-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең өсөн әңгәмә
15 Ғинуар 2021, 12:48

Быйыл да һынатмаҫтар әле

Уҙған Сысҡан йылы бигерәк аптыратты. Бөтә донъя һәм илебеҙ буйлап таралған ауырыу бөтәбеҙгә лә ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Беҙҙе өйҙәребеҙҙә уҡырға мәжбүр итте. Күп һабаҡтар ҙа бирҙе. Шуға ҡарамаҫтан, икенсе сиректе бик уңышлы ғына тамамлап ҡуйҙыҡ.

Әле бына Һыйыр йылы килде. Минең уйлауымса, был йон­доҙлоҡта көслө, ҡыйыу, аҡыл­лы, тәүәккәл һәм түҙемле ке­ше­ләр тыуған. Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҙа билдәләргә була. Йыл хужаһы үҙенең тыныс, ип­ле булыуы менән күптәргә оҡшар.

Ошо турала 2021 йылдың хужалары – бишенселәр менән әңгәмә ҡорҙом әле.

– Миңә уҙған йыл бигүк оҡшап етмәне, сөнки өйҙә уҡыуы ауыр булды. Күп кенә темалар­ҙы аңлай алманым, математиканан миҫалдар сисеү ҡыйын бирелде. Ошо коронавирус арҡаһында инде, – ти Ислам Хәсәнов.

– Ә яңы 2021 йылды нисегерәк күҙ алдына килтерәһең һуң? – тип һорайым үҙенән.

– Бөтәһе лә яҡшы булыр, – тип яуапланы Ислам.

Уға Мансур Наураҙбаев та ҡушыла:

– Һәр хәлдә, былтырғынан һәйбәтерәк буласаҡ инде.

Һыйыр йылында донъяға килгән Инсаф Рәхимов үҙе хаҡында бына нимәләр һөйләне:

– Һыйыр малдары кеүек, йәшел төҫлө ашамлыҡтар яратам. Мәҫәлән, яланда үҫкән ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, йыуа, ә емеш-еләктән виноград, алма оҡшай. Шулай уҡ урманда, ялан-ҡыр­ҙарҙа йөрөргә тырышам. Сөнки тәбиғәткә сығып ял итеүҙәре бигерәк күңелле бит. Унда сылтырап аҡҡан шишмә һәм йылға һыуы эсеп, көс һәм дәрт өҫтәп ҡайтаһың.

Ә Һыйыр йылына ниндәй пландар ҡораһығыҙ, тигән һорауыма бер тауыштан:

– Үҙ мәктәбебеҙҙә тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға, ауырымаҫҡа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, түңәрәктәргә йөрөргә булһын, – тинеләр.

Эйе, ысынлап та, уҙған 2020 йыл ҡырыҫыраҡ булды шул. Бөтә уҡыусыларҙың да күңелдәрендә шулай уйылып ҡалғандыр. Ни генә тиһәк тә, бөтә мәктәптәрҙә лә балалар тауышы тынмаһын. Сөнки улар ҡанатты белем усағында нығыта бит.

Азамат ҠАРАҒОЛОВ.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.
Читайте нас: