырлауың да оҡшаны, беҙҙә шөғөлләнгең килмәйме?» – тип һораны. Мин ризалаштым. Төрлө спектаклдәрҙә ҡатнаштым, концерттарҙа сығыш яһай башланым. Үҙемә шул тиклем оҡшап китте. Дәртләнеп, рәхәтләнеп уйнаным. Римма Фәйез ҡыҙы – шулай минең киләсәгемә юл күрһәткән кеше ул.
Йыш ҡына беҙҙе башҡорт драма театрына спектаклдәр ҡарарға алып баралар ине. Артистарҙың уйнағанын һушым китеп ҡарай торғайным. Шунда артист булыу теләге уянды ла инде. Мин гимназияны тамамлаған йылды сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡыусылар ҡабул итәсәктәре тураһында иғлан булды. Көсөмдө һынап ҡарарға ниәтләнем. Хыялым тормошҡа ашты, һынауҙарҙы уңышлы үтеп, уҡырға инеп тә киттем. Хәҙер яратҡан театрымда кинәнеп эшләп йөрөйөм.
– Мораҙыңа ирештем, тиһең инде, Морат?
– Эшкә килгәс тә Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ендә бер шәкерт малайҙы уйнаным. Унан һуң күп тә үтмәне, мине армияға алдылар. Хеҙмәтемде иҫән-имен тултырып ҡайтҡас, йәнә сәхнә тормошона сумдым.
– Башҡарған ролдәрең араһында иң яҡыны?
– Ниндәй генә роль булһа ла, ихлас, яратып, күңелемде биреп уйнайым. Һәр береһе ҡәҙерле, яҡын. Сөнки улар минең йөрәгем, күңелем аша үтә. Эҙләнәм, уйланам, режиссёр менән кәңәшләшәм.
– Салауатты уйнауҙы нисек ҡабул иттең?
– Был турала фильмдың режиссёры Таңсулпан Бураҡаева шылтыратып әйткәс, бер аҙ шаңҡып ҡалдым. Милли батырыбыҙ, шундай ҙур шәхес, уның эске торошон, уй-кисерештәрен халыҡҡа еткерә алырмынмы? Шулай ҙа йөрьәт иттем. Таңсулпан Салауат Юлаевтың «Уҡ» тигән шиғырын ятлап килерһең, ҡалғанын килгәс һөйләшербеҙ, тип мине кастингҡа саҡырҙы. Үттем. 15 июндә инде Илдар ағай Ғүмәров (Юлай Аҙналинды уйнай), уның ҡатыны Лира апай һәм мин өсәүләп Эстонияға остоҡ.
– Фильм төшөргәндә берәй ҡыҙыҡлы ғына хәл иҫеңдә ҡалмағанмы?
– Мажаралар Өфө аэропортында уҡ башланды. Беҙгә бығауҙар, тимер сылбырҙар һалып ебәргәйнеләр. Уларға кәрәкле документтар алмағас, бәйләнә башланылар. Ҡалдырырға ҡушалар. Кәйеф төштө. Ни эшләргә? Шунан араларында сәнғәткә битараф булмаған бер хеҙмәткәр табылды бит. Шул ярҙам итеп ебәрҙе. Ә Эстония сиген үткәндә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар булманы. Унда өс көн булдыҡ. Салауат Юлаевтың музейын барып күрҙек. 1982 йылда Палдиски ҡалаһында уны Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияның география уҡытыусыһы Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина ойоштороп ебәргән булған. Аҙаҡ инде Башҡортостандан барған экспедиция килгән һайын бүләктәр, ҡомартҡылар ҡалдырып китә. Бөгөнгө бай ғына музей ана шулай төҙөлә. Салауат Юлаевҡа бюст ҡуйҙырыуҙы ла башлап Зөмәрә Вәли ҡыҙы юллап йөрөгән.
Икенсе көндө фильм төшөрөлә башланы. Ундағы серәкәйҙәрҙең күплеген белһәгеҙ… Килеп тороп эреләр. Ҡанды һуралар ғына. Беҙгә сәбәләнергә ярамай. Илдар ағай шунда:
– Түҙ, Морат, серәкәй тешләгәндән берәү ҙә үлмәгән, ана, Салауат Юлаев ниндәй ҡыйынлыҡтарға бирешмәгән, тип йыуатҡан була. Хәҙер ҡыҙыҡ итеп кенә иҫкә алабыҙ.
Боронғо сиркәү барлығын ишетеп, Илдар ағай менән бер көндө шунда киттек. Килһәк, ул бикле тора. Ишегенә ҙур йоҙаҡ эленгән. Китергә генә торғанда, ҡаршыбыҙға оло йәштәге генә инәй осраны. «Беҙҙең поп яңыраҡ ҡына мәрхүм булып ҡалды, теләһәгеҙ, асып индерәм», – тине ул. Бергәләп эскә үттек. Инәйҙең: «Салауат батыр беҙҙә изге кешеләр рәтендә, һәр ваҡыт уның рухына доға ҡылабыҙ, шәмдәр ҡуябыҙ», – тип әйтеүе шаҡ ҡатырҙы. Бына бит батырыбыҙҙы нисек хөрмәтләйҙәр. Башҡорттарға ҡарата ла йылы мөнәсәбәттәләр.
– Айгиз Баймөхәмәтовтың «Хыялға ҡаршы» спектаклендә аяныслы яҙмышлы Алина исемле ҡыҙ ролен башҡарҙың. Тетрәндергес күренеш. Һин унда иҫ китмәле итеп уйнаның. Һәр хәлдә, хәтерҙә ныҡ итеп уйылып ҡалғанһың. Алина матур ғаилә ҡорорға хыяллана. Тик тормош уның алдына оло һынауҙар ҡуя. Үҙеңдең ғаилә хәлең нисек?
– Аллаға шөкөр, өйләнгәнмен. Ҡатынымдан уңдым. Ул һәр яҡлап миңә терәк булып тора. Үҙе театрҙа эшләмәһә лә, сәнғәткә мөкиббән киткән кеше. Минең эшемә аңлап, хөрмәт менән ҡарай. Өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ – Эльвира, Эльвина, Милена.
– Алда – Яңы йыл. Һеҙ уны нисек, ҡайҙа ҡаршыларға яратаһығыҙ?
– Ғаиләм менән бергә, үҙебеҙҙең өйөбөҙҙә. Йыл һайын шыршы ултыртабыҙ. Күмәкләп биҙәйбеҙ. Мотлаҡ рәүештә шыршы төбөнә бүләктәр һалына. Ҡыҙҙар Ҡыш бабайға хаттар яҙа. Минең Ҡыш бабай костюмы ла бар. Шулай мәж киләбеҙ. Ғаилә байрамдарын ныҡ яратам. Йүгереп йөрөп ҡатыныма ярҙам итәм. Ихлас әҙерләнәм. Уртансы ҡыҙым: «Ҡыш бабай барыһына йөрөп өлгөрә алмай», – тип Ҡарһылыу булып кейенеп ала ла миңә ярҙам итә. Үҙе Ҡыш бабайҙың барлығына ышана.
– Байрам өҫтәленә, ғәҙәттә, нимәләр әҙерләйһегеҙ?
– Әлбиттә, тултырылған ҡаҙ. Кәләшем төрлө тәмлекәстәр бешереүгә оҫта.
– Яңы йылға теләктәрегеҙ?
– Ул тик уңыштар ғына килтерһен. Һәр кем үҙенең алдына яңы маҡсаттар ҡуйып, шуларҙы тормошҡа ашырырға тырышһын. Бүләктәр бирешеп, бер-берегеҙҙе матур итеп ҡотлап, күтәренке кәйеф менән ҡаршыларға яҙһын. Йылдар матур килһен, донъялар имен торһон.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА һөйләште.